Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса иҫәп ярата
Аҡса иҫәп яратаДәүләт ҡаҙнасылығы — илдең ышаныслы терәге
Халыҡ араһында йыш ҡына “Атай — еҙнә, инә — ҡаҙна”, “Әндрәй ҡаҙнаһы бар тип беләһеңме әллә?” тигән кинәйәле һүҙҙәрҙе ишетергә тура килһә лә, ғәрәп теленән килеп ингән “ҡаҙна” һүҙенең мәғәнәһе төрлөлөгө һәм уның беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ булыуы менән таң ҡалдырҙы. Беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы Рәсәй Федераль ҡаҙнасылығының Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлеге менән таныштырыр алдынан аҙ ғына тарих төпкөлөнә сәйәхәт яһамаҡсыбыҙ.

Һандарҙың да теле бар

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген ҡулға алып, тәүҙә һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнәйек. “Ҡаҙна 1. Дәүләттең бөтә булған байлығы, дәүләт милке. 2. Шул милеккә эйә булған дәүләт һәм ошо милекте тотонған дәүләт ойошмаһы. 3. Тупланған аҡса, байлыҡ”.
Рәсәй Федераль ҡаҙнасылығының төп бурысы — федераль бюджетты булдырыу, ғәмәлгә ашырыу һәм уны үтәүҙе контролләү, федераль бюджеттың килемдәренә һәм сығымдарына идара итеү (бының өсөн кассалар берҙәмлегенән сығып, банктарҙа ҡаҙнасылыҡ иҫәптәре асыла). Федераль ҡаҙнасылыҡ системаһы фәҡәт Рәсәй Президенты указы менән булдырыла һәм Финанс министрлығы ҡарамағында тора.
Йыл һайын ҡаҙнасылар йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен тикшерә, киләсәккә пландар ҡора. Эшлекле лә, тантаналы ла осрашыуҙа үҙенсәлекле тармаҡтың иң алдынғылары билдәләнә, бүләкләнә. Шулай ҙа был йыйындарҙың уртаһында ғәли йәнәптәре — һандар хакимлыҡ итә. Беҙгә ҡоро, йәнһеҙ тойолған һандарҙың да үҙ теле, тылсымлы көсө барҙыр, күрәһең. Ҡаҙнасылар телендә улар ҙа бөтөнләй икенсе — яғымлы, мәғәнәле яңғырай. Эш һөҙөмтәһе лә, ҡаҙаныштар ҙа — бары һандарҙа. Тарих ептәре беҙҙе ҡаҙна нигеҙен барлыҡҡа килтергән, бынан 500 йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайта.

Аҡса иҫәп яратаҠаҙнаны байытыу кемдең башына килгән?

Биш быуат элек Мәскәү Бөйөк кенәзлегенең нығыныу осоронда ҡаҙна даими үҫә, байый. Тәүҙәрәк ул Мәскәү йорто кенәздәренең шәхси хазинаһы, байлыҡ һаҡлағысы ролен үтәй. Ҡиммәтле һауыт-һаба, кенәздәрҙең затлы кейеме, табыныу әйберҙәре — һәммәһе лә шунда туплана. Айырыуса Иван III бар хакимдарҙы ла уҙҙыра, ифрат бай ҡаҙнаһы менән күптәрҙең күҙен ҡыҙҙыра. Уның хәйләкәрлеге, һаранлығы, иҫәп-хисапты ныҡ яратыуы тураһында уйҙырмалар, легендалар йөрөгән. Хакимдың 70 тәңкә урынына 700-ҙө һыпырып алыу ғәҙәтен, хатта илселәргә һарыҡ биргәндә тиреһен кире ҡайтарыуҙы талап итеү осрағын яҡшы белгәндәр. Дәүләт ҡаҙнаһы яһаҡ, һалым, алыш-биреш пошлиналары, таможня һәм башҡа йыйымдар иҫәбенә тулыланған. Бөйөк кенәзлек иң төшөмлө шөғөлдәрҙе лә үҙ ҡулында тоторға тырышҡан: бал һәм һыра етештереү, ҡомалаҡ ҡулланыу фәҡәт ҡаҙнаның өҫтөнлөгөнә әүерелгән.
ХVI быуат аҙағында Рәсәй дәүләте ҡаҙнаһы, сит ил белгестәренең иҫәпләүенсә, йыл һайын 1 миллион 430 мең һумлыҡ “таҙа” табыш тәшкил иткән, өҫтәүенә ғәскәр һәм батша һарайын тотоуға киткән сығымдар был суммаға инмәй. Ҡаҙнаға аҡсалата индерелгән килемдән тыш, батша ХVI быуат аҙағында Себерҙән һәм башҡа төбәктәрҙән йыл да “йомшаҡ иҫке-моҫҡо” алған. Ҡиммәтле йәнлек тиреләрен элек шулай атап йөрөткәндәр. Мәҫәлән, 1587 йылда Себерҙән 466 бәйләм (һәр бәйләмдә 40-шар тире) шәшке, 5 бәйләм һыуһар һәм 180 ҡара төлкө тиреһе алынған.
1512 йылда ҡаҙна һәм Ҡаҙна һарайы булдырыу ХVI – ХVII быуаттарҙа Рәсәй дәүләтенең үҙәкләштерелгән идараһының өр-яңы системаһына нигеҙ һала.
Күпме быуат тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, шуныһы ғәжәп: ҡаҙнаны тулыландырыуҙы тәьмин итеү һәм эш принциптарының күбеһе элеккесә, үҙгәрешһеҙ ҡалған. Шул уҡ ҡәтғилек, тәртип һәм теүәллек. Ҡаҙнасылар тарафынан башҡарылған эштең ҡиммәте лә, әһәмиәте лә ныҡ күтәрелде хәҙер. Түләү, иҫәп, контроль, хоҡуҡи берләшмәләрҙең финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге мәғлүмәт системаһын үҙ эсенә алған ҡаҙна үҙен үҫергә һәләтле, ышаныслы, алдынғы хеҙмәт итеп күрһәтте.
Илдең финанс системаһының үтә күренмәлелеген, ныҡлығын, тотороҡлолоғон тәьмин итеүсе хеҙмәттең ҡайһы бер уңышлы аҙымдарын барлап үтәйек.

Яңылыҡ үҙен аҡлаясаҡ

Дәүләт финанс контролен ойоштороу мәсьәләләре һәр дәүерҙә лә үтә мөһим. Рәсәйҙең хәҙерге ҡаҙнасылығы 1992 йылдың 8 декабрендә барлыҡҡа килде. Рәсәй Федерацияһы Президенты тап ошо көндө “Федераль ҡаҙнасылыҡ тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн идаралыҡтың бүлектәре республикабыҙҙың бөтә район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа эшләй. 750-нән ашыу кеше федераль, республика һәм 900-гә яҡыны урындағы бюджеттарҙың үтәлешендә ҡулаҡсаның хәрәкәтен һәм бирелешен тәьмин итә.
Быйыл Федераль ҡаҙнасылыҡ үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Был иҫтәлекле көн унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн генә әһәмиәтле түгел. Әгәр ҙә бер көнгә генә булһа ла уның эшмәкәрлеген туҡтатып торһаҡ, Рәсәйҙәге йөҙәр меңләгән бюджет учреждениеларындағы хәлде яҡшы күҙ алдына килтерергә була. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр эш хаҡы, студенттар стипендия ала алмаясаҡ. Һүҙ бында миллионлаған граждандарҙың мәнфәғәте хаҡында бара.
Идаралыҡ етәксеһе Светлана Мәрүәрова хеҙмәттәштәре алдындағы бурыстар тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Башҡарма власть органдарының береһе булараҡ, бюджет процесының айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итәбеҙ, — тине ул. Закондар сығарыусы сығымдарҙың йүнәлешен билдәләһә, аҡса менән эш итеүсе министрлыҡ һәм ведомстволар финансты бүлеү менән мәшғүл, ә беҙ бюджетты үтәйбеҙ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, ҡаҙнасылыҡ федераль бюджеттан аҡса алыусылар өсөн үҙенсәлекле банк булып тора. Беҙҙең осраҡта — Рәсәйҙең бюджет өлкәһенә ҡараған республика учреждениелары, ведомстволары һәм ойошмалары өсөн. Башҡортостан биләмәһендә федераль бюджет аҡсаһын алыусылар һаны 500-ҙән ашыу. Беҙҙең төп бурыс — уларҙы тейешле күләмдә аҡса менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү һәм уны маҡсатһыҙ файҙаланыуға юл ҡуймау. Ҡаҙнасылыҡтың төп эш нигеҙе — дәүләт аҡсаһын бер иҫәпкә туплау һәм уны маҡсатлы тотоноу. Был бик дөрөҫ ҡараш. Элек хәл бөтөнләй башҡаса ине: аҡса бюджет ойошмаһы иҫәбенә килә, һәм ул кәрәге тейгәнгә ҡәҙәр яртышар йыл хәрәкәтһеҙ ята. Шулай итеп, бюджет үтәлешендә тигеҙһеҙлек, өҙөклөк барлыҡҡа килде. “Ҡасан теләйем, шул саҡта тотонам” ҡарашынан ҡотолдоҡ хәҙер. Бөгөн барыһы ла ябай һәм аңлайышлы. Федераль үҙәк аҡсаны беҙ һораған күләмдә ебәрә.
Оҙаҡламай бөтә документ әйләнеше электрон рәүешендә буласаҡ. Был ваҡытты ла, аҡсаны ла янда ҡалдырырға мөмкинлек бирәсәк, ҡағыҙ менән эш итеү бөтәсәк. Ҡаҙна системаһы бюджет процесының үтәлеш барышын үтә күренмәле, асыҡ, аңлайышлы итеүе менән әһәмиәтле. Ә бының өсөн яңы алдынғы технологияларҙың ҡулланылыуы, административ һәм техник эштәрҙең ябайлаштырылыуы мотлаҡ. Ошо бурыстарҙы хәл итеү өсөн тәьҫирлекте билдәләүсе мөһим күрһәткестәрҙең аналитик системаһын үҫтереү буйынса эш дауам итә.
Федераль ҡаҙнасылыҡтың мәғлүмәт-аналитик системаһы, һис шикһеҙ, бөтә дәүләт һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү йәһәтенән ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең республикала ошо система мәғлүмәттәренән файҙаланыу хоҡуғы республика һәм урындағы бюджеттарҙың финанс торошон белеү, сығымдарҙы анализлау, муниципаль берәмектәрҙең үҫешен билдәләү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырыу өсөн Башҡортостан Финанс министрлығына бирелгән. Быйыл ҡаҙнасылар үҙҙәренең мөмкинлектәрен һатып алыуҙар буйынса дөйөм Рәсәй рәсми сайты операторы булараҡ файҙалана башланы. Светлана Мәрүәрова әйтеүенсә, был яңылыҡ бары дәүләт контракттары буйынса ҡулланыласаҡ.
— Быйыл илдең Бюджет кодексының яңы редакцияһы әҙерләнә. Уны эшләүҙә беҙ ҙә мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ. Тәжрибәбеҙҙән сығып, норматив хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү яғындабыҙ, әммә закондарҙың тотороҡлолоғон һаҡлау — беҙҙең төп эш ҡағиҙәһе, — тине ул.
Етәксенең белдереүенсә, электрон бюджет йәмғиәт финансы даирәһендә бөтә мәғлүмәтте үҙәкләштереү һәм формалаштырыуҙа өр-яңы баҫҡыс булып тора. Уның эшмәкәрлеге финанс органдарына ғына түгел, ә бөтә башҡарма власть мәнфәғәттәренә лә ҡағыла. Рәсәй өсөн был бөтөнләй ят эш, шуға күрә Франция, Бразилия, Азия — Тымыҡ океан төбәге илдәренең тәжрибәһе тәрән өйрәнелеп, нигеҙ итеп донъялағы финанс менән идара итеү эшмәкәрлеге алынған. Электрон бюджет системаһы граждандарға һәр етәксенең финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге хаҡында асыҡ, теүәл мәғлүмәт биреү менән отошло. Яңылыҡты индереү ни тиклем генә ҡатмарлы, ауыр булмаһын, уның үҙен мотлаҡ аҡлаясағына, иҡтисади йоғонтололоғона, дәүләт сығымдарының халыҡ өсөн аңлайышлы, файҙалы булыуына бер кем шикләнмәй.
Электрон бюджеттың ябай кешегә үҙе түләгән һалымдарҙың ҡайҙа, ниндәй маҡсатҡа — юлдар ремонтлауғамы, әллә балалар баҡсаһы, күпер төҙөлөшөнәме — тотонолоуын белергә ярҙам итеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр кемдең бюджетты тулыландырыу, аҡсаны тотоноу барышында үҙен әүҙем ҡатнашыусы итеп тойоп, һалымдар түләүҙең республика, ил тормошонда ни тиклем мөһим икәнлеген тәрән аңлауы шәхестең гражданлыҡ позицияһын да көсәйтәсәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704