Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Лайыҡлы алмашБөтөн донъяны ялмаған иҡтисади көрсөк шауҡымында “Башптицепром” акционерҙар йәмғиәтенең “Илеш инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы” филиалы эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа һүлпәнләнеп, эш урындарының күпләп бушауына юл ҡуйылғайны. Был ауырлыҡтан ҡотолоу, барыһынан элек, мәшғүллекте арттырыу, халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, район хакимиәте тарафынан махсус программа ҡабул ителеп, уның нигеҙендә филиал шәхси эшҡыуар ҡулына тапшырылып, “Смена” йәмғиәте барлыҡҡа килде.

Уны үҫеш юлына баҫтырыу өсөн бында тәүге көндәрҙән үк күләмле эш йәйелдерелде. Әле буш торған 1300 квадрат метрлыҡ бинаның эсен таҙартып, реконструкция Лайыҡлы алмашүткәрергә йыйыналар. Сит ил ҡорамалдары ҡайтарыласаҡ һәм, себеш, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре үрсетеү менән бер рәттән, уларҙы үҫтереү, һуйыу, эшкәртеү ҙә башҡарыласаҡ. Йәмғиәт директоры Руслан Зиннәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, сит ил йыһаздарын урынлаштырыуҙы үҙебеҙҙең район эшселәре башҡарһа ла, проект төҙөүгә сит ил вәкилдәре йәлеп ителә. Ҡорамалдарҙы көйләүҙе көҙгә тамамларға ниәтләйҙәр.
— Беҙҙә етештерелгән һәр төр продукция үҙебеҙҙә үк эшкәртелергә һәм урындағы халыҡҡа файҙалы булырға тейеш, — ти Руслан Азат улы.
Әлеге көндә нигеҙ һалынған өс ҡатлы бинала магазин буласаҡ. Тимәк, теләге булған кеше тауыҡ итен, фаршын, шашлығын, ҡош-ҡорт итенән етештерелгән башҡа төрлө ризыҡты ситтән эҙләмәйәсәк. Бында улар арзаныраҡ та, сифатлы ла буласаҡ. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның магазин кәштәләрендә күпләп урын алыуы — һөйөнөслө күренеш.
Йәш етәксе, Тыпый ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, унда һарыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнә. “Романов” тоҡомло был малдың итенән етештерелгән продукция ла магазинда һатыласаҡ. Ауырлығы 60–80 килограмға еткән һарыҡ-тәкәләр ҙә буласаҡ.
Лайыҡлы алмашФермала ҡаҙ үрсетеү ҙә күҙаллана. Тимәк, ҡаҙ итен һәм йомортҡаһын һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Иң мөһиме: 25–30 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, киләсәктә был һан тағы ла артасаҡ. Бөгөндән үк уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыу хәстәре күрелә. Эшселәр өсөн ашхана ла ҡаралған.
Шуныһы ҡыуаныслы: элек инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһында эшләп киткәндәрҙең күбеһе үҙ урынына ҡайта. Коллектив шарттарҙан ҡәнәғәт, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Өлкән оператор Анфиса Арыҫланова, операторҙар Ирина Ғәлиева, Гөлнара Зарипова, Таңһылыу Ғилманова, себеш ҡараусы Әлиә Әйҙуллина, тирмәнсе Илнар Ханов үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Сит ил технологияһында эшләү өсөн киләсәктә юғары белемле технолог, зоотехник, ветврач кәрәк буласаҡ.
Ҙур пландар менән эш алып барыусы йәмғиәт бөгөн, тоҡомло бройлер себештәре, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре һатыу менән бер рәттән, йомортҡа һала торған тауыҡтар ҙа тәҡдим итә. Бигерәк тә күмәртәләп һатып алыусыларҙың байтаҡ булыуын билдәләргә кәрәк, сөнки иң яҡшы тоҡомло ҡош йомортҡалары ҡайтарыла. Мәҫәлән, “Хаббад”, “Кобб” тоҡомло себештәр, “Адлеровская серебристая” тауығының йомортҡалары — Яр Саллы ҡалаһынан, Пермь крайынан, “Линда”, “Ланда”, “Итальян”, “Уральские белые” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләре һәм йомортҡалары Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһынан, Федоровка ҡошсолоҡ станцияһынан ҡайтарыла.
Йәш, сәләмәт үрсем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла, шуға ла ҡош-ҡортто районда ғына түгел, ситтән дә килеп һораусылар күп. Мәҫәлән, беҙ барғанда Силәбе өлкәһенән килгән кеше күмәртәләп ҡаҙ бәпкәһе алып китте. “Ниңә Илештән һатып алырға уйланығыҙ?” — тигән һорауға ул: “Беҙгә сәләмәт ҡош-ҡорт һатыу ҡулайлы, — тип яуапланы. — Үткән йылда беҙҙән ҡаҙ бәпкәһе алған клиенттар быйыл да заказ бирҙе, сөнки Илеш бәпкәләре үлмәй, төрлө ауырыуға бирешмәй”.
Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы тарафынан ҙур хуплау тапҡан һәм уларҙың даими хәстәрлеген тойоп эшләүсе “Смена” йәмғиәтенең киләсәктә районыбыҙҙы данлаусы ҡошсолоҡ фабрикаһы булып танылырына, илештәрҙе генә түгел, республика, шулай уҡ башҡа төбәктәр халҡын да үҙ продукцияһы менән тәьмин итәсәгенә ышаныс ҙур.
Гөлфирә ЗИННӘТУЛЛИНА.
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә