Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бизнес үҫергә, яңырырға тейеш
Бизнес үҫергә, яңырырға тейешҺуңғы йылдарҙа республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү планға ярашлы алып барыла. Бизнес вәкилдәренә иғтибар ҙур, сөнки улар Рәсәй иҡтисадында һиҙелерлек урын ала бара. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан КИНЙӘКӘЕВ һөйләй:

– Башҡортостан эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған тотороҡло төбәктәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Әле 112 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һаналып, унда 462,5 мең кеше, йәғни республика иҡтисадында мәшғүл кешеләрҙең һәр дүртенсеһе, хеҙмәт итә.
Республика һәм муниципаль кимәлдә бөгөн ошо субъекттарға булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү буйынса финанслауҙы тәьмин итерлек механизмдар булдырылған. Мәҫәлән, 2005 йылдан башлап дәүләт ярҙамы буйынса программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарҙан 2,2 миллиард һум аҡса бүленде. Программаға ярашлы, аҡсалата ярҙам һуңғы өс йылда туғыҙ меңдән ашыу эшҡыуарҙы дәртләндерергә, ҡатмарлы көрсөк шарттарында 27 мең эш урынын һаҡлап ҡалырға һәм ете мең самаһы яңы урын булдырырға мөмкинлек бирҙе.
Муниципаль бизнес-үҫеш программаларын бергәләп финанслау күләмен арттырыу республикала эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелә бара. Улай ғына ла түгел, үҫә һәм яңыра барған бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды көсәйтеү маҡсатында лизинг түләүенең бер өлөшөн субсидиялауға баҫым яһала. Быға лизинг килешеүҙәре буйынса тәүге иғәнәне түләү ҙә инә. Шулай уҡ башланғыс осорҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғәҙәттәге субсидия биреү ҙә һаҡланып ҡала.
Беҙҙә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһын булдырыу ҙа үтә мөһим. Былтыр уның активы иҫәбенән 280 эшҡыуарға 500 миллион һумдан ашыу күләмдә ярҙам күрһәтелде. “Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге”нең өҫтәмә офистары селтәре лә киңәйә. Һуңғы ваҡытта республикала уларҙың һаны унға артты.
Беҙҙең алда эшҡыуарҙарға финанс һәм мәғлүмәти йәһәттән ярҙам итеү тәңгәлендә мәғлүмәт-консультация биреү механизмын булдырыу маҡсаты тора. Бөгөн эшҡыуарҙар Сибай, Октябрьский, Салауат ҡалаларында урынлашҡан территориаль бизнес-инкубаторҙарҙа, шулай уҡ Рәсәй Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә һәм Ауыл хужалығын үҫтереү республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән мәғлүмәт-консультация үҙәктәрендә үҙ эшен асыу һәм уны алып барыу буйынса юғары квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Быйыл дәүләт комитеты Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә райондарҙа урынлашҡан үҙәктәр аша онлайн-консультациялар ойошторорға йыйына. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың барлыҡ райондары халҡы һалым һалыу, бухгалтер иҫәбе, кредит, хоҡуҡи ярҙам һәм предприятиены үҫтереү, бизнес-планлаштырыу, квалификация күтәреү һәм кадрҙарҙы уҡытыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.
Түләүһеҙ махсус уҡытыу курстарын ойоштороу бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә тағы ла бер мөһим аҙым булып тора. Былтыр ошондай курстарҙа ике меңдән ашыу эшҡыуар белем алды. Әлбиттә, был эштең башы ғына. Әлеге йүнәлештә эш бихисап. Быйыл белем биреү курстары менән бер рәттән практик семинар ойоштороу ҙа күҙаллана. Уларҙы бизнесты уңышлы алып барған эшҡыуарҙар үткәрәсәк.
Донъя һәм ватан тәжрибәһе күрһәтеүенсә, һанап үтелгән хеҙмәттәр күрһәтеү бәләкәй предприятиеларҙың уңышлы эш башлауы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Үрҙә әйтелгән территориаль бизнес-инкубаторҙар эшҡыуарҙарға ташламалы ҡуртым хаҡтары буйынса бина бирә.
Ләкин Башҡортостанда етештереү тәғәйенләнешендәге бизнес-инкубаторҙар төҙөү көнүҙәк мәсьәләгә әүерелә. Үкенескә ҡаршы, республика һәм муниципаль фондтарҙа буш биналарҙың булмауы был йүнәлештәге эште тотҡарлай, сөнки федераль кимәлдә билдәләнгән тәртипкә ярашлы, бизнес-инкубаторҙар дәүләт йәки муниципаль мөлкәт нигеҙендә төҙөлә һәм уларҙың эшмәкәрлеге бюджеттан финанслана ала.
Ошоға бәйле әле торлаҡ булмаған фондты һәм шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһын файҙаланып, эшҡыуарҙар менән дәүләттең партнерлыҡ нигеҙендә бизнес-инкубаторҙар булдырыу варианттары буйынса эш бара. Был арзанға төшәсәк. Әле йәштәр өсөн бизнес-инкубатор булдырыу мәсьәләһе хәл ителә. Уға тәү сиратта юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары менән кисәге сығарылыш уҡыусылары инәсәк.
Ғөмүмән, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү бөгөнгө заманда көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Йәш белгестәрҙең бөтәһе лә, хатта юғары квалификациялылары ла, ҡулай эш таба алмай. Икенсе яҡтан ҡарағанда, йәмәғәт советында билдәләнеүенсә, экспорт IТ-баҙары күләме республикала йылына 900 миллион һум түгел, ә 30 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, йәғни был тәңгәлдә перспектива бик ҙур. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов мәғлүмәт технологиялары өлкәһен юҡҡа ғына “халыҡ өсөн бизнес” тип әйтмәне.

Әйткәндәй...
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлегенә ҡағылышлы материалдарҙы комитеттың сайттарында табырға була.
Самат Ғәлин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә