Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төҙәтмәләр индерелһә
Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә.

Дәүләт Думаһы 20 сентябрҙә үтәсәк пленар ултырышта “Рәсәй Федера­цияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөштәренә, Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тура­һында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына үҙгәреш индереү хаҡын­дағы закон проектын ҡарарға ниәтләй. Закон проекты Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан тәҡдим ителгәйне.

Әлеге башланғыс менән былтыр ноябрҙә билдәләнгән һалым ҡануниә­тендәге айырым сикләүҙәрҙе 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем кисектереп торорға тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән концессия килешеү­ҙәре нигеҙендә алынған бюджет инвестициялары иҫәбенә автомобиль юлдары һәм яһалма юл ҡоролма­лары төҙөү, реконструкциялау проекттарын ғәмәлгә ашырған концессионер ойошмаларға ҡарата бюджет аҡсаһына һатып алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәт­тәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡайтарыу хоҡуғы тураһында һүҙ бара.

— Былтыр йыл аҙағында ҡабул ителгән Һалым кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль закон юл төҙөлөшө өлкәһендәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Республи­кабыҙҙа федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” юлына Өфөнән яңы сығыу юлын һалыу проекты быға миҫал булып тора. Ул дөйөм оҙонлоғо 18 километрлыҡ тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм автомобиль юлы һалыуҙы күҙ уңында тота.

Константин Толкачев әйтеүенсә, был проект буйынса концессия килешеүе 2017 йылдың 1 июнендә төҙөлгән. 2018 — 2021 йылдарҙа төҙөлөштө финанслауҙың дөйөм күләме 34 миллиард һум тәшкил итә. Проекттың финанс моделе республика ҡаҙнаһынан концессионерға бюджет инвестициялары рәүешендә 24,5 миллиард һумлыҡ капиталь грант түләүҙе күҙ уңында тота. Финан­слауҙың бындай алымы концес­сионерға капиталь грант аҡсаһы иҫәбенә лә һатып алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәттәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡайтарыуға дәғүә итеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, был шул осорҙа ғәмәлдә булған Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы редакцияһына ла тап килгән. 2017 йыл аҙағында үҙгәрештәр индерел­гәндән һуң субсидиялар йәки бюджет инвестициялары иҫәбенә алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәттәргә түләнгән өҫтәмә хаҡҡа һалым ҡайтармаһы тыйыл­ғайны. Өҫтәмә хаҡҡа һалымды түләү мөмкинлеге булмағанға күрә концессионер проектты тормошҡа ашырыу­ҙа 3,75 миллиард һумлыҡ аҡсаны алып еткермәй.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе әйтеүенсә, “Концессия килешеүҙәре тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, концедент ҡану­ниәттәге үҙгәрештәр концессионерға һалым баҫымының артыуына килтер­гән йәки уның хәлен насарайтҡан осраҡта инвестицияларҙың үҙ-үҙен аҡлауын тәьмин иткән сара күрергә тейеш.

— Һөҙөмтәлә республика ҡаҙна­һынан концессия килешеүенә ярашлы түләү 3,75 миллиард һумға артасаҡ, — тине Константин Толкачев. — Әйткәндәй, инвестиция проекттарына бәйле ошондай хәл Башҡортостанда ғына күҙәтелмәй. Федераль ҡану­ниәткә тәҡдим иткән төҙәтмәләр концессия килешеүенә ярашлы инвестиция проекттарын тормошҡа ашыр­ғанда төбәк ҡаҙна­һына баҫымды кәметеүгә йүнәлтелә. Беҙҙең закон проектын 55 төбәк парламенты һәм Хөкүмәте, Рәсәй Хөкүмәте, Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар комитеты хупланы. Федераль закон ҡабул ителер һәм Өфө, тотош республика өсөн мөһим проектты ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген бирер, тип ышанам.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА Фото: ИА Башинформ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә