Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы 06.10.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы...
Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне

Бөгөн Мәскәүҙә башланған «Алтын көҙ» XXVIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандың стендын ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һәм ауыл хужалығы министры Оксана Лут ҡараны. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселәргә төбәктең ауыл хужалығы тармағындағы ҡаҙаныштары, ҙур проекттар тураһында һөйләне.
Башҡортостан күргәҙмәлә 144 квадрат метрлыҡ майҙанда малсылыҡ, үҫемлекселек, биотехнологиялар өлкәләрендәге ғилми-технологик проекттарын тәҡдим итә. Улар араһында — Башҡортостан дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплаштырыу өсөн эшләнгән программа-аппарат комплексы ла бар. Ул селекция эшен күпкә тиҙләтеү мөмкинлеген бирә.
«Республиканы үҙебеҙҙең орлоҡ фонды менән тәьмин итеү бурысын ҡуйып, уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендәге Биохимия һәм генетика институтының, беҙҙең аграр университеттың, шулай уҡ ҡеүәтле индустриаль партнерҙың мөмкинлектәрен берләштерҙек. Был ауыл хужалығы культураларын селекциялау өлкәһендә уникаль проект булдырыуға юл асты. Федераль ярҙам арҡаһында юғары уҡыу йортоноң ғилми-белем биреү базаһын да етди яҡшыртыуға өлгәштек», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплаштырыу технологияһы хаҡында ентекләп һөйләне. Ул белгестәрҙең үҫемлектәрҙең уңдырышлылығын нисек баһалауы хаҡында бәйән итте.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе башҡорт селекционерҙарының ғилми эшләнмәһен юғары баһаланы.
«Был — төрлө культураларҙы заказсы талаптарына ярашлы үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек, — тине Михаил Мишустин. — Радий Фәрит улы, һеҙҙең төрлө өлкәләге ғилми эҙләнеүҙәргә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ тураһында беләм. Республикала генетика буйынса башҡарылған эштәр үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар иҫәбенә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һалыу мөмкинлеген бирә».

Башҡортостан стендын шулай уҡ Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре килде. Ҡунаҡтарға республиканың ауыл хужалығы тармағының мөмкинлектәре, шул иҫәптән роботлаштырылған «ROБOLAБ» ПЦР-диагностикаһы һәм «Һанлы умарта» умарталыҡтар менән идара итеү системаһы хаҡында һөйләнеләр.
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы 06.10.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы...
2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта 01.10.2026 // Иҡтисад
Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла....
Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде 01.10.2026 // Иҡтисад
Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ......
Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды 29.09.2026 // Иҡтисад
Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды...
Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды 29.09.2026 // Иҡтисад
Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды...
Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле 28.09.2026 // Иҡтисад
Октябрҙән төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә....
Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше мөлкәт һалымын түләргә тейеш 28.09.2026 // Иҡтисад
Бюджетҡа 8 миллиард һум аҡса инеүе көтөлә....
Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек 16.09.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы ......
Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды 11.09.2026 // Иҡтисад
Төп ставка 14% кимәлендә ҡалды....
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад
Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....
Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад
Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....
Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад
Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...