Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » «Салауат» компанияһы Әбйәлил районының иң төпкөл ауылын төҙөкләндерҙе

«Салауат» компанияһының килеүе Әбйәлил районына ысын мәғәнәһендә яңы һулыш өрҙө. Быйыл йәй ойошма райондағы социаль объекттарҙың биләмәләрен йәшелләндереү буйынса акция башланы.

Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ»

Компания 4 мәктәп, ике балалар баҡсаһы биләмәһен һәм үҙәк район дауаханаһы майҙансығын төҙөкләндерҙе. Хәҙер ойошма коллективын һәр ауылда көтөп алалар. Бөгөн «йәшел десант» иң төпкөл ауылдарҙың береһе Хәмиткә барып етте.

Хәмит ауылы тауҙар ҡуйынында урынлашҡан, уны урталайға бүлеп Ҡағы аға. Тирә-яғында кеше ҡулдары теймәгән ожмахҡа тиң тәбиғәт. Таулы төбәккә әлегә газ килеп етмәгән, асфальт юл юҡ. Ауыл халҡы фиҙакәр хеҙмәте менән матур лайыҡлы тормош көтә. Тап ошонда «Салауат» компанияһы үҙенең «йәшел десантын» алып килде.

Иртәнсәктән ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, экологик акцияға 100-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Компания коллективы өмәгә буш ҡул менән түгел, Хәмит ауыл биләмәһендәге барлыҡ учреждениеларға ылыҫлы ағас үҫентеләре, күп йыллыҡ сәскәләр алып килгән. Ойошма директоры Таһир Бәхтигәрәев уларҙы тантаналы рәүештә хужаларға тапшырҙы. Мәктәп биләмәһенә шунда уҡ бер нисә гортензия үҫентеһе ултыртылды. Яңы уҡыу йылы башланыуға уның сағыу сәскәләре бөтәһен дә ҡыуандырып ултырасаҡ. Хәмиттәр инвесторҙың тырышлығын юғары баһалай, уларҙың әйтеүенсә, «районға инвесторҙар күпләп килә, әммә бығаса Хәмит ауылына береһе лә килеп етмәгән».

Беҙҙең ауыл ысын мәғәнәһендә гөрләп тора, үҫешә, урман эше менән шөғөлләнеүселәр бар, ҙур мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт, китапхана эшләй. Быйыл өс уҡыусыбыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамланы һәм БДИ-ла юғары балдар йыйҙы. Шуға күрә уҡыу йортона килтерелгән сәскәләр һәм үҫентеләр коллектив өсөн ҙур бүләк. Бик шатбыҙ, сөнки компания бөтә ауылдарға ла тигеҙ иғтибар бүлә. Бик күп социаль мәсьәләләр хәл ителә. Инвесторҙар күпләп килә, әммә бығаса Хәмит ауылына килеп етеүселәр булманы.

«Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев бөгөнгө сараның социаль-иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән комплекслы программаның бер өлөшө булыуын билдәләне.

«Экологик йүнәлеш — беҙҙең стандарт. Шуға күрә йылға-күл буйҙарын таҙартыуға әүҙем тотондоҡ, бөгөн Ҡағы йылғаһы ярҙарын тәртипкә килтерәбеҙ. Беҙ бер көнлөк акциялар үткәрмәйбеҙ, Хәмит ауылындағы сара ла, моғайын, йолаға әйләнер. Районда компанияға ҡарата халыҡтың ҡарашы үҙгәреүен тоябыҙ: былтыр һорауҙар күп ине, хәҙер асыҡ һәм әүҙем эш ярҙамында беҙ үҙ-ара аңлашыуҙы нығыттыҡ, ыңғай йылы мөхит булдырыуға өлгәштек», — тине Бәхтигәрәев.
Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ»

Экологик өмәгә социаль учреждениелар коллективтары, Хәмит ауылы мәктәбе уҡыусылары сыҡты. Ауыл халҡының тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы шунда уҡ һиҙелә, йылға буйында бер сүп күренмәй. Урыны менән ҡороған ағастарҙың олондары һәм ботаҡтары ята.

Өмәлә «Салауат» ойошмаһының эшмәкәрлеген контролләү буйынса күҙәтеү советы вәкиле Хәлил Рәхмәтуллин әүҙем ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, бындай саралар халыҡтың компанияға ҡарата ышанысын арттырырға ярҙам итә.

«Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана, әгәр тәбиғәткә , ул да беҙгә шуның менән яуап бирәсәк. Шуға күрә компанияның эштәрен ыңғай баһалайбыҙ, ул социаль йөкләмәләрен үтәп кенә ҡалмай, урындағы халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырып, экологик акциялар үткәрә. Спорт комплекстары төҙөй, балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе ремонтлай, яңы уйын майҙансыҡтары булдыра. Былар барыһы ла ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы ойошмаға ҡарата ышанысты нығыта. Һәм был дөрөҫ, сөнки компания үҙенең социаль һәм экологик яуаплылығын иҫбатланы ла инде», — ти Хәлил Рәхмәтуллин.
Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ»

«Салауат» компанияһы йылға-күлдәрҙә экологик акцияларҙы дауам итергә планлаштыра. Яҡын киләсәктә ойошма вәкилдәре Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығына 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрәсәк. Шулай уҡ Ҡыҙыл йылғаһы буйында «Ҡыҙыл, йәшә!» акцияһы үтәсәк.

Бынан алда «Салауат» компанияһы Байым һәм Асҡар ауылдарындағы мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрен йәшелләндергәйне. Бынан тыш, компания Йәлембәт ауылында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 80 ағас үҫентеһе, Үтәгән ауылы янында урмандарҙы тергеҙеү маҡсатында 14 меңдән ашыу ҡарағай ултыртҡайны.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0