Иглин районында заманса ферма төҙөлә.
Ҡыш иртә килһә лә, Иглин районының Яңы Ҡобау ауылындағы Рөстәм Барый улы Хәбибрахманов етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығында борсолмайҙар, сөнки мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән.
– Быйыл уңыш мул булды. Гектарынан яҡынса 30-ар центнер иген алдыҡ, ә арпа күрһәткесе 43 центнерға етте. Дөйөм алғанда, бер баш малға шартлыса 40 центнер аҙыҡ тура килә. Мал да ҡураға көр инде. Бесәнде кисеп йөрөп ашайҙар, тәүлек әйләнәһенә алдарынан өҙөлмәй. Кукуруз силосы, төрлө витаминдар менән байытылған аҙыҡ бирәбеҙ, – ти хужалыҡ етәксеһенең уң ҡулы – Барый Миңлеғәли улы Хәбибрахманов.
Рөстәм Хәбибрахманов хужалығы бынан ете йыл элек эш башлаған. Әлеге көндә 360 баш һыйыр малы бар, шуның 240-ы – һауын һыйыры. Әле тәүлегенә бер һәүкәштән 10 килограмдан ашыу һөт алалар. Аҡты Красный Восход ауылындағы “Һөт йәйғоро” йәмғиәтенә тапшыралар.
Бында эш процесы автоматлаштырылған, шуға ла өс һауынсы өлгөрә. Тағы ла өс малсы, бер быҙау ҡараусы эшләй. Йәнә бер механизатор мал аҙығын таратыуға йәлеп ителгән.
– Эшем оҡшай, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Ысынлап та, малдар аҙбарға көр инә, шуға ла ҡышын бирешмәйҙәр. Быҙауҙарҙа ла яҡшы артым күҙәтелә, – ти ферма мөдире Әлфиә Шәрәфетдинова.
Үгеҙ быҙауҙарҙы шунда уҡ һатып баралар, сөнки уларҙы үҫтереү өсөн аҙбарҙар етешмәй. Яңы ферма сафҡа инһә, уларҙы иткә ҡалдырырға ниәтләнәләр.
Был ферма төҙөлөшө “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ингән. 240 баш һыйырға тәғәйенләнгән роботлаштырылған ферманың төп эштәре тамамланған: бинаның ҡыйығы ябылған, тәҙрәләре лә ҡуйылған, климат-кон-троль системаһы урынлаштырылған.
– Бинаны “500 ферма” программаһы буйынса төҙөй башлағайныҡ, маҡсатлы рәүештә бүленгән дүрт миллион һум ярҙамды алып өлгөрҙөк, аҙаҡ программа туҡтатылды. Әле төҙөлөшкә 20 миллион һум аҡса сарыф иттек. Эш ауыр бара, шуға ла икенсе йылға уны өлгөртмәүебеҙ ҙә ихтимал. Һөт арзан хаҡҡа китә. Беҙҙең кеүек бәләкәй хужалыҡтарҙан уны 17-19 һумға алалар, ә эре хужалыҡтарҙан 24-25 һумға ҡабул итәләр, сөнки уларҙың күләме ҙур. Ошондай тигеҙ булмаған шарттарҙа эшләү һәм үҫешеү ауыр, – ти Барый Миңлеғәли улы.
Ферма төҙөүгә һалынған аҡсаның төп өлөшө башҡа тармаҡтан алынған килем иҫәбенә төҙөлгән. Әлеге ваҡытта комбайн, трактор, автомобиль кеүек ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге техниканы алыу өсөн түбән процентлы кредит бирмәйҙәр. Ауыл хужалығына ярҙам итеү өсөн булдырылған банк та буш вәғәҙәләр биреүҙән ары китмәй. Хужалыҡ ферма төҙөү өсөн 10 миллион һум күләмендәге кредитты – 13 процент, ете миллион һумды 20 проценттан юғары ставка буйынса алған. Әлбиттә, бындай ҙур процентлы кредиттар хужалыҡтың килемен тулыһынса тиерлек йотоп тора. Был иһә ауыл хужалығы етештереүенең үҫешенә аяҡ сала.