Юлдыбай ауылынан Рәмил Хөснуллинды Күгәрсендә генә түгел, башҡа райондарҙа, хатта күрше өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. Кем һуң ул сит тарафтарҙа танылыу яулаған егет? Йырсы ла, ҡурайсы ла, бейеүсе лә, шағир ҙа түгел Рәмил. Ул ҡурай яһау менән шөғөлләнә.
Рәмил тәүҙә өлкән улы Урал менән йорт өсөн йыһаз эшләй. Ауылдаштары ла оҫтаның һәр әйберен яратып ала, заказдар бирә. Әммә 2004 йылда Рәмил, кәсебен ҡапыл икенсе йүнәлешкә үҙгәртеп, ҡурай яһау буйынса шәхси предприятиеһын булдыра. Күптәр, әлбиттә, уның яңы шөғөлөн аңлап та бөтмәй. Шулай ҙа ул башҡорт халҡының милли ҡоралын яһауҙы һайлап яңылышмай. Хөснуллиндарҙың кәсебе хаҡында районда ла ишетеп-белеп ҡалалар.
Аҙаҡ уның оҫталығы хаҡында йыраҡҡа ла тарала. Һуңынан Рәмилдең ҡурайҙарына Башҡортостанда йәшәүсе ҡурайсылар, төрлө мәҙәниәт учреждениелары, күрше
Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Мәскәүҙән күпләп мөрәжәғәт итә башлайҙар.
– Әлбиттә, ҡурай яһауға һәр кем тотоноп китә алмай, бик нескә эш ул, үтә түҙемлеләр генә булдыра ала. Һуңғы ваҡытта милли ҡоралыбыҙға ихтыяж арта. Унан-бынан ишетеп тигәндәй, сит илгә сыҡҡанда бүләккә тип ҡурай алырға килеүселәр ҙә күбәйҙе, – ти Рәмил.
Әйткәндәй, Роберт Юлдашев, Азат Биксурин, Ишморат Илбәков, Азат Айытҡолов кеүек билдәле ҡурайсылар Рәмилгә заказ биргән. Бында яңыһын яһауҙан тыш, тотонолғанын йүнәтеп тә бирәләр.
Рәмилдең әйтеүенсә, ҡурай яһауға Башҡортостан урмандарында үҫкән барлыҡ ағас та ярай икән. Оҫтаханала бөгөн бөтөн уңайлы шарттар булдырылған, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Бина ла үҙенеке, ҡуртымға алынмаған, шуға ла милли ҡоралыбыҙға хаҡ әллә ни ҡиммәт түгел.
Ҡурайҙан тыш, Рәмил һыбыҙғы, флейта, ҡумыҙ һәм һуҡма инструменттар яһауҙы ла юлға һалған. Айырыуса мәҙәниәт усаҡтарынан заказ күпләп килә. Ҡурайҙы бүләккә тапшырғанда матур күренһен һәм һаҡлауға уңайлы булһын өсөн футляр ҙа эшләйҙәр. Яңыраҡ шахмат өҫтәле яһай башлағандар, уны ла бүләккә һораусылар күп икән.
Күптәргә ят тойолған кәсеп менән шөғөлләнгән Хөснуллиндарҙың эшмәкәрлеге табыш та килтерә, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына һөйөү ҙә тәрбиәләй.
Самат Ғәлин
Күгәрсен районы.