Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Егәрлеләр данлай Нуҡайҙы

Төпкөл тимәй, халыҡ тырышып тормош көтә.

Мораҙым тарлауығына илткән юлдан барғанда, район үҙәгенән 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылға ингән ерҙә артышлы тауҙар ҡаршы ала. Тәбиғәт ҡырыҫ түгел. Тау битләүендәге ағастар ҙа, бәрхәт ямаулыҡтай түшәлгән артыштар ҙа әлеге көҙгө көндәргә йәнлелек өҫтәгәндәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, Нуҡай матур ерҙә урынлашҡан.


Кисәгеһе, бөгөнгөһө

Үткәнгә күҙ һалһаҡ, ауылдың 220 йылдан ашыу тарихы барлығын күрәбеҙ. Исеме 64 йәшлек йорт старшинаһы Ҡотлоюл Нуҡаев исеменән алынған. Ул күсенеп килеүселәрҙең тәүгеһе була. 1795 йылда нигеҙ һалынған ауылда тәүҙә 15 кенә йорт ҡалҡып сыға. Эргәһендә ете йорттан торған утар ҙа булған. 10-сы ревизия ваҡытында (1858 – 1859) ауылда 100 йорт иҫәпләнгән, 542 кеше теркәлгән. 1920 йылда иһә йорттар һаны 150-гә етеп, халҡы 797 кеше тәшкил иткән.

Бөгөн ауыл биләмәһендә 547 кеше йәшәй, шуның 301-е – Нуҡай ауылында (бөтәһе лә бында йәшәмәй, был – рәсми теркәлгәндәр һаны ғына). 220-гә яҡын йорттоң унлабы буш тора. Был аңлашыла ла, һуңғы йылдарҙағы ҡулайлаштырыу ғәләмәте төпкөлдө ярайһы уҡ ҡаҡшатты. Нуҡайҙа ла шул хәл күҙәтелә.

– Ауылда, ысынлап та, башлыса ололар ғына ҡалды. Йәштәр ҙә юҡ түгел. Биләмәлә 15 ишле ғаилә иҫәпләнә. Әлбиттә, эш урындары булмау сәбәпле, ир-егеттәр ситкә – Себер яҡтарына китеп эшләргә мәжбүр. “Утар” хужалығы етәксеһе Азамат Айытҡоловтың ҡул аҫтында ла, райондағы башҡа хужалыҡтарҙа ла тир түгеүселәр бар.

Нуҡайҙа тырыш халыҡ йәшәй. Кемеһен генә алма, матур итеп донъя көтөргә ынтыла, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә, бала-саға уҡыта. Халыҡтың төп шөғөлө –малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ. “Ауыл ерендә йәшәгәс, шунһыҙ мөмкин дә түгел”, – ти биләмә хакимиәте башлығы Риф Байғүбәков.

Ысынлап та, ҡырҙа аттар утлап йөрөгәненә иғтибар иттек, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәре лә ҙур ғына бында.


Иш янына ҡуш булһын

Ауыл уңғандары араһында Гүзәл менән Фәрғәт (исеме Фәррәх булһа ла, уны Фәрғәт тип йөрөтәләр) Байғүбәковтар бар яҡтан да маҡтауға лайыҡ. Ғаилә башлығы элек комбайнда, тракторҙа йөрөгән, хәҙер “Тәүәкән” йәмғиәтендә май һыҡтырыу цехында эшләй. Аҙна аҙағында ғына ҡайтып йөрөгәс, бөтә йорт-ҡура мәшәҡәттәре ҡатыны иңендә. Ә хужалыҡ ҙур – алты баш һыйыр малы, утыҙ-ҡырҡлап ҡаҙ, алтмышлап өйрәк һәм, әлбиттә, баҡса.

Гүзәл апай үҙе ауыл биләмәһе хакимиәтендә йыйыштырыусы булып эшләй. Иш янына ҡуш булһын тип, һыйыр ағын эшкәртеп, һөт-ҡаймағын, май-ҡоротон да һатҡылап тора.

– Ололар мал-тыуар тота алмай. Улар беҙҙән һөт, ҡаймаҡ, май ала. Эремсеген дә, һөҙмәһен дә, ҡоротон да эшләп, әҙерләп ҡуям. Балалар хәҙер ситтә. Ҙур ҡыҙыбыҙ Лилиә ғаиләһе менән Мәләүездә йәшәй, кесе ҡыҙыбыҙ Физәлиә Мораҡ башҡорт гимназияһында унынсы класта уҡып йөрөй.
Ҡош-ҡортто йыл да күп итеп аҫрайбыҙ. Ауыл кешеһе ауылса йәшәй инде. Ҡыш ашарыңа һатып алып йөрөргә түгел, – ти Гүзәл апай.

Байғүбәковтар ғаиләһендә әсәһенең бер туған апаһы Разия инәй ҙә йәшәй. Тауыҡ сүпләһә бөтмәҫ эш араһында уға ла иғтибарын бүлергә ваҡыт таба хужабикә:
– Инәйемдең бер генә бөртөк ҡыҙы ситтә, ә оло кешенең ауылын ташлап киткеһе киләме ни?! Ауырып киткәс, үҙебеҙгә алдыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, шәбәйҙе. Балалар ситтә, үҙемә лә иптәш булды.

Өлкәнәйеп китһә лә, Разия инәйҙең хәтере шәп. Ғ. Сәләмдең “Республика иртәһе” шиғырын әле лә әҫәрләнеп һөйләй.

– Бала саҡта мәктәптә ятланған шиғыр. Шул хәтлем күңелгә һеңеп ҡалғандыр, күрәһең. Уҡырға һуң барҙым, яҡшы белем алырға тура килмәне. Шуға төрлө эштә йөрөнөм: баҫыуҙа ла, бесәндә лә, фермала ла... Биш бала үҫтек. Беҙҙең быуын һуғыш ваҡытында буй еткерҙе бит. Атайҙың фронтҡа киткәнен дә хәтерләмәйем, уйынға әүрәп ҡалғанмын. Еңел булманы инде тормош, шулай ҙа бирешмәнек, – ти инәй, күҙ йәше аша хәтирәләре менән уртаҡлашып.


Ауыл ҡото ул мәктәп

Нуҡай мәктәбе Мораҡ башҡорт гимназияһының филиалы булып иҫәпләнә. Белем усағының мөдире Рифат Риф улы Байғүбәков, йәш кенә булһа ла, арыу ғына эшләп, тәжрибә туплап өлгөргән. Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, Силәбе дәүләт педагогия университетында уҡый. Һөнәре буйынса ул – информатика уҡытыусыһы.

– Мәктәптә барлығы 53 бала белем ала. I класҡа быйыл ете бала килде, IX класта ла ете уҡыусы. Быға тиклем, балалар юҡлыҡтан, өс-дүрт йыл тирәһе IX класс булманы, – тине Рифат Байғүбәков. – Балаға төплө белем биреү өсөн мәктәптә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Уҡыуға ла, спортҡа ла ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында саңғылар, теннис өҫтәле алдыҡ.

Ауылда балалар баҡсаһы булмағас, кескәйҙәр мәктәпкә әҙерлекһеҙ килә. Хәҙер бит уҡытыу программаһы буйынса хәреф өйрәнеүгә, һанауға аҙ ваҡыт бүленә, шуға күрә ата-әсәләрҙең балалары менән өҫтәмә шөғөлләнеүе бик мөһим. Класс-тупланмаларға бүленеү ҙә ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, беренсе һәм өсөнсө кластар бергә уҡый. Шунлыҡтан уҡыусыға тейешле иғтибар етмәй ҡала. Был – бәләкәй ауыл мәктәптәренең оло бәләһе. Өҫтәмә шөғөлләнеп, балаларҙың өлгәшеү кимәлен күтәрергә тырышабыҙ. Дәрестән һуң буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙәренә лә булышлыҡ итәбеҙ, китапхана, клуб менән берлектә төрлө саралар ойошторабыҙ, спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ.

“Кәрәк”тәр кәрәкте бирә

Һуңғы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыусылар хәбәрҙар: республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һаҡлап ҡалыу, уларға ярҙам итеү, белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Ысынлап та, ФАП – ауыл халҡының һаулығы һағында торған берҙән-бер үҙәк.

Фаягөл Аҡназарова Нуҡай халҡын өс йыл хеҙмәтләндерә. Иҫәптәге 263 кешенең 200-ҙән ашыуы оло кеше икән.

– Инәй-олатайҙар – даими пациенттарым. Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә лә, йөрәктәре ҡаҡһа ла, миңә киләләр. Кешегә ҡайһы саҡта йылы һүҙ, иғтибар ҙа етә. Ололарҙың ҡан баҫымын үлсәп, кәңәш бирһәң, улар һауыҡҡандай булып, рәхмәт әйтеп ҡайтып китә. Дарыуға ҡытлыҡ юҡ. Район үҙәгенә барһаҡ, кемгә нимә кәрәк – бөтәһен дә алып ҡайтабыҙ. Шуныһы көйөндөрә: ауылда йәш ғаиләләр юҡ. Бер йәшкә тиклемге бала ла берәү генә, – ти Фаягөл Ҡасим ҡыҙы.

Сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, эш булмағанлыҡта. Бөтә кеше лә мал көтөп, баҡса үҫтереп кенә йәшәй алмай. Өйөн һалырға, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға, ғаиләне ҡарарға кәрәк. Бына ошо “кәрәктәр” кәрәген бирә лә инде ауылдарҙың...

Төп нәҫелдең бер вәкиле

Ауыл өсөн китапхананың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәғлүмәт биреүҙән, аң-белем таратыуҙан тыш, ул мәҙәниәт үҙәге ролен дә үтәй. Халыҡты туплап, матур саралар үткәреп, ауыл кешеһенең күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән усаҡ ул.

Әгәр торлаҡта гөрләп торған мәҙәниәт усағы, китапхана, мәктәп, ФАП бар икән, халыҡты ауыл тормошона йәлеп итергә була. Мәктәп бөтһә, ауыл да бөтә, тиҙәр. Быға өҫтәп, үрҙә һанап үтелгән тармаҡтарҙы ла индереү урынлы булыр, минеңсә.

Нуҡай китапханаһы үҙ бурыстарын теүәл үтәп килә. Китапханасы Сәйҙә Миңнулла ҡыҙы Байғүбәкова, бында бер йылдан ашыу ғына ваҡыт эшләүенә ҡарамаҫтан, эшкә башкөллө сумған.

– Китапхана бөгөн халыҡтың рухи һағында тора. Концерт-тамашалар ауыл еренә һирәк килә, телевизор ялҡытыусан. Ә китапхана, клуб менән берлектә үткәрел­гән төрлө кисәләр, мәҙәни саралар халыҡты берләштерә, ойоштора. Йырып сыҡҡыһыҙ эш араһында бер-береңде күреп һөйләшеү, аралашыу өсөн нәҡ мәҙәниәт усаҡтары ҡулай, – тип һөйләне ул беҙгә башҡарылған эштәр хаҡында. — Йыл башында яҙыусы Ринат Камал менән осрашыу үткәрҙек. Бик йылы, матур кисә булды. Шиғырҙар тыңлап, яҙыусының ижады, тормошо тураһында һөйләштек. Ололар көнөнә арналған сара ла йәнле үтте.

Китап фонды йылына кәм тигәндә ике тапҡыр тулыланып тора. Балалар өсөн әкиәт китаптары байтаҡ килде. Мәрйәм Бураҡаева, Миләүшә Ҡаһарманованың китаптарын һораусылар күп. Тик уларҙыҡы беҙҙә әлегә юҡ.

Ололар башлыса совет осоро әҙә­биәтенә өҫтөнлөк бирә. Иң оло китап уҡыусыбыҙ – 91 йәшлек Венера инәй Дауытова. Өлкән булһа ла, күҙлек кеймәй. Ниндәй китаптар кәрәклеген шылтыратып ҡына әйтә лә, мин һайлап өйөнә үҙем алып барам. Гәзит-журналдарҙы ла ҡалдырмай уҡый, яңылыҡтар менән даими танышып тора.

Мәрйәм Һайранова апай иһә шиғыр китаптарын ярата. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ҡабат-ҡабат алып уҡый. Ирек Рафиҡов ағай һуғыш тураһындағы әҙәбиәтте үҙ итә. Миңзифа Көҫәпова, Йәүҙәт Абдуллиндар ҙа бик әүҙем. Динара Садиҡова ла, өс бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, китап уҡырға ваҡыт таба. Һәр береһен исемләп әйтеп бөтөрөп булмай инде, ғөмүмән, халыҡ беҙҙә китап­ханаға юлды һыуытмай.

Үҙенең ҙурлығы менән маҡтана алмай Нуҡай. Тауҙар араһында урынлаш­ҡанғамы, сымһыҙ телефон бәйләнеше лә юҡ. Һәр йортта тиерлек стационар телефон бар, интернет та үткән. Кеше Нуҡайҙа үҙен иркен тоя. Картуф ҡаҙылған, бесән өйөлгән, мал әлегә көтөүҙә, ҡош-ҡорт та һыу буйында. Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, һәүетемсә генә үҙ яйына йәшәп ята ауыл халҡы. Тырыштар барыбер яйын таба. Баҡса сәсһенме, мал тотһонмо, ҡаҙ-өйрәк үрсетһенме, бал ҡорто ҡараһынмы – егәрленең ҡулы етәү. Елкәң ныҡ булһа, ҡайҙа ла етеш донъя көтөргә була.
Йәйге селлә. Июль айы.
Тын алғыһыҙ тынсыу ҡала.
Урамдарға сығыу менән
Хәлһеҙ тәнде йонсоу ала.

Йәйге селлә. Июль айы.
Ауылда ла берҙәй эҫе,
Тик урамға сығыу менән
Йәнде имләй еләк еҫе, –
тип тә яҙған бит әле шағирә Зөлфиә Ханнанова.
Ауыл ни тиклем төпкөлдә урынлаш­маһын, ни тиклем генә бәләкәй булмаһын, ысын ер кешеләре йәшәгән саҡта ул бөтмәйәсәк, ҡала ла туҡ йәшәйәсәк. Ә ауыл кешеһенең иң төп байлығы ул – ер. Ере барҙың – еме, еме барҙың име бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704