Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һөттө көйәнтәләйһе заман түгел
Һөттө көйәнтәләйһе заман түгел— Шөкөр, һалҡын ҡышты имен-аман үткәрҙек. Яҙғы баҫыу эштәрен дә ваҡытында һәм, иң мөһиме, сифатлы итеп башҡарҙыҡ. Әле мал оҙайлы ҡыштан һуң рәхәтләнеп иркен ялан-ҡырҙарҙа туҡлана, — тип ҡаршы алды Күндерәк ауыл хужалығы йәмғиәте рәйесе Шәрифулла Солтанов. — Йәйләү йәйләү инде, һауым күҙгә күренеп арта, йәшел үләндең файҙаһы ҙур шул, етмәһә, шифалы ла бит.


Хужалыҡтың малы ишле, 1300-ҙән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, бөгөн 320-һен һауалар, Бәләбәй һөт заводына көн һайын туғыҙ тоннаға яҡын аҡ оҙаталар. Заводтан әҙер продукцияны үҙҙәре килеп алғас, юлға сығымдар әллә ни китмәй. Һөт һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хеҙмәт хаҡы түләүгә, төрлө ваҡ ремонт эштәренә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
Хәҙер фермаларҙа ғына түгел, хатта йәйләүҙә лә ҡул көсө ҡулланылмай, “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, һәр ерҙә заманса һөт-һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һыуытҡыстар, һаҡлағыстар урынлаш­тырылған. Элекке кеүек һыу ташырға кәрәкмәй, һөттө лә көйәнтәләйһе түгел. Ҡасандыр 15-ләп һауынсы, биш-алты көтөүсе булһа, әле килеп хужалыҡ малын алты-ете кеше генә тәрбиәләй. Бында күптән түгел яңы һөтсөлөк фермаһы сафҡа ингән.
Күндерәк йәмғиәте һөт, ит етештереү буйынса районда уңғандар исемлегендә. Мал әле тәбиғәттең матур ҡосағында аҫрала, иркен ялан кәртәләр булдырылған, яңы тыуған быҙауҙар айырым тотола. Етәкселек белдереүенсә, быйыл ҡыш таналар күпләп быҙаулаған. Әйткәндәй, көтөүҙе бында яңыртып торалар.
— Тынсыу бинанан һуң һәүкәштәр ҙә тәбиғәттә үҙҙәрен иркен тота, үләндең шифаһын тойғас, һөт тә мул, — ти хужалыҡтың ветеринар табибы Светлана Лазарева.
Йәмғиәттә әле дүрт ауылдан 63 кеше эш урыны тапҡан, йәштәр ҙә эшкә ҙур теләк менән килә, кадрҙар менән дә проблемалар юҡ. “Әлбиттә, хеҙмәт кешеһенә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, эш хаҡын ваҡытында түләйбеҙ. Бөгөн бит ҡиммәтле техника ла, тоҡомло мал да байлыҡ түгел, шуға ла ауыл кешеһенең ҡәҙерен беләбеҙ, уларҙың һәр береһе – бөгөн беҙҙең төп байлыҡ”, — ти етәкселек.
Хужалыҡтың бөгөн 4500 гектар ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле, әле ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙы химик утау менән мәшғүл, бынан тыш мал аҙығы ла хәстәрләйҙәр. Техника паркы бай, һуңғы өс йылда 15 миллион һумлыҡ техника, төрлө ауыл хужалығы ҡорамалы һатып алғандар. Ҡеүәтле иген һаҡлағыстар төҙөп ултырт­ҡандар, көҙгө мул уңыш шунда һаҡлана икән.
Етәкселек Рәсимә Дәүләтбаева, Рәйсә Күскилдина, Эльвира Хәйрул­лина, Илфат Иҫәнғужин, Венер Вәхитов, Рәдис Абдуллин, Данир Янбаев, Айнур Килсенбаевтарҙың эшен баһалап, маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә алды.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә