Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡояш көйҙөрмәҫ элек
Ҡояш көйҙөрмәҫ элекҺуңғы йылдарҙа һауа шарттары ауыл эшсәндәрен бер ҙә иркәләмәй. Былтыр яҙҙан көҙгә тиклем ямғыр туҡтамай ҡойоп, иген культураларының байтаҡ өлөшө ерҙә ятып ҡалғайны. Быйыл, киреһенсә, ҡайнар ҡояш игенгә баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көйҙөрөп бөтөп бара.

Республика райондары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыуҙы ғәҙәттәгенән ике аҙна тирәһе алдан башларға мәжбүр булды. Дәүләкәндә лә биш хужалыҡ ураҡҡа тотонған. Шуларҙың береһе — “Ҡаҙанғол” тәжрибә хужалығының елгә елберҙәп ултырған арыш баҫыуына килеп төштөк.
— Башаҡ туҡ булһа, ергә эйелер ине, — тип көрһөндө ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рафиҡ Гәрәев. — Урылған арышҡа ҡарағыҙ: ҡуҙағы һарғайған, еме ҡойолоп тора, һабағы иһә — йәм-йәшел. Өлгөрмәгән, ә шулай ҙа йыйып алырға кәрәк.
Баҫыуға “Макдон” сапҡысы сыҡҡан. Иртә таңдан эш башлаған комбайнсы Александр Поляков майҙанды бер нисә рәт әйләнергә өлгөргән. Яҫмалар йоҡа күренә. Көндәлек Ҡояш көйҙөрмәҫ элекнорма 40 гектар булыуға ҡарамаҫтан, тәжрибәле механизатор уны бер көн элгәре 64-кә еткергән. “Беҙгә заманса техникала көндөң томралығы бер ни ҙә түгел ул, сөнки кондиционер эшләй. Ә бына иген һәләк була. Шуға урып йыйыуҙы тиҙерәк башҡарырға барлыҡ тырышлыҡты һалабыҙ. Ике сменала эшләйбеҙ”, — тине комбайнсы бер нисә минутҡа туҡтаған арала.
Райондың алдынғы хужалығы “Ҡаҙанғол”доң 5 300 гектар сәсеүлеге, 200 баштан ашыу һыйыр малы бар. Быйыл ике сит ил комбайны, “Макдон” сапҡысы, “Бюлер” тракторы һатып алғандар.
Ҡояш көйҙөрмәҫ элек— Районда 70-тән ашыу фермер хужалығы бар, — ти Рафиҡ Ғәбиҙулла улы. — Шуларҙың 17-һе — эре ауыл хужалығы кооперативы. Тап уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Быйыл район буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 50 мең гектарҙы биләй, шул иҫәптән 12 меңе — ужым культуралары. Ураҡҡа 80 комбайн йәлеп ителгән, уларҙың 60-ы — үҙебеҙҙеке (12-һе быйыл ғына алынды), 20-һе — “Ергән” МТС-ыныҡы. Көн һайын иген культуралары 2,5 мең гектар майҙанда урып һуғыла.
Көндөң томралығына ҡарамаҫтан, дәртләнеп эшләй, киләсәккә өмөт менән ҡарай дәүләкәндәр. Мал аҙығы әҙерләүҙе лә ҙур тырышлыҡ менән атҡаралар. Әлегә 7 400 тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән, 20 мең тонна тирәһе сенаж һалынған. Һәр шартлы баш малға 9 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Былтырҙан ҡалған сенаж менән силосты иҫәпкә алғанда, шартлы бер баш малға 27-28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк, һәр хәлдә, мал ҡышлатыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ тигән өмөттә ауыл эшсәндәре.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Дәүләкән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә