“Мираҫ” тигән һүҙгә бик тәрән мәғәнә һалынған. Эйе, ата-бабанан ҡалған матди һәм рухи байлыҡты бер һүҙ менән генә лә аңлатырға мөмкин. Шулай уҡ мираҫ килер быуынға оло ышанысты үҙ эсенә ала һәм үткәндәр тураһында яҡты хәтирә булып та күҙаллана, халыҡҡа йәшәү һуты биреүсе бер көс тә ул.
Хәйбулла районында йыл буйы барасаҡ “Мираҫ” телевизион конкурсының маҡсаты ла изге, тап ошо мөҡәддәс һүҙебеҙ аша ул әле әйтелгәндәр тураһында нығыраҡ уйланырға саҡыра. Күңел ынтылышын уятыусы сара булараҡ, ысынлап та, ул уйландыра ла, илһамландыра ла. Әйтергә кәрәк, был фәһемле бәйгелә районда йәшәүселәр ихлас ҡатнаша. Быға ғәжәпләнергә лә түгелдер, сөнки тыуған ер менән ғорурланыу, үткәнгә хөрмәт менән ҡарау — халыҡтың ҡанында. Ярыштың тәүге баҫҡысында йыр-моңға ҙур урын бирелһә, икенсеһендә ғәзиз төбәктең үҙенсәлеген сағылдырыу бурысы тора ине. Атайсалдың бөйөк мираҫы нимәнән ғибәрәт? Был һорау тарих һәм хәтер, шәхес һәм уның эшмәкәрлеге тураһында тәрән мәғлүмәт, белем талап итә. Ошо һорауға яуап биреү ата-бабаның оло мираҫын берәмтекләп күрһәтеүгә бәрәбәр. Был сарала Урыҫбай ауылында көн итеүселәр лайыҡлы вариҫтар икәнлеген күрһәтте.
Эйе, Аҡъюл ауыл хакимиәтенә ҡараған Урыҫбай үҙенең бай тарихлы булыуы менән дә хаҡлы ғорурлана, халҡы бигерәк тә матур йолаларҙы һаҡлай, тергеҙә белеүе менән дә айырылып тора. Урындағы хакимиәт башлығы Илһам Ҡаҙаҡбаев үҙенең сығышында халыҡтың үткәнгә булған һаҡсыл мөнәсәбәтен билдәләне. Был яуаплылыҡ — быуындан-быуынға тапшырыла килгән аманат.
Урыҫбай — боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Быуын-быуын халыҡ ошо ерҙә көн иткән, уны һаҡлап ҡалыр һәм киләсәге өсөн ҡорбандар биргән, ауылды төҙөкләндерер, көнитмеште яҡшыртыр өсөн күп нәмә атҡарған. Изге эштәрҙең башланғысында торған шәхестәрҙе һәр кем белә. Улар тураһында оло быуын вәкилдәре ихлас һөйләй, ғөмүмән, исемдәрен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ нәмә эшләнгән.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Урыҫбайҙа ике зыярат бар. Үткән осор әүҙемселәре ерләнгән зыярат ҙур түгел. Ауыл старостаһы Ғәйнелхаҡ Исҡужин унда ерләнгән коммунист Далха Ҡоносбаев, 1920 йылдарҙың әүҙем комсомолдары Хөснулла Ҡаҙаев, Шәйхетдин Соңғоров, Ғәтиәт Билалов һәм Мотаһар Ултыраҡовҡа бәйле фәһемле тарих менән таныштырҙы. Уларҙы, атеистар тип, ҡарттар айырым урынға ерләткән. Был кешеләр — ауылдаштары, ил өсөн күп тырышлыҡ һалған шәхестәр. Зыярат ҡараулы, мәрхүмдәр тураһында мәғлүмәт тә яҙып ҡуйылған. Халыҡ, ил-көн тип янып йәшәү шулай уҡ мираҫ түгелме ни?! Ошо данлы йоланың асыҡ миҫалы итеп ауылдың ветерандар советы рәйесе Хисам Усманов Фәхри байҙың тормош юлын бәйән итте. Ф. Ҡоносбаев ысын мәғәнәһендә меценат була. Үҙ төбәгенең патриоты революцияға тиклем үк мәғрифәтселекте, сауҙаны, иҡтисади тормошто күтәреү өсөн байтаҡ изге ғәмәл ҡыла. Кешеләргә ышаныуы уны һәләкәткә алып килә лә инде. Һис ғәйепһеҙгә ҡыҙылдар тарафынан атып үлтерелә. Ләкин халыҡ уны ҡәҙерләп ерләй, ҡәберен буралап ҡуя. Ил һәм халыҡ тип йәшәүҙе, ғөрөф-ғәҙәттең дауам ителеүен өс Дан ордены кавалеры Ҡотлоғәфәр Ҡоносбаев миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Урыҫбайҙарҙың элек йәшәгән урыны “Иҫке йорт” тигән исем менән билдәле. Халыҡ һаны артып, өй һалыр урын ҡалмай башлағас, 1929 йылда яңы урынға күсергә ҡарар итәләр. Быны ырыу-ил менән кәңәшләшеп атҡаралар. Һәүәҫкәр артистар тап ошо күренеште, йәғни күсенеү тарихын сәхнәләштерҙе.
Ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе Еҙбикә Ултыраҡова башҡарған боронғо башҡорт йыры “Әбделвәхит” шулай уҡ тарих биттәренә яңы биҙәк өҫтәне. Әйткәндәй, Еҙбикә Ултыраҡова шиғыр-бәйеттәр ҙә ижад итә. Ғөмүмән, был сарала ололарҙың ғына түгел, йәш быуындың әүҙем ҡатнашыуы тыуған ер менән ғорурланыу, тарихҡа һәм бөгөнгөгә ихлас һөйөү билдәһе ине. Был үҙе үк онотолмаҫ күренеш. Төрлө йәштәге балаларҙың ошо сараны үҙ итеүе ҡыуаныс тойғоһо ғына уятты. Олоһо ла, кесеһе лә замандаштарына һүҙен әйтергә ынтылды. Ауылдың йөҙөн һәм күркен һаҡлауҙа, әлбиттә, ауыл зыялылары ҙур роль уйнай. Ветеран уҡытыусылар Гөл Ғәйнислам ҡыҙы Ҡаҙаева менән Рәйлә Рәхмәтулла ҡыҙы Исҡужинаның сығыштары йөкмәткеле булды.
Бәләкәй ауылдар үҙҙәрендә ҙур тарихты йөрөтә. Ҡайһы ғына шәхесте алмайым, уға фатиха биргән ауылын хөрмәт менән иҫенә төшөрәсәк. Ғөмүмән, ауылдар халҡыбыҙҙың, ер-һыуыбыҙҙың тарихын һаҡлай. Хәтер уларҙан башлана. Бөгөн тыуған төйәгебеҙҙәге тормошто һүндермәү һәм ҡәҙерләү өсөн нимә эшләйбеҙ? Ошо тәү шишмәләр ҡоромаһын өсөн тейешле дәрәжәлә хәстәрлек күрәбеҙме? Ете тиҫтә йыл эсендә генә лә төрлө сәйәсәт арҡаһында күпме ауылдар ер йөҙөнән юҡ ителде?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл бөтөү менән шул төбәктең хәтерен һаҡлаусылар ҙа юғала бара. Урыҫбай ауылындағы байрамда үткән бер нисә быуат менән һәм, әлбиттә, шул осорҙоң кешеләре менән осрашҡандай булдыҡ. Был ауылда тыумаһам да, үҙемде шунда тыуған-үҫкәндәй тойҙом. Барыбыҙҙы ла берләштергән хәтер һаҡланғанда, ата-бабалар аманат итеп ҡалдырған еребеҙ булғанда һәм йөрәгебеҙҙә шул ерҙең хужаһы итеп тойоу һүнмәһә, һәр бер ауылыбыҙ үткәнебеҙ менән бәйләп торасаҡ, тамыр булып һут-ҡот бирәсәк. Ә хәтерле халыҡты бер ҡасан да маңҡорт итеп булмай.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Хәйбулла районы.