Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Урал”дың уңғандары
“Урал”дың уңғандарыБаш ҡала яңы ғына сәскә атҡан муйыл еҫенә төрөнөп уянған мәлдә, редакция машинаһы Тәтешле тарафтарына елдерә ине инде. Өс сәғәт ваҡыт һиҙҙермәйсә үткән. Ҡоҙаш ауылына килеп етеп, машинанан сыҡһаҡ, бында муйыл сәскә атыу түгел, саҡ тумаланған. Яҙ был яҡтарға инәлтеп, ике аҙнаға һуңлап килә тиеүҙәре дөрөҫ икән.
Быйыл йылы көндәр республикаға иртә килде. Был иһә баҫыу эштәренә үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итте. Шулай ҙа сәсеү кампанияһына ныҡлы әҙерлек менән килгәндәргә һис ҡурҡырға түгел. Мәҫәлән, “Урал” хужалығы игенселәре, иртә тотонған – уңған, һуңға ҡалған – отолған, тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлап эш итә. Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә лә улар районда тәүгеләрҙән булып сыҡҡан. Әлбиттә, игенселәр ерҙең уңдырышлылығы менән маҡтана алмай. Һоро, көлһыу төҫтәге тупраҡ ҡомдо хәтерләтә. Дымды һаҡлап ҡалыуы ауыр. Һауа торошо ла шулайыраҡ. Ҡар өс көндә иреп бөттө лә һөрөлгән ерҙе шунда уҡ елләтте. Шуға ла игенселәр сәсеүҙе иртә башларға мәжбүр.
Хужалыҡ рәйесе Фирҙүс Әүхәҙиев менән иген баҫыуына барғанда икенсе бригада сәсеү эштәре менән шөғөлләнә ине. Хужалыҡтың һөрөнтө ере 4 мең 348 гектар тәшкил итә. Әлеге ваҡытта бында йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 6 мең һум тәшкил итһә лә, сәсеү-урыу ваҡытында ул бермә-бер арта.
Баҫыуҙа ун агрегат сәсә, етеһе культивациялай.
— Беҙҙең тәбиғәт шарттарында мул уңыш алам тиһәң, икеләтә көс һалырға тура килә. Шуға ерҙе төрлө ашлама менән һуғарырға тырышабыҙ. Былтыр гектарынан 19,3 центнер уңыш алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яғыулыҡ-майлау материалдары менән һуңғы арала өҙөклөк булып тора. Бер көн сәсмәй торһаҡ, йыл буйы ас ултырырыбыҙҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеүселәр аңламай күрәһең, – тип көйөнөстәрен дә һөйләне рәйес. Ул арала ауыл ситендәге баҫыуға ла барып еттек. Райондың ауыл хужалығы һәм продукцияһы буйынса идаралығының баш агрономы Иҙрис Ғиләжев тә бында эштең барышы менән танышып йөрөй ине.
– Механизаторҙарҙың көн һайын ҡуйылған норманы арттырып үтәүе ҡыуандыра. Тимәк, хужалыҡта сәсеү иртә тамамланасаҡ, – ти белгес.
Йыл һайын райондың иң яҡшы бригадиры булараҡ һабантуйҙарҙа башҡаларға алдынғылыҡты бирмәгән Ирек Бәҙретдинов та баҫыуҙа.
— Егеттәр тырышып эшләй, техника төҙөк. Хужалыҡтың бер баҫыуы ла буш ятмай. Һәр ҡайһыһынан уңыш алырға тырышабыҙ. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: эштең нигеҙе етәкселектән дә тора. Ярҙам булһа, ауыл эшсәндәренең тырышлығын күрһәләр, эш һөҙөмтәле була, – ти ул.
Механизатор Фәүзи Ғимранов хужалыҡта 30 йылдан ашыу эшләй, тәжрибәле белгес. Бер сменала 30 — 40 гектар ер сәсә. Элек малсылыҡта тир түккән Әлфәс Ахунов быйыл ғына баҫыуға сыҡҡан. Физат Ахунов иһә хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандан алып икенсе тапҡыр сәсеүҙә ҡатнаша. Эштәренә етди ҡарағанға, икенсе бригада алдынғылар рәтендә йөрөй. Ҡыҙыу эш мәлендә көндөң матур тороуынан мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырыша улар. Рәйес шулай уҡ Илшат Ҡолоев, Рәүжәт Ғимранов, Илфат менән Альберт Шәмсиевтәрҙе, Мөкәрәм менән Радик Бәҙретдиновтарҙы, Рәфит Ханов, Альфред Әүхәтов, Шамил Әхмәҙуллиндың исемдәрен маҡтап телгә алды. Был бригадалар алыҫтағы баҫыуҙа тир түгә, ир-егеттәрҙең барыһы ла эшен еренә еткереп башҡара.
Ғөмүмән, “Урал” хужалығы гөрләп тора. Баҫыуҙа тракторҙар иген сәсә, ҡура тулы мал. Хужалыҡтың өс фермаһы бар. 1600 баш һыйыр малы тоталар, шуларҙың 600-өн һауалар. Һәр һыйырҙан уртаса 13,6 литр һөт алына. Көн һайын 8 тоннаға яҡын һөт тапшыралар. “Был колхозда мин эш башлағанда ике феләк һөт тапшыра инек”, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Фирҙүс Әүхәҙиев. Шулай булғас, хужалыҡтағы эш барышына нисек ҡыуанмайһың!
Лилиә НУРЕТДИНОВА
Тәтешле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә