Ҡариҙел районында үткән Урман форумы был тармаҡтың яҙмышын күҙалланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров етәкселегендә республикала беренсе тапҡыр Урман форумы уҙғарылыуы тураһында гәзиттә һәм сайтыбыҙҙа хәбәр ителгәйне инде. Беҙҙең төбәктең урманға бай икәне киң билдәле, шуға ла был тармаҡтың бөгөнгө эшмәкәрлегенә, электән йыйылып килгән проблемаларына һәм уны хәл итеү юлдарының нисек йоғонтоло булырына һис кем битараф түгелдер. Саралағы сығыштар, ҡыҙыу фекер алышыуҙар, эшлекле тәҡдимдәрҙең күп булыуы ла ошоно раҫлай.
“Йәшел ҡалҡан”, үлсәү контроле, геокарта...– Урмансылар йыйылышы беҙҙең республикала һуңғы тапҡыр бынан 13 йыл элек үткәрелгән. Ул замандан алып Рәсәйҙең Урман кодексы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, технологиялар ҙа, эш шарттары ла бөтөнләй икенсе, беҙҙең тормош та башҡаса, – тине Радий Фәрит улы, сараның пленар ултырышын асып. – Әле ауыл ерендә булғанда кешеләрҙән һорайым: “Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары бармы?” “Юҡ, хәҙер бөтөнләй күренмәй ҙә, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ”, – тиҙәр. Мин уларға ышанам. Ни өсөн тиһәгеҙ, Башҡортостан урмандары урындағы предприятиелар араһында бүлеп алынған, улар ағас ҡырҡыу һәм ташыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмай һәм ситтән килгәндәрҙең законһыҙ эшенә юл ҡуймаясаҡ та. Айырым осраҡтар булғылай, әлбиттә, ләкин беҙҙә урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу бара, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Урман беҙҙең республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә, ул – милли байлығыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм донъяға ҡарашыбыҙ.
Форумға республиканың 22 районы башлыҡтары ла килгәйне. Радий Фәрит улы был муниципалитеттарҙың урманды файҙаланыу нигеҙендә иҡтисади үҫешенең киләсәге ҙур һәм өмөтлө булыуын билдәләне. “Ошо йүнәлештәге маҡсатыбыҙ – урманды үҫтереүҙә, ағас әҙерләүҙә һәм эшкәртеүҙә асыҡтан-асыҡ һәм цивилизациялы процестар булдырыу”, – тине республика етәксеһе.
– Тимәк, урманды намыҫлы файҙаланған предприятиеларҙы яҡларға бурыслыбыҙ, – тине Радий Хәбиров һәм урмансылар алдына ҡуйылған бурыстарҙы һананы:
l беренсеһе – киләсәктә ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға юл ҡуймауҙы тәьмин иткән инфраструктура булдырыу. Тендерҙа еңеп сыҡҡан ҡайһы бер фирмаларҙың үҙе алған биләмәне ҡайтанан арендаға биреү осраҡтары ла аҙ түгел, һөҙөмтәлә ағас күрше өлкәләргә күп ташыла;
l икенсеһе – ағасты эшкәртеү. Ҡырҡылған урманды ситтә түгел, ә үҙебеҙҙә эшкәртеү кәрәклеге хаҡында Рәсәйҙә күп йылдар инде һөйләйҙәр. Башҡортостан өсөн дә был – иҡтисади яҡтан отошһоҙ күренеш, беҙ бик күп аҡсаны юғалтабыҙ. Шуны иҫәпкә алып, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, урман хужалығы министрҙарына республиканан ситкә илткән юлдарҙа үлсәү контроле ойошторорға ҡушылды. Бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам итеү мөмкинлеге бар.
– Күпме кешенән һорағаным булды: “Республиканан бысылған ағас ниндәй күләмдә сығарыла?” Берәү ҙә яуап бирә алмай, сөнки был турала мәғлүмәт юҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Хәтерләйһегеҙҙер, Мәскәү өлкәһендәге урмандың вәхшиҙәрсә файҙаланылыуына борсолоп, Рәсәй Президенты “Халыҡ фронты” ағзаларының сара күреүен һораны. Шулай итеп, “Йәшел ҡалҡан” тип аталған закон проекты барлыҡҡа килде, һәм был закон ҡабул ителде лә инде. Шуға күрә урманды һаҡлауға йәмәғәтселек контролен дә йәлеп итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Был йәһәттән республика етәксеһе Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһын сафҡа индереү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетына Урман хужалығы министрлығы менән берлектә интерәүҙем геокарта булдырырға ҡушты, унда ағас әҙерләү урындары, ағас ултыртыу һәм башҡа урман хужалығы сараларының ҡайҙа үткәрелеүе, әлегә ҡуртымдан азат булған биләмәләр асыҡ күренеп торасаҡ. Был иһә барлыҡ эштең асыҡлығын яҡшыртып ҡына ҡалмаясаҡ, ә төбәктең инвестиция йәлеп итеү һәләтен дә арттыра аласаҡ. “Ул – республикала йәшәгән һәр кем файҙалана алырлыҡ бик ябай ҡорал”, – тине Радий Хәбиров һәм ошо ойошмаларҙан геокарта әҙерләү буйынса тәҡдимдәрҙе индереүен һораны. Был эштә “Роскосмос” һәм башҡа ойошмаларҙан ярҙам алыу форсаты бар икән. Тимәк, һәр кемдең республика буйынса ғына түгел, ә хатта үҙ ауылы тирәһендәге урмандарҙа ла нимә булып ятыуын күреп тороу мөмкинлеге тыуасаҡ.
– Урманды һаҡлау һәм файҙаланыу йүнәлешендә эш бик күп, мин сығышымда үҙем белгән һәм күреп йөрөгән мәғлүмәттәрҙе генә ҡулланырға тырыштым, ләкин бергәләп бөтә күләмде күҙаллап, тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, барыбыҙҙы ла алда ҙур бурыстар көтә, – тип тамамланы һүҙен Радий Хәбиров.
Сығышынан һуң республика етәксеһе залда ултырған урмансылар, эшҡыуарҙар, хужалыҡ етәкселәренең байтаҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Форум башланыр алдынан Радий Фәрит улы Ҡариҙел районындағы хужалыҡтар, предприятиелар буйлап йөрөп сыҡҡан, байтаҡ урмансылар һәм эшҡыуарҙар менән осрашҡан. Шуға күрә залдағы осрашыуға тиклем уның халыҡтан йыйылған күп тәҡдимдәре, иҫкәрмәләре, мәғлүмәттәре тупланғайны инде.
Мәсьәләнең көнүҙәклеген һәм ҡырҡыулығын иҫәпкә алып, Радий Хәбиров ошондай форумдарҙы йыл һайын үткәреп торорға тәҡдим итте. Киләһе йылда ул, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, Йылайыр районында уҙғарылырға тейеш.
Фекер алышыу ҡыҙыу барҙы– Һеҙ күреп тораһығыҙ, Радий Фәрит улы Башҡортостандың иң көнүҙәк һәм әллә ҡасандан бирле халыҡты борсоған проблемаларына тотона, шуларҙың береһе – урман мәсьәләһе, – тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов форумдың “Граждандарҙы ағас менән тәьмин итеү” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”ен асҡанда. – Бөтә был проблемаларҙы хәл итеү өсөн яуаплы кешеләр һәм эш планы бар, уларҙың аҙағынаса үтәләсәгенә шик юҡ. Ни өсөн Радий Фәрит улы урман буйынса кәңәшмә йәки коллегия ултырышы түгел, ә ошондай ҙур сара – форум – үткәрергә булды? Сөнки уның халыҡ менән һәр осрашыуында тиерлек урманды файҙаланыу мәсьәләһен ҡуҙғаталар. Халыҡтан да, сәнәғәт предприятиеларынан да ялыуҙар бик күп.
Кешеләргә үҙ мәнфәғәте өсөн ниндәй күләмдә ағас бүлеп биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ? Бүленгән диләнкәлә ағасты киҫтереү, ботау һәм һалынасаҡ йорт урынына ташыу ауыл ғаиләһе өсөн йыш ҡына көс еткеһеҙ эшкә әйләнә, ул ни ҡылырға тейеш? Ахырҙа, был диләнкәне уларҙың аҡсалы эшҡыуарға арзан хаҡҡа һатып ебәргән осраҡтары аҙ түгел. Быны аңларға ла була, әммә урмандың тап ошондай аҙ килемле ғаиләләр мәнфәғәтендә файҙаланыуына нисек өлгәшергә? “Йорт тупланмаһы” программаһына ярашлы ҡороп ҡуйылған өйҙө уның хужаһы үҙ аҡсаһына эшләп бөтөргә тейеш, ә был кеше аҙ килемле йәки етем бала булһа? Хәллерәктәрҙең программала ҡатнашмай ғына ла йорт һалырға йәки һатып алырға мөмкинлеге бар...
Был “түңәрәк өҫтәл”дә ошо темаға ҡағылышлы бик йәнле һөйләшеү барҙы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаров менән Илдар Бикбаев, эшҡыуарҙар Альберт Мөхәмәтйәнов менән Борис Лисовский һәм башҡаларҙың сығышында әйтелгән тәҡдимдәр ҙә байтаҡ ине.
– Киҫелгән ағасты йорт төҙөләсәк урынға килтереп биреүҙе урман хужалығының мәжбүри бурысы итеп билдәләргә кәрәк, был осраҡта ауыл кешеһе техникаһы булған эшҡыуарҙарға әллә күпме аҡсаһын түкмәйәсәк, – тине депутат Зариф Байғусҡаров.
– Элегерәк урмансылыҡтар хужалыҡ эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә ине, етештерелгән продукцияны һатыу иҫәбенә улар техникаһын да яңыртып торҙо, башҡа сығымдарын да ҡаплай алды, бәлки, шул ысулды ҡабат ҡуллана башларға кәрәктер, – тип мөрәжәғәт итте депутат Илдар Бикбаев.
Урман үҫтереү еңел түгелОшо сара менән бер үк ваҡытта “Урман тармағында дәүләт ярҙамы саралары”, “Юғары кимәлдәге эшкәртеү һәм ағас йорт һалыу ҡеүәттәрен үҫтереү”, “Урманды тергеҙеү – киләсәктең ресурс нигеҙе” тигән “түңәрәк өҫтәл”дәр ҙә уҙғарылды. Уларҙа сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, республиканың Урман сәнәғәтселәре ассоциацияһы советы рәйесе Владимир Канибер, урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитов модератор вазифаһын үтәне. Сараларҙың һәр береһендә залда бер нисәшәр микрофон ҡуйылғайны һәм фекер алышыуҙа һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге булды.
– Ҡуртымға алыусыларҙың урманды нисек ҡабаттан тергеҙергә, тәрбиәләп үҫтерергә тейешлеге хаҡында ла ҙур һөйләшеү булды, – тине Урман хужалығы министрлығының Уҡыу-тәжрибә бүлеге етәксеһе, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садиҡова, ошондай “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең береһе тамамланғас. – Урман белгестәре менән урманды ҡуртымға алыусылар араһында бәхәсле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Беҙҙең министрлыҡта тармаҡ хәлен яҡшы белгән тәжрибәле белгестәр эшләй, улар ҡуртымсыларҙы киҫелгән урманды нисек аяҡҡа баҫтырыуҙа күп нәмәгә өйрәтә ала, ә бының өсөн тейешле кимәлдә хеҙмәттәшлек булыуы мотлаҡ. Урманды ҡуртымға алғанһың икән, киҫеп алғандан һуң уны тергеҙергә кәрәклеген дә оноторға ярамай. Бының өсөн ошо ҡуртымсыларҙа Өфө урман хужалығын, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған белгестәр эшләргә тейеш, ә бындай кешеләр уларҙа бик аҙ. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан бер ҡуртымсы: “Урман үҫтереү бик ҡыйбат һәм сетерекле эш икән”, – тине. Әлбиттә, һәр эштең үҙ белгесе булыуы кәрәк, урман үҫтереүҙә аҡсаны экономияларға ярамай. Белгестәр тигәндәй, был уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәр саҡта ла урман хужалыҡтарына эшкә килмәй, бик күптәр башҡа йүнәлештәге ойошмаларҙы һайлай, сәбәбе бик ябай – эш хаҡы үтә аҙ. Ауылға барған табиптар йәки уҡытыусылар һымаҡ, йәш урмансыларға ла фатир һәм башҡа социаль мәсьәләләр буйынса дәүләт ярҙамы булһа ине.
Маҡарҙан үҫентеләр алығыҙ!Форум башланырҙан саҡ ҡына алдараҡ урман хужалыҡтары һәм предприятиелары етештергән продукция төрҙәренең һәм урман техникаһының күргәҙмәһе асылды.
– Беҙҙең районда урмансыларҙың эшмәкәрлеге әүҙем бара, улар – абруйлы һөнәрмәндәр, – ти Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов. – Маҡар ауылы эргәһендә 22 гектарлыҡ питомнигыбыҙ бар. Унда ҡарағай, шыршы, ҡарағас, туя, кедр үҫентеләре ултыртабыҙ, бынан тыш еләк-емеш ағастары ла үҫә. Был эшмәкәрлек рентабелле, һатып алыусыларға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Бигерәк тә Екатеринбург һәм Силәбе тарафтарынан күп киләләр. Ул яҡтарҙа урман хужалыҡтары мөшкөл хәлдә тип беләбеҙ, беҙҙәге үҫентеләрҙе оҡшаталар, яҙ һатып алыусылар тағы ла арта төшөр тип иҫәпләйбеҙ. Урман хужалығында 40 кеше эшләй, питомникта ҡышын – бишәү, йәйге осорҙа коллектив икеләтә күбәйә.
Питомник эсендә теплица ла бар, уларҙа Ҡырым ҡарағайы, туя үҫтерәбеҙ, был эш йыл әйләнәһенә туҡтамай. Утыҙ төрҙәге ағас иҫәпләнә беҙҙә. Теплицалағы үҫенте бер йыл эсендә стандарт үлсәмгә яуап бирерлек булып өлгөрә, ә асыҡ һауала бындай күрһәткескә өлгәшеү өсөн ике йыл кәрәк.
Үҙебеҙҙә эшкәртәйекФорумда ағас әҙерләү тармағындағы эшҡыуарлыҡтың социаль әһәмиәте тураһында һүҙ барҙы. Был темаға Баймаҡ районынан шәхси предприятие хужаһы Илсур Нәбиуллин сығыш яһаны.
– Беҙ, урман буйынса шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, тармаҡтың проблемалары тураһында йыш фекер алышабыҙ. Бөгөн Радий Фәрит улы әйткән тәҡдимдәрҙең беҙҙең теләктәргә лә ауаздаш булыуын белдем, – тине ул. – Урман хужалығында эшҡыуарлыҡтың әһәмиәте бик ҙур. Баймаҡ районында ғына ла 150-нән ашыу пилорама эшләй. Берәүһенә ете-һигеҙ кеше тура килеүен иҫәпкә алһаҡ, тимәк, меңдән ашыу яҡташыбыҙ ошо шөғөлдә мәшғүл. Ә республика буйынса бындайҙар ун меңдән ашып китә. Беҙ юлдарҙы таҙартыуҙа, социаль объекттар төҙөүҙә лә ярҙам итәбеҙ, райондағы төрлө сараларҙа бағыусы булараҡ ҡатнашабыҙ. Үҙ төбәгебеҙҙә биш мәсетте үҙгәртеп төҙөүҙә булышлыҡ иттек.
Мин ағас эшкәртеүҙә 2005 йылдан алып эшләйем, 2010 йылдан алып урманды ҡуртымға алам. Беҙҙең маҡсат – ағасты мөмкин тиклем ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү, шул йүнәлештә киптереү камераһы ҡуйҙыҡ, тулы эшкәртеү цехы астыҡ. Блок-хаус, евро-иҙән, плинтус һәм башҡа продукция етештерәбеҙ. Күптән түгел экологик яҡтан таҙа йорттар һәм коттедждар төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ағасты урында эшкәртеүҙе бөтә ерҙә яйға һалырға кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки был – өҫтәмә эш урындары ла, муниципалитет ҡаҙнаһына килемде арттырыу ҙа. Әммә әҙер материалға ҡарағанда урманда киҫелгән ағасҡа ихтыяж арта, сөнки күрше өлкәләрҙә эшҡыуарҙар үҙҙәре пилорама ҡуя башланы.
Ә беҙгә эште киңерәк йәйелдерергә нимә ҡамасаулай? Ҡорамалдар иҫкергән, яңылары, әлбиттә, ҡыйбат, сөнки хәҙер юғары аныҡлыҡтағы станоктар талап ителә. Быйыл беҙҙең республикала беренсе тапҡыр ошондай ҡорамалдар алыуға дәүләт субсидияһы бирелә башланы – ағас эшкәртеү ҡорамалы һәм транспорт өсөн сығымдарҙың 30 проценты ҡайтарыла. Бының өсөн ҙур рәхмәт!
Марат ШӘРӘФЕТДИНОВ,
Башҡортостандың урман хужалығы министры:
– Бөгөн республиканың урман хужалығында ошо тармаҡты йәнләндереүгә һәм тәбиғи байлығыбыҙҙы һаҡлауға бәйле ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнде. Беҙгә урман ресурстарын дөрөҫ файҙаланыуҙа алтын урталыҡ табыу мөһим, йәғни тиҙ табыш алыуҙы ҡайғыртыу ғына етмәй, ә милли ҡаҙанышыбыҙ булған урманды һаҡларға ла кәрәк.
Былтырғы йылдың аҙағында урман хужалығын сифат яғынан үҙгәртәсәк проекттарҙы тормошҡа ашыра башланыҡ: республика Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексын үҫтереүҙең 2030 йылға тиклемге стратегияһын ҡабул итте. Унда дәүләттең, эшҡыуарлыҡтың, йәмәғәтселектең мәнфәғәттәре иҫәпкә алынған, тармаҡтың барлыҡ йүнәлештәре буйынса ла юғары күрһәткестәр билдәләнгән. Ошо документ сиктәрендә беҙ урман ҡырҡындыларын арттырыу, урман хужалыҡтарының матди-техник базаһын яңыртыу буйынса эште башланыҡ та инде. Республика етәкселеге беҙҙең проблемаларҙы аңлап ҡабул итә һәм ярҙамынан ташламай.
Урман ресурстары сикһеҙ түгел, ләкин уларҙы ҡабаттан тергеҙә барырға мөмкин. Башҡортостан ағас ултыртыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Тармаҡҡа яңы идеялар һәм технологиялар килә. Беҙ “Рәсәй йыһан системалары” компанияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ, оҙаҡламай урман хужалығын һанлаштырыу ҙа башланасаҡ. Быйыл республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән Өфө лимонарийын үҙгәртеп ҡорасаҡбыҙ, артабан ул Урман компетенциялары үҙәге һәм турист индустрияһының заманса комплексы итеп файҙаланыласаҡ. Урмансылыҡтың һәр осорҙа ла илебеҙ мәнфәғәтендәге изге хеҙмәт булыуына һәм киләсәктә лә шулай ҡаласағына ышанам.