Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Фермерҙың “аҡ” үә “ҡара” көндәре
Фермерҙың “аҡ” үә “ҡара” көндәреТормошта төрлө саҡтар була. Тәбиғәттәге төн менән көн һымаҡ, әле ҡара таҫмалай уңышһыҙлыҡтары башлана, уларҙы яҡтылары — аҡтары алмаштыра. Франгил Вәлиуллиндың тормошо ла нәҡ шундай көндәр булыуын раҫлай.

— Нимә тип кенә минең хужалыҡты яҙаһың инде, бына, ҡарағыҙ, өр-яңы “Беларусь” тракторым ултыра. Обкатканан һуң, ни бары 30 сәғәт кенә эшләне. — Фермер йорт алдында өйөрөлдө, ҡулдарын һелтәй-һелтәй, төрлө запчасть һибелгән яҡҡа күрһәтте. — Ана, тегендә коробкаһы ята, бында — двигатель...
Баҡһаң, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн ҡаралған “Президент программаһы” буйынса Вәлиуллин трактор юлларға ҡарар итә. Тейешле документтарҙы тултырып, тәүге иғәнә — 70 меңде түләгәс, ай һайын 17-шәр мең күләмендә түләп барыу шарты менән ул “Россельхозбанк”тан 700 мең һум кредит ала. Шулай итеп, трактор миллионға баҫа, 200 меңен Хөкүмәт кире ҡайтарырға тейеш. Ауыл кешеһе өсөн, бигерәк тә шәхси хужалыҡтан фермерлыҡ юлын һайлағандарға бик ҡулай эшләнгән программа. Ләкин...

— Банкка бер һүҙем дә юҡ. Тик бына мин мөрәжәғәт иткән асыҡ акционерҙар йәмғиәте техниканы Быҙаулыҡ механик заводынан ала. Унда иһә завод ғәйебе менән двигателдә брак ебәргәндәр, — ти Франгил.
Бер уйлаһаң, йәмғиәттең бер ғәйебе юҡ. Тракторҙы һүтеп ҡарай алмайҙар бит. Шулай ҙа ошондай техника ауылдарға киткеләп тора икән. Уның ҡарауы, һатыусы ойошманың белгестәре, инженерҙары килеп, сәбәптәрен асыҡлай һала. Вәлиуллиндың да тракторын һүтеп, запас частар килтерергә тип ҡайтып киткәйнеләр. Эйе, һүтәләр, эшләйҙәр.
Ләкин... Ошо “ләкин” бар бит әле. Тәүҙә шәхси хужалығын аяҡҡа баҫтырып, үткән көҙ генә фермер булған Франгил үҙенең, яҡындарының пай ерҙәрен йыйып, 40 гектар һөрөнтө ер теркәй, уға тағы ҡуртымға алған 17 гектарҙы ҡуша. Шулай итеп, яҙға 57 гектар майҙанды сәсергә яңы тракторы менән сығып китә Вәлиуллин. Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, 10-һын ғына эшкәртеп өлгөрә — тракторы ватыла. Киләләр. Һүтеп ҡарайҙар.
— Бер килделәр, сәбәбен таптылар — коленвал киткән, тейешенсә ҡыҙҙырылып, ныҡлы итеп эшләнмәгән булған. Ҡайтып киттеләр. Кире алып килгән запчастарынан тағы бер цилиндр-поршень төркөмө ярамай. Тағы ҡайтып киттеләр... — тип уфтанғайны ул саҡта фермер.
Материал яҙылып, баҫырға әҙерләнгәндә, Әлкәгә шылтыраттым. Хужа өйҙә юҡ ине. Ҡатыны Зөлфирәнән тракторҙың хәлен һораштым.
— Әле йорт алдында ултыра, килеп алмағандар. Аҡсаһын килешеү буйынса тулыһынса күсерҙеләр, — ти хужабикә. — Ошо аҡсаға тағы ҡушып, хәҙер Алабуға ҡалаһында сыҡҡанын һатып алдыҡ...
Ярай әле осона сығып, оло бер хәсрәттән арынған ғаилә. Һуңлап булһа ла бесәнен әҙерләп, сәселгән уңышын алып, ерен туңға һөрөп ҡуйырҙар.
Вәлиуллиндың хәлдәрен тасуир итеүҙе “ҡара” яғынан башланым. Шулай иткәндә яҡтыларын яҙыуы ҡулайыраҡ, күңелгә рәхәтерәк. Хужа кешегә лә төшөнкө уйҙарҙан арыныуы еңелерәк. Әйткәндәй, беҙ барғанда хәүефләнеп, ҡайғырып ҡына ултырмай ине ул. Ғөмүмән, тормошта оптимист кеше Франгил Финан улы. Тәүәккәл дә тип өҫтәр инем. Шулай булмаһа, һис күрмәгән, белмәгән умарта тотоу серҙәренә үҙаллы өйрәнеп, ауылдың ғына түгел, райондың оҫталарына тиңләшер инеме ни?! Эйе, бөгөн — биш йыл бал ҡорттары тотҡандан һуң — тәжрибәһе лә етерлек, наҙлы йән эйәләренең ҡылыҡ-фиғелен, ғәҙәтен дә белеп бөткән.
Тракторсы, шофер булып эшләгән Франгил тәүҙә сусҡа тота — эш башлар өсөн капитал туплай. Әйтеүе генә анһат, “ҡаты морондар”ҙы 70–80 башҡаса еткерә! Һуңынан илдә сусҡа киҙеүе таралып китә. Бөтәһен дә бизмәнгә һалғандан, ата-әсәһе, ҡатыны менән кәңәшләшкәндән һуң, сусҡаларын һатып, 25 баш ҡорт күсе, умарта, ҡорамалдар ала.
— Сим ҡалаһында йәшәгән бабайымдың күршеһе умарталар һатҡанын ишеттем дә, үҙенән инә ҡорт, әре ҡорттар тураһында, башҡаһын һораштырып алдым да ҡайттым, — тип йылмая Вәлиуллин. — Хәҙер үрсене инде...
— Күпме булды һуң? — тип һорайым.
— Һанын теүәл генә әйтергә ярамай — шундай ырым бар. Быйыл 40-тан ашты тиһәң дә була. Хәҙер донъя көтөп, ошо “утрау”ҙа үҙебеҙ генә йәшәп ятабыҙ.
“Утрау” тигәндән, 1992 йылда Юлай ауылынан Әлкәгә күсеп килгәс, Вәлиуллин Көҫкәнде тигән бәләкәй генә йылға буйынан йорт һатып ала. Уныһына атаһы Финан ағай менән әсәһе Сәрбиямал инәйҙе күсерә. Эргәһенә генә яңы йорт һала. Хәҙер тормош иптәше Зөлфирә менән икәүләшеп ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Ауыл халҡына хас булғанса, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсалары гөл-сәскәгә күмелгән.
Бөгөн Вәлиуллин өр-яңы “тимер ат”ында баҫыуын иңләй. Киләһе уңышҡа нигеҙ һалырға йыйына. Уның һымаҡ төшөнкөлөккә бирелмәй, ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алғандар ғына ошолай баҙар ҡанундарын ауыҙлыҡлай алалыр, тиһең дә, уңыштарына ҡыуанып, ысын күңелдән изге теләктәр теләйһең.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Салауат районы,
Әлкә ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә