Бөтөн донъяны ялмаған иҡтисади көрсөк шауҡымында “Башптицепром” акционерҙар йәмғиәтенең “Илеш инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы” филиалы эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа һүлпәнләнеп, эш урындарының күпләп бушауына юл ҡуйылғайны. Был ауырлыҡтан ҡотолоу, барыһынан элек, мәшғүллекте арттырыу, халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, район хакимиәте тарафынан махсус программа ҡабул ителеп, уның нигеҙендә филиал шәхси эшҡыуар ҡулына тапшырылып, “Смена” йәмғиәте барлыҡҡа килде.
Уны үҫеш юлына баҫтырыу өсөн бында тәүге көндәрҙән үк күләмле эш йәйелдерелде. Әле буш торған 1300 квадрат метрлыҡ бинаның эсен таҙартып, реконструкция
үткәрергә йыйыналар. Сит ил ҡорамалдары ҡайтарыласаҡ һәм, себеш, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре үрсетеү менән бер рәттән, уларҙы үҫтереү, һуйыу, эшкәртеү ҙә башҡарыласаҡ. Йәмғиәт директоры Руслан Зиннәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, сит ил йыһаздарын урынлаштырыуҙы үҙебеҙҙең район эшселәре башҡарһа ла, проект төҙөүгә сит ил вәкилдәре йәлеп ителә. Ҡорамалдарҙы көйләүҙе көҙгә тамамларға ниәтләйҙәр.
— Беҙҙә етештерелгән һәр төр продукция үҙебеҙҙә үк эшкәртелергә һәм урындағы халыҡҡа файҙалы булырға тейеш, — ти Руслан Азат улы.
Әлеге көндә нигеҙ һалынған өс ҡатлы бинала магазин буласаҡ. Тимәк, теләге булған кеше тауыҡ итен, фаршын, шашлығын, ҡош-ҡорт итенән етештерелгән башҡа төрлө ризыҡты ситтән эҙләмәйәсәк. Бында улар арзаныраҡ та, сифатлы ла буласаҡ. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның магазин кәштәләрендә күпләп урын алыуы — һөйөнөслө күренеш.
Йәш етәксе, Тыпый ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, унда һарыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнә. “Романов” тоҡомло был малдың итенән етештерелгән продукция ла магазинда һатыласаҡ. Ауырлығы 60–80 килограмға еткән һарыҡ-тәкәләр ҙә буласаҡ.
Фермала ҡаҙ үрсетеү ҙә күҙаллана. Тимәк, ҡаҙ итен һәм йомортҡаһын һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Иң мөһиме: 25–30 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, киләсәктә был һан тағы ла артасаҡ. Бөгөндән үк уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыу хәстәре күрелә. Эшселәр өсөн ашхана ла ҡаралған.
Шуныһы ҡыуаныслы: элек инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһында эшләп киткәндәрҙең күбеһе үҙ урынына ҡайта. Коллектив шарттарҙан ҡәнәғәт, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Өлкән оператор Анфиса Арыҫланова, операторҙар Ирина Ғәлиева, Гөлнара Зарипова, Таңһылыу Ғилманова, себеш ҡараусы Әлиә Әйҙуллина, тирмәнсе Илнар Ханов үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Сит ил технологияһында эшләү өсөн киләсәктә юғары белемле технолог, зоотехник, ветврач кәрәк буласаҡ.
Ҙур пландар менән эш алып барыусы йәмғиәт бөгөн, тоҡомло бройлер себештәре, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре һатыу менән бер рәттән, йомортҡа һала торған тауыҡтар ҙа тәҡдим итә. Бигерәк тә күмәртәләп һатып алыусыларҙың байтаҡ булыуын билдәләргә кәрәк, сөнки иң яҡшы тоҡомло ҡош йомортҡалары ҡайтарыла. Мәҫәлән, “Хаббад”, “Кобб” тоҡомло себештәр, “Адлеровская серебристая” тауығының йомортҡалары — Яр Саллы ҡалаһынан, Пермь крайынан, “Линда”, “Ланда”, “Итальян”, “Уральские белые” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләре һәм йомортҡалары Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһынан, Федоровка ҡошсолоҡ станцияһынан ҡайтарыла.
Йәш, сәләмәт үрсем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла, шуға ла ҡош-ҡортто районда ғына түгел, ситтән дә килеп һораусылар күп. Мәҫәлән, беҙ барғанда Силәбе өлкәһенән килгән кеше күмәртәләп ҡаҙ бәпкәһе алып китте. “Ниңә Илештән һатып алырға уйланығыҙ?” — тигән һорауға ул: “Беҙгә сәләмәт ҡош-ҡорт һатыу ҡулайлы, — тип яуапланы. — Үткән йылда беҙҙән ҡаҙ бәпкәһе алған клиенттар быйыл да заказ бирҙе, сөнки Илеш бәпкәләре үлмәй, төрлө ауырыуға бирешмәй”.
Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы тарафынан ҙур хуплау тапҡан һәм уларҙың даими хәстәрлеген тойоп эшләүсе “Смена” йәмғиәтенең киләсәктә районыбыҙҙы данлаусы ҡошсолоҡ фабрикаһы булып танылырына, илештәрҙе генә түгел, республика, шулай уҡ башҡа төбәктәр халҡын да үҙ продукцияһы менән тәьмин итәсәгенә ышаныс ҙур.
Гөлфирә ЗИННӘТУЛЛИНА.
Илеш районы.