Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнекәйҙәр таңдан тора, ҡояш байығас та эшләй

Ауыл кешеһе мал көсө менән йәшәй.

Йәнекәй — Әбйәлил районының иң алыҫ ауылдарының береһе. Күрше Белорет районына яҡын урынлашҡан, шуға күрә халыҡ Асҡарға йөрөгәнсә, бар йомошон Белоретта хәл итергә күнеккән. Кешеләрҙең күбеһе күрше Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй, әммә ауылда йәштәрҙең төйәкләнеүенә, яңы йорттар төҙөүенә, балалар үҫтереүенә һис тә аптырайһы түгел. Тик, балалар һаны күп булыуға ҡарамаҫтан, Йәнекәйҙә балалар баҡсаһы юҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Әбйәлил районына эш сәфәрендә Йәнекәй ауылы аша үтеп, Рамаҙан Хызыров атлы малай менән танышҡайны. Әле йәнекәйҙәр уйынлы-ысынлы “Рамаҙан үҙе йөрөргә балалар баҡсаһы төҙөүҙе һораған”, тип шаярта.

Бер һыйырҙан башланған кәсеп

Ауылда эш юҡ, тип борсолмай йәнекәйҙәр. Һәр йортта күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йыл әйләнәһенә уларҙы Белорет баҙарына алып барып һаталар. “Белорет баҙарында беҙҙекеләр генә кәсеп итә. Унда беҙҙең аҙыҡ-түлекте генә һатып алалар”, — тип әйтеүҙәрендә үк үҙҙәренең ба­ҙарҙа күптән төпләнеүе раҫлана.

Йәнекәйҙәр нисек йәшәй, уларҙы ниндәй проблемалар борсой, ауыл кешеһе өсөн ниндәй шарттарҙың булыуы мөһим, республикала ҡабул ителгән ҡарар­ҙарҙың барыһы ла ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн ҡулаймы? Тап ошо һорауҙарға яуап алыу маҡса­тында малсылыҡ тармағында үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар менән яҡындан таныштыҡ.

Зөлфиә менән Азамат Абса­ҙыев­тар — йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, йүнселлеккә тотон­ған уңған ғаиләләрҙең береһе. Йәнекәй ауылы егете Азамат Марат улы бала саҡтан мал йәнле булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас та, ҡайҙалыр ситтә йәшәүен күҙ алдына ла килтермәй, ауылда төпләнергә ҡарар итә. Белорет районының Сермән ауылы ҡыҙы Зөлфиә менән 2009 йылда сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр ауылда ҡала. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Азалия, Розалия исемле ҡыҙҙары һәм Урал атлы улдары донъяға килә. Ата-әсәләренең ярҙамы менән шығырлап торған ҡарағайҙан күркәм йорт һалып сығалар.

Тик бына эш мәсьәләһе генә хәл ителмәй. Кәртәләге бер һы­йыр ағын үҙҙәренән арттырып баҙарға алып сыҡҡан Абсаҙыев­тар был шөғөлдөң төшөмлө икәнлеген аңлай. Аҡрынлап мал һанын арттырыуға өлгәшә улар. Ғаилә башлығы яңы мал ҡураһы төҙөй, үҙ көстәре менән мал аҙығы әҙерләү өсөн “МТЗ” тракторы һатып ала.

Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлаған Зөлфиә Хәниф ҡыҙы йәмәғәтенә бар яҡлап ярҙам итә, иҡтисадсы һөнәре күп осраҡта ярап ҡала. 2017 йылда йәштәр крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ теркәлә һәм, “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, өс миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала.

— Грант аҡсаһына Илеш районынан ҡара-сыбар тоҡомло 35 тана алып ҡайттыҡ, — ти Азамат Марат улы. – Ул ваҡытты иҫлә­һәң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Тана­ларҙы алып, өйрәнеп тә бөтмә­нек, улар быҙаулай башланы. Көн һайын түгел, сәғәтләп тигән­дәй, яңы тыуған быҙауҡайҙарҙы ҡабул итергә тура килде. Яһалма юл менән аталандырыу сәбәпле, күбеһенә ветеринар ярҙамы ла талап ителде, үҙебеҙ “һөйрәп” алған мәлдәр ҙә булғыланы. Хатта яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһе тыуҙы. Беҙ көн һайын, хатта сәғәтләп быҙау ҡа­бул итергә әҙер булмай сыҡтыҡ. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамланды. Хәҙер тәжрибә лә бар, ҡуралар ҙа әҙер.

Әле Абсаҙыевтарҙың хужалы­ғында 80 баш һыйыр малы аҫра­ла, шуның 40-ы һауыла. Һыйыр­ҙарҙы йорт хужабикәһе көнөнә ике тапҡыр үҙе һауа, тотонолған булһа ла, һауын аппараты һатып алынған. Йәй һауынсы һәм көтөүселәр эшкә йәлеп ителә.

Ҡыш көнөнә 300-әр литр тирәһе һөт һауыла, иртәнге аҡты фермер үҙ машинаһы менән һәр көн Белорет баҙарына алып бара, кис иһә Абҙаҡ ауылындағы шәхси эшҡыуарҙың сыр яһау цехына тапшыра. Ул һөттөң литрын 30-ар һумдан ҡабул итә, баҙарҙа был һан 40 һумға барып етә. Йәй һөткә хаҡ төшә, шуға күрә ҡыш аҡтан килем отошлораҡ. Әммә көндәлек сығымдарҙы иҫәплә­гәндә, әйтәйек, бензин хаҡын ҡушҡанда, малдар өсөн сенажды “Красная Башкирия” хужалы­ғынан барып алыуҙы һанағанда, эшмәкәрлектең файҙаһы ла юҡ кеүек. Әммә ҡайҙандыр һауанан ҙур аҡса көтөп ултырғансы, үҙеңә ҡыбырларға тура килгәндә, өҫтә­лең дә мул, тормошоң да түңәрәк булыуын яҡшы аңлай Абсаҙыев­тар.

Малсылыҡты үҙ иткән фермер­ҙарҙың күбеһе үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Шунһыҙ бул­майҙыр ҙа, күрәһең, сөнки һыйыр­ҙың һөтө — телендә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Азамат Марат улының 140 гектар пай һәм 170 гектар майҙанда сәсеүлек ере бар. Ул күберәк һоло сәсә, киләсәктә үҙҙәрендә һутлы аҙыҡты һаҡлау теләге менән яна. “Былтыр аҙыраҡ сенаж һалып ҡараныҡ, яҡшы һаҡланған. Беҙҙең мал­дарға бесәнгә ҡарағанда, һутлы аҙыҡ күберәк талап ителә, шуға күрә быйыл ошо йүнәлештә эш башлаясаҡбыҙ”, — ти фермер.

Әйткәндәй, малсылыҡ тарма­ғында үҙ эшен асыусылар һөтлә­тә йә итләтә табыш алыуҙы яйға һала. Абсаҙыевтар ике йүнә­леш­те лә һайлаған. Орғасы быҙау­ҙар артабан ҙурайтылып, һөт алыу өсөн үҫтерелә, үгеҙҙәр иткә һатыу өсөн аҫрала. Һатып алыу­сылар булғанда, быҙауҙарҙы бер нисә көндән һатып та ебәрәләр.

Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта ауыл халҡын борсоған йәнә бер мәсьәләнең барлыҡҡа килеүе күпләп мал тотоусылар өсөн үҙе бер оло бәләгә әйләнде тиһәк тә була. Ул да булһа, Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Шулай уҡ “Меркурий” система­һының теркәлеүе, малдарҙы идентификациялау һәм башҡа проблемаларҙың килеп сығыуы, ысынлап та, ауылда мал аҫрап, тик уның көсө менән йәшәгән­дәргә байтаҡ ҡаршылыҡ тыуҙыра. Был проблемаларҙан сығыу юлын һәр эшҡыуар үҙенсә табыр­ға тырыша. Минең геройым да ошо тәңгәлдә ҙур эш башҡарған: үҙе һуйыу цехы төҙөгән.

— Бөгөнгө электрон ветеринар сертификатлау талаптары буйынса, мал махсуслаштырылған урында һуйылырға тейеш. Киләсәктә малды һимертеп, уны һатыу теләге булғас, һәр саҡ ҡайҙалыр алып йөрөтөү мөмкин түгеллеген уйланыҡ та, үҙебеҙ мал һуйыу цехы төҙөргә булдыҡ.
Талаптарға ярашлы, махсус мал һуйыу урыны ауылдан 500 метр алыҫлыҡта булырға тейеш, беҙҙеке — 600 метр, — тине фермер. — Бинаның майҙаны 16х65 квадрат метр тәшкил итә, бында малды һуйыу урынынан тыш, итте һыуытыу һәм туңдырыу бүлмәләре лә бар. Ветеринарға махсус эш урыны һәм ял бүлмәһе эшләнек. Барыһын да талаптарға ярашлы итеп башҡарырға тырыштыҡ, сөнки тап ошонда малдың сәләмәтлек торошо, итенең ашарға яраҡлы булыу-булмауы тикшерелә, ветеринар белешмәһе бирелә.

Мал табибы Азат Мөхәмәт­йәровҡа шәхсән рәхмәт бел­дерәм, ул даими рәүештә беҙҙең малдың сәләмәтлеген тикшереп тора, мал һуйыусыларға ла ярҙам итә. Көҙ үҙебеҙҙең генә түгел, халыҡтың малын яңы төҙөлгән бинала һуйҙыҡ. Бер баш малды һуй­ҙыртыу хаҡы — 2 мең 250 һум, ошонда уҡ ветеринар белешмә­һенең хаҡы инә. Киләсәктә Силәбе өлкәһе, Белорет, Учалы райондары халҡын да хеҙмәт­ләндерербеҙ, тигән уйҙабыҙ, сөнки яҡын-тирәлә махсус мал һуйыу урыны юҡ.

Бына шундай заман менән йәнәш атлаған, ауылда эш юҡ тип, бәхетен ситтән эҙләмәгән, үҙ ерендә төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, ишле балалар тәрбиәләп, эшҡыуарлыҡҡа ҡыйыу тотонған Зөлфиә менән Азамат Абсаҙыев­тар ғаиләһе менән яҡындан ара­лашырға насип итте. Йәштәргә артабан да алдарына ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, эштәренең уң булыуын теләйһе генә ҡала. Тап улар кеүек уңған һәм тырыштар ауылдарҙа күберәк булһын ине.

Бар яҡлап та уңған ул

Йәнә бер герой менән таны­шыр­ға теләк белдергәс, ауылдаштары уның хаҡында: “Нисек өлгөрәлер: йоҡламайҙыр ул, таңдан тора, ҡояш байығас та эшләй”, — тине.

Йәнекәйҙең булдыҡлы эш­ҡыуар­ҙарының береһе Алмас Дауытовты ауылдан ситтәрәк урын­лашҡан эш урынында тап иттек. Районда ағас эшкәртеүсе Алмас Жәүәт улын яҡшы беләләр. Ун йылдан ашыу пилорама тота, халыҡҡа таҡта һата. Һуңғы йыл­дарҙа урмандан ағас алыу проблемаһы киҫкенләшә төшкәс, эшҡыуар малсылыҡ буйынса ла үҙ эшен йәйелдерә.

— Ауылда йәшәгәс, мал тотмайынса булмай, — тип һүҙ башланы эшҡыуар. – 2016 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырҙым. Малды ишәйтеп тә өлгөрмәнем, уны һатыуҙа проблемаларға юлыҡтыҡ. Махсус урында мал һуйыу урыны булмай тороп, итте баҙарға сығарырға рөхсәт юҡ. Күп уйлап торманыҡ, туғандар менән кәңәшләштек тә, үҙебеҙҙә төҙөргә булдыҡ.

Әйткәндәй, Алмас Дауытовтың әле төҙөп ятҡан мал һуйыу урыны ауылдашы Азамат Абсаҙыев­тыҡынан айырыла. Ни яғы менән­ме? Бында малды хәләл һуйыу мөмкинлеге ҡаралған, хатта төп урынға ҡуйылған. Бындай урын Йәнекәйҙә генә түгел, хатта районда, тотош Урал аръяғында тәүгеләрҙән буласаҡ. “Ни өсөн хәләл мал салыуға өҫтөнлөк бирҙегеҙ?” тигән һорауға ул: “Бөгөн хәләл ризыҡ һораусылар күп, әгәр ҙә беҙ һуғымды мал һуйыу цехындағы кеүек ток ярҙамында һуҡтырабыҙ икән, мосолман халҡы өсөн был ит хәрәм иҫәпләнә. Икенсенән, бындай ит бешергәндә ҡыҙара, тәмле булмай. Шуға күрә беҙ төрлө юлдар­ҙы һәм алымдарҙы ныҡ өйрәндек, төрлө тәҡдимдәр алдыҡ. Кәңәш­ләшкәндән һуң, аныҡ бер ҡарарға килеп, малды махсус салдырыу ҡоролмаһы уйлап таптыҡ. Уның ярҙамында ит хәләл буласаҡ”.

Әле эшҡыуар бинаны төҙөү эше менән булыша: уның корпусы күптән йыйып ултыртылған. Мал һуйыу урынынан тыш, бында итте һыуытыу һәм эс-ҡарынды таҙартыу өсөн махсус урын ҡаралған. Шулай уҡ малдарын сит ауылдан килтергән кешеләр өсөн махсус ял урыны төҙөләсәк. Уныһы айырым бинала була, һәр кем өсөн сәй эсеү һәм ял итеү мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ.

Алмас Жәүәт улы әйтеүенсә, халыҡтан малдарын килтереү өсөн үҙҙәре үк транспорт бүләсәк, мал хужаһына яғыулыҡ өсөн генә иҫәпләшергә ҡаласаҡ. Көнөнә биш-алты баш һуйыу планлаштырыла, шулай уҡ күрше райондарҙан килеүселәр булыр, тигән ниәттә эшҡыуар.

Ауыл кешеһенең берҙән-бер килем сығанағы мал икәнлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Уны бигерәк тә сәсеү өсөн баҫыуҙар булмаған Йәнекәй ауылы халҡы күпләп тота. Әле улар өсөн мал аҫрау ҙа, уны һуйыу ҙа еңелдән түгел. Уйлап ҡарағанда, башҡа бер районда ла бер ауылда ике мал һуйыу цехы юҡ. Шәхси ихаталарында мал тотоусылар бындай мал һуйыу урыны булғанға шатланып бөтә алмай. Ни тиһәң дә, уларға йыраҡта ятҡан Асҡарға интегеп йөрөргә тура килмәй.

Һәр яңылыҡты тыныс ҡабул итергә өйрәнгән ауыл халҡы аҡрынлап “Меркурий” система­һына ла, үҙ ихатаһында түгел, ҡайҙалыр икенсе урынға барып мал һуйҙыртыуға ла күнегер, тик ваҡыт ҡына кәрәк.

Күптәргә өлгө булырлыҡ Лилә менән Алмас Дауытовтарҙың матур ғаиләһенә һоҡланырға ғына ҡала. Әйткәндәй, Лилә үҙе лә ошо ауылдан, Белорет медицина колледжын тамамлап, ауылдаш­тарының сәләмәтлеге һағында тора. Әлегә бәләкәй Диана менән декрет ялында. Уңған ғаиләнең үҙҙәренә ярҙамсы, терәк булыр­лыҡ Иҙел һәм Арыҫлан исемле улдары үҫә.

Бына шундай уңған һәм тырыш йәш ғаиләләр йәшәй Йәне­кәй ауылында. Эшҡыуарлыҡ өлкә­һенән тыш, улар ауыл тормо­шондағы барлыҡ эштә әүҙем ҡат­наша, матди яҡтан ярҙам да күрһә­тәләр. Алмас Дауытов, фельдшер-акушерлыҡ пункты­ның иҙәнен алмаштырып, евро тәҙрәләр ҡуйған, әле күмәк көс менән ауылда иман йорто һалыуҙы башлаған. Тиҙҙән Йәнекәй ауылын нурға күмеп, аҙан тауыштары ла яңғыраясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704