— Шөкөр, һалҡын ҡышты имен-аман үткәрҙек. Яҙғы баҫыу эштәрен дә ваҡытында һәм, иң мөһиме, сифатлы итеп башҡарҙыҡ. Әле мал оҙайлы ҡыштан һуң рәхәтләнеп иркен ялан-ҡырҙарҙа туҡлана, — тип ҡаршы алды Күндерәк ауыл хужалығы йәмғиәте рәйесе Шәрифулла Солтанов. — Йәйләү йәйләү инде, һауым күҙгә күренеп арта, йәшел үләндең файҙаһы ҙур шул, етмәһә, шифалы ла бит.
Хужалыҡтың малы ишле, 1300-ҙән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, бөгөн 320-һен һауалар, Бәләбәй һөт заводына көн һайын туғыҙ тоннаға яҡын аҡ оҙаталар. Заводтан әҙер продукцияны үҙҙәре килеп алғас, юлға сығымдар әллә ни китмәй. Һөт һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хеҙмәт хаҡы түләүгә, төрлө ваҡ ремонт эштәренә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
Хәҙер фермаларҙа ғына түгел, хатта йәйләүҙә лә ҡул көсө ҡулланылмай, “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, һәр ерҙә заманса һөт-һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һыуытҡыстар, һаҡлағыстар урынлаштырылған. Элекке кеүек һыу ташырға кәрәкмәй, һөттө лә көйәнтәләйһе түгел. Ҡасандыр 15-ләп һауынсы, биш-алты көтөүсе булһа, әле килеп хужалыҡ малын алты-ете кеше генә тәрбиәләй. Бында күптән түгел яңы һөтсөлөк фермаһы сафҡа ингән.
Күндерәк йәмғиәте һөт, ит етештереү буйынса районда уңғандар исемлегендә. Мал әле тәбиғәттең матур ҡосағында аҫрала, иркен ялан кәртәләр булдырылған, яңы тыуған быҙауҙар айырым тотола. Етәкселек белдереүенсә, быйыл ҡыш таналар күпләп быҙаулаған. Әйткәндәй, көтөүҙе бында яңыртып торалар.
— Тынсыу бинанан һуң һәүкәштәр ҙә тәбиғәттә үҙҙәрен иркен тота, үләндең шифаһын тойғас, һөт тә мул, — ти хужалыҡтың ветеринар табибы Светлана Лазарева.
Йәмғиәттә әле дүрт ауылдан 63 кеше эш урыны тапҡан, йәштәр ҙә эшкә ҙур теләк менән килә, кадрҙар менән дә проблемалар юҡ. “Әлбиттә, хеҙмәт кешеһенә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, эш хаҡын ваҡытында түләйбеҙ. Бөгөн бит ҡиммәтле техника ла, тоҡомло мал да байлыҡ түгел, шуға ла ауыл кешеһенең ҡәҙерен беләбеҙ, уларҙың һәр береһе – бөгөн беҙҙең төп байлыҡ”, — ти етәкселек.
Хужалыҡтың бөгөн 4500 гектар ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле, әле ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙы химик утау менән мәшғүл, бынан тыш мал аҙығы ла хәстәрләйҙәр. Техника паркы бай, һуңғы өс йылда 15 миллион һумлыҡ техника, төрлө ауыл хужалығы ҡорамалы һатып алғандар. Ҡеүәтле иген һаҡлағыстар төҙөп ултыртҡандар, көҙгө мул уңыш шунда һаҡлана икән.
Етәкселек Рәсимә Дәүләтбаева, Рәйсә Күскилдина, Эльвира Хәйруллина, Илфат Иҫәнғужин, Венер Вәхитов, Рәдис Абдуллин, Данир Янбаев, Айнур Килсенбаевтарҙың эшен баһалап, маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә алды.