Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Борайҙарҙың эше ырай
Борайҙарҙың эше ырайКүңелле Борай юлдарынан йөрөү: тирә-йүн таҙа, бер ерҙә сүп-сар күрмәҫһең. Юлыбыҙ – Оло Баҙраҡҡа, унда Ленин исемендәге хужалыҡтың үҙәге урынлашҡан. Райондың баш агрономы Ялҡын Ғималетдинов автомобиль тәҙрәһе аша уңда-һулда ҡалған баҫыуҙар менән таныштыра, ниндәй эштәр теүәлләнгәнен барлай.
– Бәғзеләр халыҡты ҡоро йыл килә тип ҡурҡыта. Көндәрҙең кинәт йылытып ебәреүе лә усаҡҡа ҡуҙ өҫтәп ебәргәндәй булды. Миңә ҡалһа, ҡоролоҡ тураһында һөйләргә иртәрәк әле: ерҙә дым етерлек. Иртә менән мул ысыҡ төшә, кисә гөрләтеп ямғыр яуып үтте. Тимәк, сәскән орлоҡ шытымы яҡшы булырға тейеш, – тип ул шат кәйефе менән бүлеште.
Оло Баҙраҡта хужалыҡтың идараһы алдында ҡыҙыҡлы күренешкә тап булдыҡ: ҡоймаға мәктәптәгесә ҡара таҡта элеп ҡуйылған, унда аҡбур менән бөгөнгө күрһәткестәр яҙылған. Күпме майҙан тырматылғаны, сәселгәне күренеп тора. Беҙҙе ҡаршы алған агроном Камал Әхмәтов, аҡланғандай:
– Уңайлы бит, бар мәғлүмәт күҙ алдында, – тип ҡуйҙы.
Борайҙарҙың эше ырайЕте ауылды берләштергән предприятиела сәсеү эштәренә көндәр йылыныу менән тотонғандар, эш дәррәү, етеҙ бара. Ауылдан йыраҡ булмаған баҫыуҙағы ҡеүәтле CASE-425 сәсеү комплексы әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташланды: заман техникаһы ажарланып ерҙе айҡай ине.
– Бындай комплекс хужалыҡта түгел, районда берәү генә, – Ялҡын Нәсим улы сит ил агрегатына ымлай. – Хаҡы ҡиммәт булһа ла, үҙ-үҙен аҡлай. 425 ат көсөндәге двигатель ҡуйылған, сменаға 90 — 100 гектар майҙанды эшкәртергә була. Ҡәҙимге ДТ тракторында булһа, был күрһәткес 27 – 30 гектар самаһы булыр ине.
Ҡеүәтле техниканы тәжрибәле механизатор Рөстәм Солтановҡа ышанып тапшырғандар. Беҙҙең эргәгә туҡтаған ыңғайы уның менән әңгәмә ҡорабыҙ.
– Ошо ерҙә тыуҙым, ошонда йәшәйем, – тип башланы ул һүҙен. – Атайым механизатор булды, 5-6 йәштән уның менән яланға сыға торғайным. Бала саҡтан трактор "ене" ҡағылған миңә. Шуға күрә һөнәр һайлауҙа шигем булманы – эшемде яратып башҡарам. Сит ил агрегатын хужалыҡҡа 2007 йылда алып ҡайттылар. Һүҙ юҡ – бик уңайлы. Кабинаға саң, тауыш кермәй, эш күпкә еңелләште.
Тамырҙары тыуған еренә береккән һабан батырының ҡатыны Әлмира ла — ошо ауылдан ("йыраҡтан эҙләп торманым"), урындағы мәктәптә урыҫ теленән уҡыта. Уңған ғаилә өс бала тәрбиәләй.
– Үҙем атайҙан ҡалмайынса ялан гиҙһәм дә, заман заңы башҡа: балалар белем алһын, киңерәк даирәне яулаһын, тигән фекерҙәмен. Хәйер, өлкән улым Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты булып киткәнсе минең ярҙамсым булды, эш рәтен белә, – тип ҡуйҙы Рөстәм Хәмәтнур улы. – Бәләкәстәр әлегә эргәбеҙҙә, мәктәпте тамамлағас, күҙ күрер.
Ялҡын Нәсим улы йылға ҙур өмөт бағлай, сөнки сәсеү кампанияһын ҡаршылыҡһыҙ башлағандар: борайҙар 6 600 тонна орлоҡ әҙерләгән, шуның 1100 тоннаһы – элиталы сорт. Төбәктә 29 мең гектар майҙанда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культура сәсергә ниәтләйҙәр, шуның 16-18 проценты элиталы. Минераль ашлама индереү менән дә мәшәҡәт юҡ.
– Бөйөк Еңеүҙе яландағы еңеү – сәсеүҙе тамамлап ҡаршы алырға ине, – ти Ялҡын Нәсим улы. – Бының өсөн беҙҙә барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә