Һуңғы йылдарҙа һауа шарттары ауыл эшсәндәрен бер ҙә иркәләмәй. Былтыр яҙҙан көҙгә тиклем ямғыр туҡтамай ҡойоп, иген культураларының байтаҡ өлөшө ерҙә ятып ҡалғайны. Быйыл, киреһенсә, ҡайнар ҡояш игенгә баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көйҙөрөп бөтөп бара.
Республика райондары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыуҙы ғәҙәттәгенән ике аҙна тирәһе алдан башларға мәжбүр булды. Дәүләкәндә лә биш хужалыҡ ураҡҡа тотонған. Шуларҙың береһе — “Ҡаҙанғол” тәжрибә хужалығының елгә елберҙәп ултырған арыш баҫыуына килеп төштөк.
— Башаҡ туҡ булһа, ергә эйелер ине, — тип көрһөндө ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рафиҡ Гәрәев. — Урылған арышҡа ҡарағыҙ: ҡуҙағы һарғайған, еме ҡойолоп тора, һабағы иһә — йәм-йәшел. Өлгөрмәгән, ә шулай ҙа йыйып алырға кәрәк.
Баҫыуға “Макдон” сапҡысы сыҡҡан. Иртә таңдан эш башлаған комбайнсы Александр Поляков майҙанды бер нисә рәт әйләнергә өлгөргән. Яҫмалар йоҡа күренә. Көндәлек
норма 40 гектар булыуға ҡарамаҫтан, тәжрибәле механизатор уны бер көн элгәре 64-кә еткергән. “Беҙгә заманса техникала көндөң томралығы бер ни ҙә түгел ул, сөнки кондиционер эшләй. Ә бына иген һәләк була. Шуға урып йыйыуҙы тиҙерәк башҡарырға барлыҡ тырышлыҡты һалабыҙ. Ике сменала эшләйбеҙ”, — тине комбайнсы бер нисә минутҡа туҡтаған арала.
Райондың алдынғы хужалығы “Ҡаҙанғол”доң 5 300 гектар сәсеүлеге, 200 баштан ашыу һыйыр малы бар. Быйыл ике сит ил комбайны, “Макдон” сапҡысы, “Бюлер” тракторы һатып алғандар.
— Районда 70-тән ашыу фермер хужалығы бар, — ти Рафиҡ Ғәбиҙулла улы. — Шуларҙың 17-һе — эре ауыл хужалығы кооперативы. Тап уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Быйыл район буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 50 мең гектарҙы биләй, шул иҫәптән 12 меңе — ужым культуралары. Ураҡҡа 80 комбайн йәлеп ителгән, уларҙың 60-ы — үҙебеҙҙеке (12-һе быйыл ғына алынды), 20-һе — “Ергән” МТС-ыныҡы. Көн һайын иген культуралары 2,5 мең гектар майҙанда урып һуғыла.
Көндөң томралығына ҡарамаҫтан, дәртләнеп эшләй, киләсәккә өмөт менән ҡарай дәүләкәндәр. Мал аҙығы әҙерләүҙе лә ҙур тырышлыҡ менән атҡаралар. Әлегә 7 400 тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән, 20 мең тонна тирәһе сенаж һалынған. Һәр шартлы баш малға 9 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Былтырҙан ҡалған сенаж менән силосты иҫәпкә алғанда, шартлы бер баш малға 27-28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк, һәр хәлдә, мал ҡышлатыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ тигән өмөттә ауыл эшсәндәре.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Дәүләкән районы.