Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡурай яһай Рәмил
Ҡурай яһай РәмилЮлдыбай ауылынан Рәмил Хөснуллинды Күгәрсендә генә түгел, башҡа райондарҙа, хатта күрше өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. Кем һуң ул сит тарафтарҙа танылыу яулаған егет? Йырсы ла, ҡурайсы ла, бейеүсе лә, шағир ҙа түгел Рәмил. Ул ҡурай яһау менән шөғөлләнә.

Рәмил тәүҙә өлкән улы Урал менән йорт өсөн йыһаз эшләй. Ауылдаштары ла оҫтаның һәр әйберен яратып ала, заказдар бирә. Әммә 2004 йылда Рәмил, кәсебен ҡапыл икенсе йүнәлешкә үҙгәртеп, ҡурай яһау буйынса шәхси предприятиеһын булдыра. Күптәр, әлбиттә, уның яңы шөғөлөн аңлап та бөтмәй. Шулай ҙа ул башҡорт халҡының милли ҡоралын яһауҙы һайлап яңылышмай. Хөснуллиндарҙың кәсебе хаҡында районда ла ишетеп-белеп ҡалалар.
Аҙаҡ уның оҫталығы хаҡында йыраҡҡа ла тарала. Һуңынан Рәмилдең ҡурайҙарына Башҡортостанда йәшәүсе ҡурайсылар, төрлө мәҙәниәт учреждениелары, күрше Ҡурай яһай РәмилСиләбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Мәскәүҙән күпләп мөрәжәғәт итә башлайҙар.
– Әлбиттә, ҡурай яһауға һәр кем тотоноп китә алмай, бик нескә эш ул, үтә түҙемлеләр генә булдыра ала. Һуңғы ваҡытта милли ҡоралыбыҙға ихтыяж арта. Унан-бынан ишетеп тигәндәй, сит илгә сыҡҡанда бүләккә тип ҡурай алырға килеүселәр ҙә күбәйҙе, – ти Рәмил.
Әйткәндәй, Роберт Юлдашев, Азат Биксурин, Ишморат Илбәков, Азат Айытҡолов кеүек билдәле ҡурайсылар Рәмилгә заказ биргән. Бында яңыһын яһауҙан тыш, тотонолғанын йүнәтеп тә бирәләр.
Рәмилдең әйтеүенсә, ҡурай яһауға Башҡортостан урмандарында үҫкән барлыҡ ағас та ярай икән. Оҫтаханала бөгөн бөтөн уңайлы шарттар булдырылған, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Бина ла үҙенеке, ҡуртымға алынмаған, шуға ла милли ҡоралыбыҙға хаҡ әллә ни ҡиммәт түгел.
Ҡурайҙан тыш, Рәмил һыбыҙғы, флейта, ҡумыҙ һәм һуҡма инструменттар яһауҙы ла юлға һалған. Айырыуса мәҙәниәт усаҡтарынан заказ күпләп килә. Ҡурайҙы бүләккә тапшырғанда матур күренһен һәм һаҡлауға уңайлы булһын өсөн футляр ҙа эшләйҙәр. Яңыраҡ шахмат өҫтәле яһай башлағандар, уны ла бүләккә һораусылар күп икән.
Күптәргә ят тойолған кәсеп менән шөғөлләнгән Хөснуллиндарҙың эшмәкәрлеге табыш та килтерә, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына һөйөү ҙә тәрбиәләй.
Самат Ғәлин
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә