Игенселәр янына барыр алдынан Фариз Дәүләтгәрәй улы үҙҙәренең биләмәһе менән таныштырмаҡсы булды. Өйҙөрәкбаш ауылынан ҡуҙғалып киткәс, тигеҙ генә һуҙылған юлды уйһыулыҡ алмаштырҙы, унан үҙән буйлап елдерҙек тә күҙ күреме етмәҫлек киң яланға аяҡ баҫтыҡ. Көтөүлектәрҙең иркенлеге иғтибарҙы йәлеп итә: һыйырҙар һибелеп китеп үлән утлай, уңғандар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләп бөткән – яландағы эҫкерттәр ошо турала һөйләй. Ямғыр яумаһа ла, ҡурпы ярайһы баш ҡалҡытҡан. Август башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, урман төрлө төҫкә мансылған, ағастарҙың япраҡтары апаруҡ һарғайған, үлән һабаҡта көйөп ултыра, йылғалар иһә тауыҡ кисеп сығырлыҡ.
– Ужым бойҙайын ошонда сәстек һәм оттоҡ, майҙаны ике йөҙ гектар тирәһе, – тип аңлатма бирә Герой Хәмит Әғлиуллин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Фариз Тимербулатов. – Уңыштың ниндәй икәненә үҙегеҙ шаһит, унан инде күрше баҫыуға күсәсәкбеҙ. Эште өлөшләтә алып барыу үҙен аҡлай, тегендә-бында һуғылыу яғында түгелмен. Ураҡ барышы ун тәүлеккә лә һуҙылмаҫ, тип уйлайым.
Йәмғиәттең ауыл хужалығы ерҙәре өс мең гектар тирәһе, шуның өстән ике өлөшөндә йыл да иген культураларын үҫтерәләр. Әйткәндәй, сәсеүлек майҙанын киңәйтеү маҡсатында киләһе йыл тағы ла ошо тиклем ерҙе үҙҙәренә алмаҡсы етәксе.
Фариз Дәүләтгәрәй улы белдереүенсә, бөгөн ауыл кешеһен эш менән тәьмин итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Үҙ сиратында хеҙмәтте лайыҡлы баһалау һәм кешегә әҙәмсә ҡараш, яҡшы мөнәсәбәт кәрәк, шул саҡта ғына барыһы ла уң килеп торасаҡ. Герой исемен йөрөткән хужалыҡ һәр саҡ алдынғы булырға тейеш, ти етәксе.
Хәйер, өйҙөрәкбаштар элек-электән хәстәрлекле һәм егәрле булыуы менән дан тота. Таллыкүл, Япаркүл, Яланкүл, Күллеҡул, Быҙаулыҡ, Ҡамышлы (ҡайһылай матур исемдәр!) ауылдарында ғүмер итеүселәр ҙә уларҙан ҡалышмай.
Хужалыҡ етәкселеге автопаркты яңыртыу йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Былтыр – өр-яңы "Нива" урып йыйыу комбайны, ә быйыл иген урғыс алыуҙары шуға асыҡ миҫал.
Игенсенең уңышты үҙе көткәнсә мул ала алмауында, һис һүҙһеҙ, быйыл тәбиғәттең көйһөҙлөгө сәбәпсе. Кемдер шул арҡала билдәләгән маҡсатынан төңөлә, барыһына ҡул һелтәүсән. Герой Хәмит Әғлиуллин исемендәге йәмғиәтте лә ҡоролоҡ урап үтмәгән, әммә бында хужанан алып ябай эшсегә тиклем һәр кем киләсәккә ышаныс менән йәшәй. Тормошта ошо иң мөһиме түгелме?! Әлбиттә, шулай.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Благовар районы.