Дәүләкәндә электән һөт ризыҡтары етештереүҙең яйға һалынғанлығы бында “һыйыр ағын” эшкәрткәс кенә һатыуға сығарыуға булышлыҡ итә. Урындағы етештереүселәр белгәндәре менән сикләнмәй, яңы төр продукция етештереү өҫтөндә лә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
Татьяна Павлуткина ойошторған “Павлуткина” шәхси предприятиеһы ла, яңы барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, сифатлы, бай ассортиментлы сырҙары менән ҡулланыусының һөйөүен яулап өлгөргән. Быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки унда үҙ эшенең оҫталары тәмле сыр етештереүгә барлыҡ күңел йылыһын һала.
Технолог-сыр ҡайнатыусы Елена Бурова 1982 йылда Дәүләкән сыр яһау заводында хеҙмәт юлын башлаған, уға тиклем мәктәптә уҡығанда ла уның серҙәрен өйрәнгән. Анна Никулина, пенсия йәшендә булһа ла, яратҡан эшен дауам итә. Юлия Малова Мәскәүҙән килеп, бынамын тигән сырҙар әҙерләй. Ул Францияға барып, һөнәри оҫталығын камиллаштырып ҡайтҡан. Яуаплы, ҡатмарлы эшкә Анна Полетавкина кеүек йәштәрҙең килеүе лә ҡыуаныслы. Тимәк, киләсәктә был һөнәрҙе дауам итеүселәр бар.
– Италияла уҡып, сыр әҙерләү серҙәрен үҙләштереп ҡайттыҡ. 2016 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында Сыр яһаусылар мәктәбен астыҡ. “Дәүләкән һөт компанияһы” йәмғиәтендә эшләй инек. Унан китеп, үҙебеҙҙең предприятиены асырға булдыҡ. Эш башлаған саҡта район хакимиәте 300 мең һумлыҡ грант бирҙе. Шул аҡсаға ремонт эшләнек, ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шулай итеп, эшебеҙ яйға һалынды, – ти Елена Геннадьевна.
“Павлуткина” предприятиеһы һөттө урындағы фермерҙарҙан һатып ала. Әле сырҙың ете төрөн етештерәләр. Тәүҙә кәзә сырын яһау өсөн һөттө Ауырғазы районынан килтергәндәр, хәҙер уларҙан әҙер продукцияны ҡабул итәләр, йәғни ауырғазылар предприятиеның күҙәтеүендә сыр етештерә башлаған.
Сит ил санкциялары ауыл эшсәндәре өсөн тик файҙаға булды. Уға бәйле үҙебеҙҙең илдә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә ихтыяж артҡан. Быны “Павлуткина”ның сыр оҫталары инҡар итмәй. Ризыҡты һатып алыусылар күп булғас, эштәре лә алға бара.