Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал ҡураға көр инде

Иглин районында заманса ферма төҙөлә.

Ҡыш иртә килһә лә, Иглин районының Яңы Ҡобау ауылындағы Рөстәм Барый улы Хәбибрахманов етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығында борсолмайҙар, сөнки мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән.

– Быйыл уңыш мул булды. Гектарынан яҡынса 30-ар центнер иген алдыҡ, ә арпа күрһәткесе 43 цент­нерға етте. Дөйөм алғанда, бер баш малға шартлыса 40 центнер аҙыҡ тура килә. Мал да ҡураға көр инде. Бесәнде кисеп йөрөп ашайҙар, тәүлек әйләнәһенә алдарынан өҙөлмәй. Кукуруз силосы, төрлө витаминдар менән байытылған аҙыҡ бирәбеҙ, – ти хужалыҡ етәксеһенең уң ҡулы – Барый Миңлеғәли улы Хә­бибрахманов.

Рөстәм Хәбибрахманов хужалығы бынан ете йыл элек эш башлаған. Әлеге көндә 360 баш һыйыр малы бар, шуның 240-ы – һауын һыйыры. Әле тәүлегенә бер һәүкәштән 10 килограмдан ашыу һөт алалар. Аҡты Красный Восход ауылын­дағы “Һөт йәйғоро” йәм­ғиәтенә тапшыралар.

Бында эш процесы автомат­лаштырылған, шуға ла өс һауынсы өлгөрә. Тағы ла өс малсы, бер быҙау ҡараусы эшләй. Йәнә бер механизатор мал аҙығын таратыуға йәлеп ителгән.

– Эшем оҡшай, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Ысынлап та, малдар аҙбар­ға көр инә, шуға ла ҡышын бирешмәйҙәр. Быҙауҙарҙа ла яҡшы артым күҙәтелә, – ти ферма мөдире Әлфиә Шәрә­фетдинова.

Үгеҙ быҙауҙарҙы шунда уҡ һатып ба­ра­лар, сөнки уларҙы үҫтереү өсөн аҙ­бар­­ҙар етешмәй. Яңы ферма сафҡа инһә, уларҙы иткә ҡалдырырға ниәтләнәләр.

Был ферма төҙөлөшө “Башҡортостан Республика­һының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ингән. 240 баш һыйырға тәғәйенләнгән робот­лашты­рылған ферманың төп эш­тәре тамамланған: бинаның ҡыйығы ябылған, тәҙрәләре лә ҡуйылған, климат-кон-троль системаһы урын­лаш­тырылған.

– Бинаны “500 ферма” программаһы буйынса тө­ҙөй башлағайныҡ, маҡ­сатлы рәүештә бүленгән дүрт миллион һум ярҙамды алып өлгөрҙөк, аҙаҡ программа туҡтатылды. Әле төҙөлөшкә 20 миллион һум аҡса сарыф иттек. Эш ауыр бара, шуға ла икенсе йылға уны өлгөртмәүебеҙ ҙә ихтимал. Һөт арзан хаҡҡа китә. Беҙҙең кеүек бәләкәй ху­жалыҡтарҙан уны 17-19 һумға алалар, ә эре хужа­лыҡтарҙан 24-25 һумға ҡабул итәләр, сөнки улар­ҙың күләме ҙур. Ошондай тигеҙ булмаған шарттарҙа эшләү һәм үҫешеү ауыр, – ти Барый Миңлеғәли улы.

Ферма төҙөүгә һалынған аҡсаның төп өлөшө башҡа тармаҡтан алынған килем иҫәбенә төҙөлгән. Әлеге ваҡытта комбайн, трактор, автомобиль кеүек ауыл хужалығы тәғәйенләне­шен­дәге техниканы алыу өсөн түбән процентлы кредит бирмәйҙәр. Ауыл хужалы­ғына ярҙам итеү өсөн булдырылған банк та буш вәғәҙәләр биреүҙән ары китмәй. Хужалыҡ ферма төҙөү өсөн 10 миллион һум күләмендәге кредитты – 13 процент, ете миллион һум­ды 20 проценттан юғары ставка буйынса алған. Әлбиттә, бындай ҙур процентлы кредиттар хужа­лыҡтың килемен тулыһынса тиерлек йотоп тора. Был иһә ауыл хужалығы етеш­тереүенең үҫешенә аяҡ сала.


Автор: Рәмилә МУСИНА Район: Иглин районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә