Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәре унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеүҙән туҡтамай. Әбйәлил районында умартасылыҡҡа иғтибар йылдан-йыл көсәйә. Үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңел ҡушыуы буйынса, нәҙекәйбилдәрҙе тотоусыларҙың артыуы районда ҡортсолоҡто үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хәйер, уларҙың умарталары ҡарабойҙай, көнбағыш сәселгән баҫыуҙарҙы йәмләп кенә ҡалмай, тотош бер серле “утрау”ҙы хасил итә. Был өлкәнең “һөнәрселәр”е һәм “өйрәнсек”тәре менән беҙгә лә яҡындан аралашырға насип итте.“Пчелка Майя”Умартасылыҡ тармағына өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен биргән, районда билдәле умартасыларҙың береһе, республика умартасылары конкурсында бер нисә тапҡыр абсолют чемпион исемен яулаған Мәҙинә Ибраһимованы белмәгән кеше юҡтыр. Районда уны “Пчелка” тип йөрөтәләр, исемен һорағансы, ҡушаматын әйтһәң, кем тураһында һүҙ барғаны тиҙерәк аңлашыла.
– Бер көн күршемдең бәләкәй генә ҡыҙы: “Һине телевизорҙан күрһәттеләр”, – ти. Баҡтиһәң, “Пчелка Майя” йәнһүрәтен ҡараған икән, – тип көлә Мәҙинә ханым. – Шулай итеп, балалар өсөн дә мин – “Пчелка”.
Исеме есеменә тап килгәс, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы ҡушаматына һис тә үпкәләмәй. “Пчелка” тип әйтеүҙәрендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, сөнки ул бал ҡорто кеүек үҙен йәлләмәй эшләй, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырыша. Уның был кәсепте үҙ итеүе үҙе бер тарих.
– 1985 – 2000 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығында Стәрлетамаҡ район-ара берекмәһенең умартасылыҡ буйынса зоотехнигы булып эшләнем. Ул йылдарҙа Әбйәлилдә алты меңгә яҡын оя иҫәпләнә ине. Умарталыҡтар хужалыҡтарҙың һәр бригадаһында, һәр бүлексәһендә тип әйтерлек бар. Эш йәнле, күңелле барҙы, бал ҡорттары уңышты мул бирҙе. 1989 йылда “Урал” совхозынан Рәйес Әхмәтовтың 3 мең 222 килограмм бал тапшырыуын, йыл һайын бер умартанан 15-22 килограмм бал алыуҙы, район буйынса 18-20 тонна тауар балы етештереүебеҙҙе әле лә хәтерләйем, – ти тәжрибәле умартасы. – 90-сы йылдарҙа Өфөләге умартасылыҡ буйынса агентлыҡ институтҡа ҡушылғас, райондарҙа зоотехник вазифаһы бөтөрөлдө, колхоз-совхоздар ҙа аҡрынлап юҡҡа сыҡты. Аҙаҡ хужалыҡтарҙағы умарталар ҙа бөттө. Мин эшһеҙ тороп ҡалдым, – ти ул.
Ҡыҫҡартылыуға эләккән Мәҙинә Рәсих ҡыҙы бер аҙ юғалып ҡала: Өфөгә эшкә саҡырыуҙарын да ҡабул иткеһе килә, күптән түгел үҙ көсө менән төҙөп сыҡҡан хан һарайындай донъяһы ла йәл. Ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫергә өйрәнгән ханым тыуған яғында ҡала. Ниндәй эш башларға, ҡайҙа барырға тигән һорауға яуап та тиҙ табыла: ниңә үҙе белгән шөғөлдө дауам итмәҫкә, умартасылыҡҡа ныҡлап тотонмаҫҡа тигән ҡарарға килә.
Йүнсел ҡатын күп тә үтмәй үҙенең дөрөҫ юл һайлағанына төшөнә. Тәүҙәрәк умартасыларҙы ҡортсолоҡҡа кәрәкле инвентарь менән тәьмин итеү буйынса эш башлай, яңы умарта тотоусыларға ярҙам итә, ҡортсолоҡ серҙәрен өйрәтә. Йыл һайын республика умартасылары конкурсында Әбйәлил ҡортсоларының призлы урын алыуҙарында геройымдың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур: ул бәйгеселәрҙе шәхсән үҙе әҙерләй, бар яҡлап ярҙам күрһәтә, хатта ярышҡа ла үҙе алып бара. Мәҙинә Рәсих ҡыҙының да уңыштары юҡ түгел, бер нисә йыл рәттән тәүге урындарҙы яулай, өс тапҡыр абсолют чемпион була. 2016 йыл уның өсөн бигерәк тә иҫтәлекле: республика умартасылар конкурсында икенсе урын яулай һәм “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциацияһы президенты Филипп МакКейбтың шәхсән бүләгенә лайыҡ була. Уның автограф ҡуйған махсус кейемен умартасы ҡәҙерләп һаҡлай.
“Ҡортсолоҡ буйынса үҙ эшегеҙҙе асырға теләгегеҙ юҡмы?” тигән һорауыма уңған ҡатын йылмайып: “Юҡ! – тип яуапланы. – Ни өсөн тигәндә умартасылыҡ менән байлыҡ туплайым тип түгел, ә ысын күңелеңде биреп, сәләмәтлек, кәсеп тип шөғөлләнһәң генә, нәҙекәйбилдәр һине аңлай һәм хәстәрлектәреңә мул уңышы менән яуап бирә. Күптәр бал ҡорто тотам тип килә лә, бер-ике умартанан нисә килограмм бал сығасаҡ, тип йөҙәтә башлай. Уларҙың нәфсеһен тойған ҡорттар бал йыймай, аҙаҡ тегеләр башлаған эшен ташларға мәжбүр була. Мин ҡортсолоҡ менән эш башларға йыйыныусыларға һәр саҡ иҫкәртә киләм: “Бал ҡорттарын яратырға, уларҙы аңларға, тыңлай белергә өйрәнегеҙ. Аҙаҡ балды ҡалаҡ тултырып ашай алырһығыҙ”, – тимен”.
Татлы балды ашауы ғына рәхәт, уны булдырыу өсөн ете ҡат тиреңде сығарып, төн йоҡоңдо йоҡламай эшләргә кәрәклеген беҙ үҙебеҙ ҙә умартасылыҡта булып, бал ҡорттарынан “тешләнеп”, ҡортсоларға улар кеүек эшләргә кәрәклеген аңлап, был кәсептең, ни тиклем мауыҡтырғыс булыуына ҡарамаҫтан, мәшәҡәте лә күплеген үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ.
Мәшәҡәтле лә, мауыҡтырғыс таБал ҡорто бигерәк наҙлы, шуға күрә уларҙы тәрбиәләүҙә наҙ һәм хәстәрлек талап ителә. Шунһыҙ мөмкин дә түгел! Шулай уҡ сабыр, түҙемле булғанда ғына бал ҡорттары менән дуҫлашырға мөмкин. Табышлы кәсеп булһа ла, мәшәҡәте лә, эше лә етәрлек. Яңы сәскәгә төрөлгән ҡарабойҙай баҫыуы янында төрлө төҫтәге умарталар бер-бер артлы һаҡта торған һалдаттарҙай теҙелеп киткән. Бында “Урал аръяғы МТС”-ының Әбйәлил филиалының һәм шәхси кешеләрҙең умарталары урын алған. Барлығы 400-ҙән ашыу умарта иҫәпләнә. Мәҙинә Рәсих ҡыҙы хужалыҡтың умарталарын ҡарау менән бер рәттән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең дә бал ҡорттарын ҡарарға ярҙамлаша.
Хәлил ауылында тыуып үҫкән Вадим Дәүләтовтың был шөғөлдө үҙ итеүенә күп түгел. Әммә кәсеп уға бала саҡтан таныш: Әнәс олатаһынан өйрәнеп ҡалған. Бөгөн уның 20-гә яҡын умартаһы бар.
– Бала саҡтан ҡорт тоторға хыялландым, сөнки олатайым биргән умартасылыҡ буйынса тәүге һабаҡтарҙы әле лә яҡшы хәтерләйем. Яңылышҡан осраҡта ярҙамға һәр саҡ Мәҙинә Рәсих ҡыҙы килә, уға ҙур рәхмәтлемен, – ти йәш умартасы Вадим Дәүләт улы.
Илнур Утарбаевтың да ҡортсолоҡта тәүге аҙымдары. Ошоға тиклем бал ҡорттары менән атаһы шөғөлләнгән, ул вафат булғас, был эште үҙе дауам итә. “Бал ҡорттары менән булышыу миңә оҡшай, атайымдың юлын дауам итергә теләк ҙур, шуға күрә был эшкә тәүәккәлләнем”, – ти егет.
Һуңғы йылдарҙа умарта тотоусылар һаны арта, тинек. Һөҙөмтәлә умартаны ҡайҙа ултыртыу буйынса ла һорауҙар күп тыуа. Был йәһәттән районда эш етди ҡуйылған: бер нисә төркөм ҡортсо бергәләшеп, умарталарын бер урынға ултырта, уны даими рәүештә һаҡлай, сөнки күрше Магнитогорск ҡалаһы кешеләре бер тапҡыр файҙаланған пакеттарҙа Кавказ, Карпат яҡтарынан килтерелгән ҡорттарҙы ҡуллана. Әгәр ҙә улар төбәктәге урта рус ҡорттары менән бергә ҡушылһа, “ситтән килеүселәр” был ҡорттарҙы талай башлай. Һөҙөмтәлә бал булмай, икенсенән, бал ҡорттарының генофондына ла ҡурҡыныс янай. Шуға күрә һәр умартасының үҙенең тәғәйен ултырыр урыны бар. Тармаҡтың табышлы булыуын иҫәпкә алғанда, умартасылар араһында үҙ-ара көнәркәшлек тә юҡ түгел. Умарталарҙы емереп йәки түңкәреп киткән осраҡтар ҙа күҙәтелә.
Ярҙам итеүселәр күберәк булһа ине Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән кәсептәренә тоғролоҡ һаҡлап, уларҙың юлын дауам итеүселәрҙең эшен баһалау, уға ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белһәк тә, күп осраҡта “ярҙан этеүселәр” ҙә йыш осрай. Башҡорт халҡының брендына әүерелгән шифалы балды һатыу буйынса ла ҡаршылыҡтар юҡ түгел. Һәр кем уны баҙарға алып сығып йәки өйөндә һата алмай. Ҡайҙалыр тапшырыу ҙа мөмкин түгел, хәйер, был осраҡта уның хаҡы баҙарҙыҡына ҡарағанда күпкә осһоҙға тура килә. Шулай уҡ бал ҡорттарының сирҙәрен дауалау маҡсатында төрлө препараттар ҡулланыу ҙа балдың тәменә ҙур йоғонто яһамай ҡалмай. Был тәңгәлдә Мәҙинә Ибраһимованың үҙ фекере:
– Мин ҡорттарҙы тәбиғи ҡарау яғындамын. Уларға тәбиғилек хас булырға тейеш, шунда ғына сифатлы һәм яҡшы бал алырға мөмкин. Күптәр ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға шәкәр ҡушып ҡалдыра, ә мин бер ваҡытта ла балға шәкәр ҡушмайым, ҡорттарға ла бирмәйем. Бал ҡорттары – шундай һиҙгер һәм нәзәкәтле бөжәк, улар еҫте бик тиҙ айыра. Янына тәмәке тартҡан, араҡы эскән кеше бара алмай. Шулай уҡ бензин һәм хушбый еҫтәрен дә үҙ итмәй. Таҙа йөрөгән, изге уй уйлағандарҙы ғына ярата бал ҡорттары. Ана, үҙегеҙ күрҙегеҙ, ауырыған ҡорттар янына, умарталарына һарымһаҡты иҙеп, һалып сыҡтыҡ. Фән менән шөғөлләнеүселәр был тәңгәлдә үҙҙәренең химия ҡушылған махсус препаратын тәҡдим итә-итеүен, әммә беҙ уны ҡулланмау яғында, – ти тәжрибәле умартасы.
Һуңғы йылдарҙа умарта тотоусыларҙан һалым түләтергә, умарталарына билдә, бирка ҡуйыу кеүек һорауҙар йыш күтәрелә, әммә өҫтәлдә килтерелгән татлы аҙыҡты ашағанда, уны етештергән, көнө-төнө эшләгән бал ҡорттары кеүек егәрле, тырыш умартасыларҙың ауыр хеҙмәте хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәктер. Барыһы ла умартасы булып китмәй, тик был шөғөлгә күңел йылыһын биреп, йөрәген һалып, йәнә бар тырышлыҡты ҡушҡанда ғына умартасылыҡ менән шөғөлләнергә, мул уңыш алырға мөмкин. Бал ҡорттары кеүек тырыш, эшсән булғандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Әбйәлил районы.
Ҡыҫҡаса...2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының 47-се Конгресына донъяның 120-130 иленән 12 мең кеше килеүе көтөлә.
* * *
Әлеге көндә республикала төрлө төр хужалыҡтарҙа 336 мең умарта күсе бар. Шул иҫәптән, ауыл хужалыҡтарында – 9,6 мең (2,9 процент), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 31,7 мең (9,4 процент), шәхси секторҙа 294,6 мең умарта (87,7 процент) иҫәпләнә.
Төбәктә йыл һайын 11 мең тонна бал етештерелһә, уның 1000 тонна самаһы Башҡортостандан ситкә сығарыла. Беҙҙең балды Ҡытай, Германия, Канада, Америка Ҡушма Штаттары теләп һатып ала.
* * *
1999 йылда Бөрйән районында солоҡсолоҡто һаҡлау маҡсатында “Алтын солоҡ” заказнигы барлыҡҡа килде. Ул 90,6 мең гектар майҙанды биләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың 2013 йылда “Алтын солоҡ” дәүләт тәбиғәт заказнигы тураһындағы положениены раҫлауы һәм хеҙмәткәрҙәр штатын арттырыуы был тармаҡтың үҫешенә яңы ҡеүәт бирҙе. Заказник хайуандар донъяһына бай. Унда солоҡ ағастары ла һаҡланған. Бал ҡорттарының генофондын һаҡлауҙа, ҡырағай шарттарҙа солоҡ һәм умартасылыҡтың тотороҡло тереклек итеүендә заказниктың өлөшө ҙур.
* * *
Халҡыбыҙҙың борондан һаҡланып килгән кәсебе – умартасылыҡ бөгөн дә килем алыу сығанағы булып ҡала. Шуға ла ҡорт балының ҡышлауы һәр умартасыны борсой. Бал алыу миҙгеле башланғас, “быйыл бал юҡ” тигән хәбәр ҙә таралып китә.
Ошо йәһәттән төбәктәге хәлдәрҙе асыҡлау маҡсатында, Белорет районы Ҡаһарман ауылында йәшәгән умартасы Зөлфәр Байегетовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Ҡорттар уңышлы ҡышланы. Яҙҙың оҙонға һуҙылыуы ғына бал ҡорттарының үҫешен тотҡарланы. Ауыл тирәһендә йүкә яҡшы йылдарҙа 6 июлгә ҡарата сәскә атһа, быйыл ул 20 июлдән һуң ғына булды. Етмәһә, насар атты. Йүкә – иң күп бал биргән ағас. Ишембай районында бер гектар йүкәлектән бер тоннаға тиклем бал алырға мөмкин. Йүкә балы булһа, ҡорт та яҡшы ҡышлай.
Ғөмүмән, бал йыйыу тәбиғәт шарттарына бәйле, шуға ла төрлө урындарҙа төрлөсә була. Мәҫәлән, беҙҙә быйыл ҡуянтубыҡ шәп сәскә атты. Дөйөм алғанда, быйыл бал бар.
* * *
Әйткәндәй, Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡумару өлкәһе умартасылары ла быйыл 1000 тонна бал алырға йыйына. Ошо маҡсатта өлкә умартасылары бал ҡорто пакеттарын күпләп алған. Былтыр улар 300 тонна бал йыйған.
Киләһе йылда улар урындағы баҙарҙы тәьмин итеү менән генә сикләнмәйсә, татлы ризыҡты Ҡытай кеүек илдәргә лә сығарыу теләге менән яна. Уны бойомға ашырыу өсөн бал биргән культураларҙы сәсеү буйынса агрофирмалар менән килешеүҙәр төҙөргә йыйыналар.
Р. МУСИНА.