Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Герой исеменә тап төшөрмәйҙәр
Герой исеменә тап төшөрмәйҙәрИгенселәр янына барыр алдынан Фариз Дәүләтгәрәй улы үҙҙәренең биләмәһе менән таныштырмаҡсы булды. Өйҙөрәкбаш ауылынан ҡуҙғалып киткәс, тигеҙ генә һуҙылған юлды уйһыулыҡ алмаштырҙы, унан үҙән буйлап елдерҙек тә күҙ күреме етмәҫлек киң яланға аяҡ баҫтыҡ. Көтөүлектәрҙең иркенлеге иғтибарҙы йәлеп итә: һыйырҙар һибелеп китеп үлән утлай, уңғандар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләп бөткән – яландағы эҫкерттәр ошо турала һөйләй. Ямғыр яумаһа ла, ҡурпы ярайһы баш ҡалҡытҡан. Август башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, урман төрлө төҫкә мансылған, ағастарҙың япраҡтары апаруҡ һарғайған, үлән һабаҡта көйөп ултыра, йылғалар иһә тауыҡ кисеп сығырлыҡ.

– Ужым бойҙайын ошонда сәстек һәм оттоҡ, майҙаны ике йөҙ гектар тирәһе, – тип аңлатма бирә Герой Хәмит Әғлиуллин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Фариз Тимербулатов. – Уңыштың ниндәй икәненә үҙегеҙ шаһит, унан инде күрше баҫыуға күсәсәкбеҙ. Эште өлөшләтә алып барыу үҙен аҡлай, тегендә-бында һуғылыу яғында түгелмен. Ураҡ барышы ун тәүлеккә лә һуҙылмаҫ, тип уйлайым.
Йәмғиәттең ауыл хужалығы ерҙәре өс мең гектар тирәһе, шуның өстән ике өлөшөндә йыл да иген культураларын үҫтерәләр. Әйткәндәй, сәсеүлек майҙанын киңәйтеү маҡсатында киләһе йыл тағы ла ошо тиклем ерҙе үҙҙәренә алмаҡсы етәксе.
Герой исеменә тап төшөрмәйҙәрФариз Дәүләтгәрәй улы белдереүенсә, бөгөн ауыл кешеһен эш менән тәьмин итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Үҙ сиратында хеҙмәтте лайыҡлы баһалау һәм кешегә әҙәмсә ҡараш, яҡшы мөнәсәбәт кәрәк, шул саҡта ғына барыһы ла уң килеп торасаҡ. Герой исемен йөрөткән хужалыҡ һәр саҡ алдынғы булырға тейеш, ти етәксе.
Хәйер, өйҙөрәкбаштар элек-электән хәстәрлекле һәм егәрле булыуы менән дан тота. Таллыкүл, Япаркүл, Яланкүл, Күллеҡул, Быҙаулыҡ, Ҡамышлы (ҡайһылай матур исемдәр!) ауылдарында ғүмер итеүселәр ҙә уларҙан ҡалышмай.
Хужалыҡ етәкселеге автопаркты яңыртыу йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Былтыр – өр-яңы "Нива" урып йыйыу комбайны, ә быйыл иген урғыс алыуҙары шуға асыҡ миҫал.
Игенсенең уңышты үҙе көткәнсә мул ала алмауында, һис һүҙһеҙ, быйыл тәбиғәттең көйһөҙлөгө сәбәпсе. Кемдер шул арҡала билдәләгән маҡсатынан төңөлә, барыһына ҡул һелтәүсән. Герой Хәмит Әғлиуллин исемендәге йәмғиәтте лә ҡоролоҡ урап үтмәгән, әммә бында хужанан алып ябай эшсегә тиклем һәр кем киләсәккә ышаныс менән йәшәй. Тормошта ошо иң мөһиме түгелме?! Әлбиттә, шулай.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Благовар районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә