Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ямғырҙар кинәндерҙе
Ямғырҙар кинәндерҙеРеспублика хужалыҡтарында йәшел ураҡ дәррәү һәм ойошҡан бара. Баҫыу-яландарҙа көнө-төнө трактор тауышы тынмай, хуш еҫле бесән еҫе әллә ҡайҙарға таралған. Фермаларға ылау-ылау булып мал аҙығы ҡайта. Көндәр ҙә матур тора бит, шуға ла ауыл эшсәндәре барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа күберәк мал аҙығы тупларға тырыша.

– Тәбиғәт шарттары үтә ҡырыҫ булһа ла, йыл ауыл хужалығы өсөн уңайлы килә, ваҡытында яуған ямғырҙар ҙа шифалы булды, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығыЯмғырҙар кинәндерҙе идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фаяз Хәлилов. – Был көндәрҙә бөтөн көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтәбеҙ, бесән дә баҫыуҙарҙа ҡуйы булып үҫкән.
“Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә иң тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән. Бөгөн бында сенаж һалыу тамамланған, уны быйыл 350 гектарҙа әҙерләгәндәр.
Беҙ барғанда хужалыҡ эшсәндәре Ҡара ҡайын баҫыуындағы төргәктәрҙәге бесәнде “КамАЗ”-дарға тейәп, ферма ихатаһына оҙата ине. Егеттәрҙең күңеле көр, тәбиғәт тә көйһөҙләнмәй уларҙы эшләргә саҡырып торған кеүек. Йәшел ураҡты уңышлы атҡарыуҙа хужалыҡ бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәй, сөнки техника төҙөк, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Егеттәрҙең һәр береһе етәкселек яғынан иғтибар һәм ихтирам булыуын да телгә алды. “Оҙаҡ йылдар туған хужалығымда эшләүемә шатмын. Быйыл бесән күпереп үҫкән, ҡуйы ла, ҡалын да. Иптәштәрем дә эштән ҡәнәғәт”, – ти алдынғы механизатор Дамил Гәрәев. Һуңғы йылда ғына хужалыҡ туғыҙ миллион һумлыҡ яңы техника һатып алған. Иҫкеһен дә ташлап ҡуймағандар, йүнәтеп эшкә ҡушҡандар. Оҫтаханала көҙгө баҫыу эштәренә лә әҙерлек алып баралар.
Ямғырҙар кинәндерҙеХужалыҡта 1600 баш мал аҫрала, фермалар халыҡты йыл әйләнәһенә эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Малдар әле йәйләүҙә, һөт ямғырҙан һуң айырыуса арта. Дәүләткә көнөнә өс тоннанан ашыу һөт һаталар. Етәкселәрҙе уға хаҡтың бик арзан булыуы ла борсомай ҡалмай, әлбиттә. Бөгөн һөт эшкәртеүселәр килограмын туғыҙ һум егерме тин менән генә һатып ала. Ә магазинда уның күпме торғанын үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ.
Әммә бында төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡышҡылыҡҡа мул аҙыҡ әҙерләү хәстәре менән мәшғүлдәр. Бынан тыш, пар ерҙәрен, бер йыллыҡ үләндәрҙе эшкәртәләр, борсаҡ баҫыуын ағыулайҙар.
Һәр ерҙә эш ойошҡан бара. Рафаэль Ғәлимов, Рим Кәшфуллин, Зөфәр Садиҡов, Дамир Шәүәлиев, Ришат Хәбибуллин кеүек уңған егеттәр булғанда хужалыҡ һәр саҡ алдынғылар исемлегенән төшмәҫ.
Йәшел ураҡ осоронда ауыл эшсәндәре етерлек күләмдә мал аҙығы туплауға һәм мул уңыш үҫтереп алыуға ҙур өмөт бағлай. Ә нуримандар — сәмле һәм дәртле халыҡ, уларҙың һәр эштә алдынғы булыуы күптәргә мәғлүм.
Самат ҒӘЛИН
Нуриман районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә