Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә.
Дәүләт Думаһы 20 сентябрҙә үтәсәк пленар ултырышта “Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөштәренә, Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһына үҙгәреш индереү хаҡындағы закон проектын ҡарарға ниәтләй. Закон проекты Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан тәҡдим ителгәйне.
Әлеге башланғыс менән былтыр ноябрҙә билдәләнгән һалым ҡануниәтендәге айырым сикләүҙәрҙе 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем кисектереп торорға тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән концессия килешеүҙәре нигеҙендә алынған бюджет инвестициялары иҫәбенә автомобиль юлдары һәм яһалма юл ҡоролмалары төҙөү, реконструкциялау проекттарын ғәмәлгә ашырған концессионер ойошмаларға ҡарата бюджет аҡсаһына һатып алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәттәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡайтарыу хоҡуғы тураһында һүҙ бара.
— Былтыр йыл аҙағында ҡабул ителгән Һалым кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль закон юл төҙөлөшө өлкәһендәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Республикабыҙҙа федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” юлына Өфөнән яңы сығыу юлын һалыу проекты быға миҫал булып тора. Ул дөйөм оҙонлоғо 18 километрлыҡ тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм автомобиль юлы һалыуҙы күҙ уңында тота.
Константин Толкачев әйтеүенсә, был проект буйынса концессия килешеүе 2017 йылдың 1 июнендә төҙөлгән. 2018 — 2021 йылдарҙа төҙөлөштө финанслауҙың дөйөм күләме 34 миллиард һум тәшкил итә. Проекттың финанс моделе республика ҡаҙнаһынан концессионерға бюджет инвестициялары рәүешендә 24,5 миллиард һумлыҡ капиталь грант түләүҙе күҙ уңында тота. Финанслауҙың бындай алымы концессионерға капиталь грант аҡсаһы иҫәбенә лә һатып алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәттәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡайтарыуға дәғүә итеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, был шул осорҙа ғәмәлдә булған Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы редакцияһына ла тап килгән. 2017 йыл аҙағында үҙгәрештәр индерелгәндән һуң субсидиялар йәки бюджет инвестициялары иҫәбенә алынған тауарҙарға, башҡарылған эштәргә һәм хеҙмәттәргә түләнгән өҫтәмә хаҡҡа һалым ҡайтармаһы тыйылғайны. Өҫтәмә хаҡҡа һалымды түләү мөмкинлеге булмағанға күрә концессионер проектты тормошҡа ашырыуҙа 3,75 миллиард һумлыҡ аҡсаны алып еткермәй.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе әйтеүенсә, “Концессия килешеүҙәре тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, концедент ҡануниәттәге үҙгәрештәр концессионерға һалым баҫымының артыуына килтергән йәки уның хәлен насарайтҡан осраҡта инвестицияларҙың үҙ-үҙен аҡлауын тәьмин иткән сара күрергә тейеш.
— Һөҙөмтәлә республика ҡаҙнаһынан концессия килешеүенә ярашлы түләү 3,75 миллиард һумға артасаҡ, — тине Константин Толкачев. — Әйткәндәй, инвестиция проекттарына бәйле ошондай хәл Башҡортостанда ғына күҙәтелмәй. Федераль ҡануниәткә тәҡдим иткән төҙәтмәләр концессия килешеүенә ярашлы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда төбәк ҡаҙнаһына баҫымды кәметеүгә йүнәлтелә. Беҙҙең закон проектын 55 төбәк парламенты һәм Хөкүмәте, Рәсәй Хөкүмәте, Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар комитеты хупланы. Федераль закон ҡабул ителер һәм Өфө, тотош республика өсөн мөһим проектты ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген бирер, тип ышанам.