Яманғол бригадаһында арыш урағының ҡыҙған мәле. Ике комбайн, бер-бер артлы төшөп, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ иңләгән караптар һымаҡ, иркен баҫыуҙарҙы гиҙә. Көндәр яҡшы торған саҡта урып йыйыу эштәрен тиҙерәк теүәлләргә кәрәк. Шуға ла сәмләнеп, ҡара тиргә батып эшләй комбайнсылар.
Хужалыҡтың баш агрономы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Туҡаев беҙҙе баҫыу янында ҡаршы алды. Күренеп тора: кәйефе бер ҙә шәптән түгел.
— Утыҙ йыл агроном булып эшләйем инде, — тип һөйләй ул. — Еңел ураҡ булмай. Төрлө йылдарҙы күрергә тура килде: бәрәкәтлеһен дә, уңышһыҙырағын да. Быйылғы хәл 2010 йылдағынан әллә ни айырылмай. Ҡоролоҡ сәбәпле көткән, өмөтләнгән уңышҡа иҫәп тота алмайбыҙ. Һәр гектарға 80 килограмм иҫәбенән минераль ашлама ла индергәйнек.
Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, республикала эре хужалыҡтарҙан һанала.
— Уңышты бер аҙ арыш күтәрә, — тип һүҙен дауам итә баш агроном. — Гектарынан уртаса 10 центнер төшөм алына. Ҡалта баҫыуында 216 гектарҙа “сулпан-7” 20,4 центнер уңыш бирҙе.
Кооперативтың һигеҙ бригадаһында ла ураҡ ойошҡан бара. Игендәрҙе сабыу-һуғыуҙа 14 комбайн ҡатнаша. Эш ике сменала, йәғни тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Фирҙәт Хисиков, Риф Мифтахетдинов, Раил Төхвәтуллин, Рәйес Ғисмәтуллин, Ришат Миңлебаев, Әхмәт Рахманғолов, Ғәйфулла Шәмсетдинов, Рәҡит Таңатаров, Марсель Буранов һәм уларҙың хеҙмәттәштәре етештереүсәнле эшләй.
— Көнөнә ике тапҡыр ашаталар, — ти Фирҙәт. — Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған.
Уның комбайны бына утыҙ ике йыл инде ураҡ башынан алып аҙағына ҡәҙәр иген ҡырҙарынан ҡайтып инмәй. Төбәктең данлыҡлы комбайнсыһы улдарында ла игенсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән: Альфред менән Әлфир армиянан ҡайтҡас та “Енисей” штурвалы артына ултырған.
Баш агроном шундай сағыштырыу ҙа килтерҙе. Хужалыҡ комбайнсылары МТС-тыҡыларға ҡарағанда ике тапҡырға һөҙөмтәлерәк эш күрһәтә икән.
Баҫыу — ырҙын табағы юлында ун “КамАЗ” етеҙ йөрөй. Ашлыҡ эшкәртелеп орлоҡҡа һалына, “Маяҡ” элеваторына оҙатыла.
Мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Хужалыҡта баҫыусылыҡ менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла үҫеш алған. Май заводына көн һайын 136 центнер продукция оҙатыла.
Ҙур тырышлыҡ һала баҫыу эшсәндәре. Тик бына дизель яғыулығына ҡытлыҡ урып йыйыуҙа тотҡарлыҡ һәм ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Күмертау нефть базаһында солярка менән хәл ауыр.
Иҫәпләүҙәр буйынса, яҙғы сәсеүҙән алып ураҡ эштәрен башҡарып сығыу өсөн 5 мең тонна яғыулыҡ талап ителә. Шуның 2 200 тоннаһы льготалы хаҡ менән алына. Тик был күләмдәге яғыулыҡ эштәрҙе яртылаш атҡарып сығырға ғына етәсәк.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡолмөхәмәтов әңгәмә барышында шуны билдәләне: баҙар шарттарына күсеүҙең иң ауыр йылдарында ла төбәктә һөрөнтө ерҙәрҙе ҡырҡа кәметеүгә юл ҡуйылмаған. Киреһенсә, ул артыуға табан бара. Бөгөн 103 мең гектар ер һөҙөмтәле файҙаланыла.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Көйөргәҙе районы.