“Һәр берегеҙҙе ҡосаҡлап, һөйәлләнгән ҡаты ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып, ямғырҙа ла, һалҡында ла республика өсөн шундай кәрәкле ауыр эште башҡарғанығыҙ өсөн бөтөн йөрәктән рәхмәт әйткем килә. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ, өйҙәрегеҙгә тыныслыҡ теләйем һәм барығыҙ алдында ла баш эйәм!”. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге шәхси битендә яҙған ошо һүҙҙәре ауыл хужалығы эшсәндәренең генә түгел, барлыҡ хеҙмәтсән халыҡтың күңеленә үтеп инеп, иң төпкөлдәге ҡылдарын тирбәтеп ебәргәндер, ҡайһы берҙәр хатта күҙ йәшенә мансылғандыр. Эйе, һыуһаған ер кешеләре бындай иғтибарға, яҡшы мөнәсәбәткә, ихлас әйтелгән йылы һүҙҙәргә!
Был әйтелгәндәр М. Ғафуриҙың “Кил әле һин, иптәш! Бир һин миңә һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды” тигән шиғыр юлдарын да хәтерләтеп ҡуйҙы.
Хеҙмәт кешеләренә оло хөрмәт – төбәгебеҙҙә элек-электән килгән күркәм йола. Был йәһәттән ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте тармағы эшсәндәре айырыуса ҙур иғтибарға, баһаға лайыҡ. Беҙҙе ашатыусы, йәшәтеүсе, көндәлек тормошобоҙҙо хәстәрләүсе бит улар! Ошоно тәрән төшөнгән республика етәкселеге хеҙмәт кешеләрен байрам менән ихлас тәбрикләне.
Лидерлыҡ позицияһын нығытасаҡбыҙ
Өфөләге Конгресс-холда уҙған Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Ул тәүҙә ауыл хужалығы предприятиелары һәм етештереүселәренең бай күргәҙмәһе менән танышты. Һуңынан байрам сараһы тамаша залында дауам итте.
– Яңыраҡ Урал аръяғы райондарына барғанда, беҙҙе был өлкәлә ни тиклем ҙур эш көткәнен күрҙем. Йәштәр аҡса табыу өсөн сит өлкәләргә китә. Ауылдарҙың бары 60 проценты – һыу, шул самаһы газ менән тәьмин ителгән. Меңәрләгән йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Ауылдарҙа күп белгестәрҙең үҙ йорто юҡ, шуға ҡарамаҫтан, улар эшен намыҫлы башҡара. Был мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, шул иҫәптән “Ауылдарҙы тотороҡло үҫтереү” программаһы ярҙамында федераль сығанаҡтарҙы һәм шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеп.
Урындарҙа заманса юлдар, яңы спорт комплекстары, ФАП-тар төҙөүҙе, газ үткәреүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, йәштәрҙе ауылда йәшәүгә йәлеп итеү өсөн барлыҡ сараларҙы ла күрәсәкбеҙ. Беҙ илдәге аграр етештереүселәр араһында лидерлыҡ позицияһын нығытасаҡбыҙ. Бының өсөн ресурстарыбыҙ, тәжрибәбеҙ, компетенциябыҙ, белгестәребеҙ бар. Ҙур ихтыяжлыҡ кисергән кадрҙарҙы әҙерләүҙе камиллаштырырға, уңышлы хужалыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнергә, агробизнестың заманса формаларын индерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ, ауыл халҡының табышын арттырасаҡбыҙ, йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡбыҙ, – тип Радий Фәрит улы ауыр тәбиғәт шарттарында ла ал-ял белмәй тир түккән һәр бер ауыл эшсәне алдында баш эйеүен белдерҙе.
Тантаналы сарала төбәк етәксеһе алдынғы райондарҙың етәкселәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. Таулы-урманлы һәм Урал аръяғы биләмәһендә – Әбйәлил, Урал алды биләмәһендә – Стәрлетамаҡ, төньяҡта – Балтас, төньяҡ-көнсығышта – Ҡыйғы, көньяҡ төбәктә Саҡмағош райондары иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Шулай уҡ быйыл баҫыусылыҡта ал-ял белмәй эшләп, юғары уңыш ҡаҙанған 10 механизаторға “Шевроле Нива” автомобилдәре асҡысы тапшырылды. Быйыл Илештән Тәлғәт Баймиев, Саҡмағоштан Фидус Хажиев, Стәрлетамаҡтан Василий Дробязко, Мәләүездән Сергей Локтионов, Дүртөйлөнән Азат Хасбуранов, Благоварҙан Дмитрий Яловой, Ишембайҙан Евгений Лейтер, Ҡалтасынан Денис Васильев, Стәрлетамаҡ районынан Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Айгиз Сәләмов “тимер ат”лы булды.
Тантаналы сарала төбәк етәксеһе “Минең ерем – минең байлығым” балалар конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ла тәбрикләне.
Йәш таланттарыбыҙ 500-гә яҡын ижади эш тәҡдим иткән. Улар араһынан Бишбүләк ра-йоны Бишбүләк ауылынан Данил Емельяновтың, Көйөргәҙенең Абдул ауылынан Нияз Ниғмәтуллиндың, Нуримандың Яңы Күл ауылынан Илгизә Ханованың ижади эштәре иң яҡшыһы тип билдәләнде.
Талаптарҙы еренә еткереп үтәгәс
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, уңғандарҙы байрам менән ҡотлап, өлгәшелгән уңыштар хаҡында әйтте, алда торған бурыстарҙы билдәләне, алдынғыларға дипломдар тапшырҙы.
– Ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы – иҡтисадтың, социаль өлкәнең мөһим тармағы, – тине ул. – Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республика өсөн мөһим. Намыҫлы эшегеҙ, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙға рәхмәт. Һеҙ – йәштәргә өлгө булырҙай бөгөнгө заман батырҙары.
Стәрлетамаҡтан “Салауат” агрофирмаһы республикала бәрәңге үҫтереү буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнде. Хужалыҡҡа 28 йәшлек Наил Баһауетдинов етәкселек итә. “Икенсе икмәк” 250 гектар майҙанда етештерелә. Уңышҡа өлгәшеү серен ул былай аңлатты:
– Беҙҙең хужалыҡ элек-электән бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Белгестәр етерлек, орлоҡто өс-дүрт йыл һайын алмаштырып торабыҙ. Бөтә талаптарҙы еренә еткереп үтәгәс, уңыш та яҡшы.
Теплицала йәшелсә үҫтереүҙә Бүздәктән шәхси эшҡыуар Фәүил Хәбибрахмановтың хужалығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул бары үҙ көсөнә ышанып, яҡындарына таянып ҡына баҙарға юл яра. Бөгөн юғары технологиялар буйынса заманса йыһазландырылған теплица республика сауҙа кәштәләрен генә түгел, илдең башҡа төбәктәрен дә файҙалы йәшелсә менән тәьмин итә.
Дүртөйлө районы “Үҙәк” МТС-ының “РТМ” филиалы иң яҡшы ремонт-техник предприятиеһы булараҡ танылды. Ойошманың директоры – Данис Ишмәкәев.
– Беҙҙең оҫтахананың Дүртөйлө, Ауырғазы, Бүздәк райондарында өс бүлексәһе бар, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. – Үҙебеҙҙә етештерелгән, шулай уҡ сит илдән алынған иген йыйыу комбайндарын, тағылма инвентарҙарҙы ремонтлайбыҙ, яңынан сафҡа индерәбеҙ. Кәрәк булһа, үҙебеҙҙең ерлеккә ҡулайлаштырабыҙ.
Бөгөн беҙҙә 900 берәмек запчасть етештерелә, үҙебеҙ уйлап сығарғандары ла бихисап. Тәжрибәле белгестәр йән өргән техникалар ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙ бурысын теүәл һәм ваҡытында үтәргә ярҙам итә. Төрлө күргәҙмәләрҙә даими ҡатнашабыҙ, йыл да Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә тауарҙарыбыҙҙы ҡуйып, уңышҡа өлгәшәбеҙ, быйыл өс алтын миҙал алдыҡ.
Бөгөн агросәнәғәт тармағы алдында етди бурыстар тора. Уны үҫтереү, заманса алымдар ҡулланыу, юғары технологиялар индереү өсөн белгестәр әҙерләү, йәш быуын күңелендә ауыл хужалығына ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү көн ҡаҙағындағы мәсьәлә булырға тейеш. Был юҫыҡта ла маҡсатлы эш алып барыла. Һөнәри белем биреү учреждениелары араһында Өфө районының Михайловка ауылындағы Башҡорт агросәнәғәт комплексы иң яҡшыһы тип билдәләнде. Уҡыу йорто директоры Илшат Әминев әйтеүенсә, бөгөн бында 800 студент умартасы, иретеп йәбештереүсе, механизатор, йорт хужабикәһе кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Белем алырға теләүселәр күп.
– Республикала 24 аграр учреждениеһы араһында иң өлгөлөһө булып танылыу күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, йәнә яуаплылыҡ та өҫтәй, – тине Илшат Әминев. – Абруйҙы төшөрөргә ярамай, тырышабыҙ. Республикала йәш һөнәр эйәләренең дүрт йүнәлеш буйынса үткән һайлап алыу турын уңышлы үтеп, финалға сыҡтыҡ.
Һөнәре буйынса иң яҡшы ҡошсо, ҡымыҙ етештереүсе, ғалим, һауынсы, тракторсы, бухгалтер, ҡортсо, йәшелсә үҫтереүселәр икеләтә байрам ҡыуанысы кисерҙе был көндө.
Хеҙмәткә баһа – яңы үрҙәргә дәрт
Ауыл хужалығы министрлығында үткән тантанала 45 хеҙмәт батырына дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙың һәр береһе был юғары бүләккә үҙенең күңеленә яҡын эште намыҫлы башҡарыуы менән лайыҡ булған.
Улар араһында Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы тракторсыһы Хәйрулла Аҡһаров та бар. Ул “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһен алды.
Хәйрулла Нурулла улы 42 йылдан ашыу ошо хужалыҡта тир түгә. Улы Рәсил дә, атаһы юлын дауам итеп, тыуған ауылында шофер булып эшләй.
– Беҙҙең кооператив гөрләп эшләй, буш торған фермалар, сәселмәгән баҫыуҙар юҡ. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алабыҙ. Шуға ла халыҡтың кәйефе күтәренке. Был бүләк тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирә, – тине ул.
Мәләүез районының “Дружба” йәмғиәтенән Зилә Иманғолова менән “Мәләүез шәкәр заводы” акционерҙар йәмғиәте эшсеһе Фәнисә Йәғәфәрованың да байрам көнөндә бүләкле алыуына ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Улар икеһе лә “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
– Утыҙ йылға яҡын бер урында эшләнем. Һөнәрем оҡшай. Хеҙмәтемде юғары баһалап, маҡтаулы исемгә тәҡдим иткәне өсөн туған коллективыма ҙур рәхмәт әйтәм, – тине Фәнисә ханым.
“Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен алған Владимир Глазков Өфө районының “Башҡорт” ҡошсолоҡ фабрикаһында цех начальнигы вазифаһын башҡара. Һуңғы йылдарҙа республикала тауыҡ ите, йомортҡа етештереү буйынса күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра. Бында Владимир Леонидовичтың да өлөшө ҙур. Ул ер эшсәндәренең хеҙмәтен юғары баһалаған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, киләсәктә лә төбәгебеҙҙең алға китеүе өсөн тырышып эшләйәсәген белдерҙе.