Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Дәрт тә бар, дарман да. Яғыулыҡ та булһа...
Дәрт тә бар, дарман да. Яғыулыҡ та булһа...Яманғол бригадаһында арыш урағының ҡыҙған мәле. Ике комбайн, бер-бер артлы төшөп, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ иңләгән караптар һымаҡ, иркен баҫыуҙарҙы гиҙә. Көндәр яҡшы торған саҡта урып йыйыу эштәрен тиҙерәк теүәлләргә кәрәк. Шуға ла сәмләнеп, ҡара тиргә батып эшләй комбайнсылар.

Хужалыҡтың баш агрономы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Туҡаев беҙҙе баҫыу янында ҡаршы алды. Күренеп тора: кәйефе бер ҙә шәптән түгел.
— Утыҙ йыл агроном булып эшләйем инде, — тип һөйләй ул. — Еңел ураҡ булмай. Төрлө йылдарҙы күрергә тура килде: бәрәкәтлеһен дә, уңышһыҙырағын да. Быйылғы хәл 2010 йылдағынан әллә ни айырылмай. Ҡоролоҡ сәбәпле көткән, өмөтләнгән уңышҡа иҫәп тота алмайбыҙ. Һәр гектарға 80 килограмм иҫәбенән минераль ашлама ла индергәйнек.
Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, республикала эре хужалыҡтарҙан һанала.
— Уңышты бер аҙ арыш күтәрә, — тип һүҙен дауам итә баш агроном. — Гектарынан уртаса 10 центнер төшөм алына. Ҡалта баҫыуында 216 гектарҙа “сулпан-7” 20,4 центнер уңыш бирҙе.
Дәрт тә бар, дарман да. Яғыулыҡ та булһа...Кооперативтың һигеҙ бригадаһында ла ураҡ ойошҡан бара. Игендәрҙе сабыу-һуғыуҙа 14 комбайн ҡатнаша. Эш ике сменала, йәғни тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Фирҙәт Хисиков, Риф Мифтахетдинов, Раил Төхвәтуллин, Рәйес Ғисмәтуллин, Ришат Миңлебаев, Әхмәт Рахманғолов, Ғәйфулла Шәмсетдинов, Рәҡит Таңатаров, Марсель Буранов һәм уларҙың хеҙмәттәштәре етештереүсәнле эшләй.
— Көнөнә ике тапҡыр ашаталар, — ти Фирҙәт. — Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған.
Уның комбайны бына утыҙ ике йыл инде ураҡ башынан алып аҙағына ҡәҙәр иген ҡырҙарынан ҡайтып инмәй. Төбәктең данлыҡлы комбайнсыһы улдарында ла игенсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән: Альфред менән Әлфир армиянан ҡайтҡас та “Енисей” штурвалы артына ултырған.
Баш агроном шундай сағыштырыу ҙа килтерҙе. Хужалыҡ комбайнсылары МТС-тыҡыларға ҡарағанда ике тапҡырға һөҙөмтәлерәк эш күрһәтә икән.
Баҫыу — ырҙын табағы юлында ун “КамАЗ” етеҙ йөрөй. Ашлыҡ эшкәртелеп орлоҡҡа һалына, “Маяҡ” элеваторына оҙатыла.
Мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Хужалыҡта баҫыусылыҡ менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла үҫеш алған. Май заводына көн һайын 136 центнер продукция оҙатыла.
Ҙур тырышлыҡ һала баҫыу эшсәндәре. Тик бына дизель яғыулығына ҡытлыҡ урып йыйыуҙа тотҡарлыҡ һәм ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Күмертау нефть базаһында солярка менән хәл ауыр.
Иҫәпләүҙәр буйынса, яҙғы сәсеүҙән алып ураҡ эштәрен башҡарып сығыу өсөн 5 мең тонна яғыулыҡ талап ителә. Шуның 2 200 тоннаһы льготалы хаҡ менән алына. Тик был күләмдәге яғыулыҡ эштәрҙе яртылаш атҡарып сығырға ғына етәсәк.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡолмөхәмәтов әңгәмә барышында шуны билдәләне: баҙар шарттарына күсеүҙең иң ауыр йылдарында ла төбәктә һөрөнтө ерҙәрҙе ҡырҡа кәметеүгә юл ҡуйылмаған. Киреһенсә, ул артыуға табан бара. Бөгөн 103 мең гектар ер һөҙөмтәле файҙаланыла.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә