Республика хужалыҡтарында йәшел ураҡ дәррәү һәм ойошҡан бара. Баҫыу-яландарҙа көнө-төнө трактор тауышы тынмай, хуш еҫле бесән еҫе әллә ҡайҙарға таралған. Фермаларға ылау-ылау булып мал аҙығы ҡайта. Көндәр ҙә матур тора бит, шуға ла ауыл эшсәндәре барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа күберәк мал аҙығы тупларға тырыша.
– Тәбиғәт шарттары үтә ҡырыҫ булһа ла, йыл ауыл хужалығы өсөн уңайлы килә, ваҡытында яуған ямғырҙар ҙа шифалы булды, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы
идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фаяз Хәлилов. – Был көндәрҙә бөтөн көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтәбеҙ, бесән дә баҫыуҙарҙа ҡуйы булып үҫкән.
“Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә иң тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән. Бөгөн бында сенаж һалыу тамамланған, уны быйыл 350 гектарҙа әҙерләгәндәр.
Беҙ барғанда хужалыҡ эшсәндәре Ҡара ҡайын баҫыуындағы төргәктәрҙәге бесәнде “КамАЗ”-дарға тейәп, ферма ихатаһына оҙата ине. Егеттәрҙең күңеле көр, тәбиғәт тә көйһөҙләнмәй уларҙы эшләргә саҡырып торған кеүек. Йәшел ураҡты уңышлы атҡарыуҙа хужалыҡ бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәй, сөнки техника төҙөк, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Егеттәрҙең һәр береһе етәкселек яғынан иғтибар һәм ихтирам булыуын да телгә алды. “Оҙаҡ йылдар туған хужалығымда эшләүемә шатмын. Быйыл бесән күпереп үҫкән, ҡуйы ла, ҡалын да. Иптәштәрем дә эштән ҡәнәғәт”, – ти алдынғы механизатор Дамил Гәрәев. Һуңғы йылда ғына хужалыҡ туғыҙ миллион һумлыҡ яңы техника һатып алған. Иҫкеһен дә ташлап ҡуймағандар, йүнәтеп эшкә ҡушҡандар. Оҫтаханала көҙгө баҫыу эштәренә лә әҙерлек алып баралар.
Хужалыҡта 1600 баш мал аҫрала, фермалар халыҡты йыл әйләнәһенә эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Малдар әле йәйләүҙә, һөт ямғырҙан һуң айырыуса арта. Дәүләткә көнөнә өс тоннанан ашыу һөт һаталар. Етәкселәрҙе уға хаҡтың бик арзан булыуы ла борсомай ҡалмай, әлбиттә. Бөгөн һөт эшкәртеүселәр килограмын туғыҙ һум егерме тин менән генә һатып ала. Ә магазинда уның күпме торғанын үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ.
Әммә бында төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡышҡылыҡҡа мул аҙыҡ әҙерләү хәстәре менән мәшғүлдәр. Бынан тыш, пар ерҙәрен, бер йыллыҡ үләндәрҙе эшкәртәләр, борсаҡ баҫыуын ағыулайҙар.
Һәр ерҙә эш ойошҡан бара. Рафаэль Ғәлимов, Рим Кәшфуллин, Зөфәр Садиҡов, Дамир Шәүәлиев, Ришат Хәбибуллин кеүек уңған егеттәр булғанда хужалыҡ һәр саҡ алдынғылар исемлегенән төшмәҫ.
Йәшел ураҡ осоронда ауыл эшсәндәре етерлек күләмдә мал аҙығы туплауға һәм мул уңыш үҫтереп алыуға ҙур өмөт бағлай. Ә нуримандар — сәмле һәм дәртле халыҡ, уларҙың һәр эштә алдынғы булыуы күптәргә мәғлүм.
Самат ҒӘЛИН
Нуриман районы.