Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Санкциялар – беҙҙең файҙаға
Санкциялар – беҙҙең файҙағаДәүләкәндә электән һөт ризыҡтары етештереүҙең яйға һалынғанлығы бында “һыйыр ағын” эшкәрткәс кенә һатыуға сығарыуға булышлыҡ итә. Урындағы етештереүселәр белгәндәре менән сикләнмәй, яңы төр продукция етештереү өҫтөндә лә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.

Татьяна Павлуткина ойошторған “Павлуткина” шәхси предприятиеһы ла, яңы барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, сифатлы, бай ассортиментлы сырҙары менән ҡулланыусының һөйөүен яулап өлгөргән. Быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки унда үҙ эшенең оҫталары тәмле сыр етештереүгә барлыҡ күңел йылыһын һала.
Технолог-сыр ҡайнатыусы Елена Бурова 1982 йылда Дәүләкән сыр яһау заводында хеҙмәт юлын башлаған, уға тиклем мәктәптә уҡығанда ла уның серҙәрен өйрәнгән. Анна Никулина, пенсия йәшендә булһа ла, яратҡан эшен дауам итә. Юлия Малова Мәскәүҙән килеп, бынамын тигән сырҙар әҙерләй. Ул Францияға барып, һөнәри оҫталығын камиллаштырып ҡайтҡан. Яуап­лы, ҡатмарлы эшкә Анна Полетавкина кеүек йәштәрҙең килеүе лә ҡыуаныслы. Тимәк, киләсәктә был һөнәрҙе дауам итеүселәр бар.
– Италияла уҡып, сыр әҙерләү серҙәрен үҙләштереп ҡайттыҡ. 2016 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында Сыр яһаусылар мәктәбен астыҡ. “Дәүләкән һөт компанияһы” йәмғиәтендә эшләй инек. Унан китеп, үҙебеҙҙең предприятиены асырға булдыҡ. Эш башлаған саҡта район хакимиәте 300 мең һумлыҡ грант бирҙе. Шул аҡсаға ремонт эшләнек, ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шулай итеп, эшебеҙ яйға һалынды, – ти Елена Геннадьевна.
“Павлуткина” предприятиеһы һөттө урындағы фермерҙарҙан һатып ала. Әле сырҙың ете төрөн етештерәләр. Тәүҙә кәзә сырын яһау өсөн һөттө Ауырғазы районынан килтергәндәр, хәҙер уларҙан әҙер продукцияны ҡабул итәләр, йәғни ауырғазылар предприятиеның күҙәтеүендә сыр етештерә башлаған.
Сит ил санкциялары ауыл эшсәндәре өсөн тик файҙаға булды. Уға бәйле үҙебеҙҙең илдә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә ихтыяж артҡан. Быны “Павлуткина”ның сыр оҫталары инҡар итмәй. Ризыҡты һатып алыу­сылар күп булғас, эштәре лә алға бара.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә