Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иҡтисадсы күҙлегенән
Иҡтисадсы күҙлегенәнБилдәле булыуынса, 9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында “Көньяҡ Урал-2018” иҡтисади форумы уҙа. Ул республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарарына ярашлы, “Көньяҡ Уралды иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы”н тормошҡа ашырыу нигеҙендә 2012 йылдан алып Сибайҙа үтә. Быйыл беҙ форумды дүртенсе тапҡыр үҙебеҙҙә ҡабул итергә йыйынабыҙ. Был сараның әһәмиәте нимәлә? Ғөмүмән, ил иҡтисадының хәҙерге торошон һәм уның перспективаларын нисек баһаларға була? Сибай институтының төбәкте үҫтереүҙәге роле нисек күҙаллана? Ошо һорауҙар менән Сибай институтының Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек.


– Рәсәй иҡтисады әлеге ваҡытта һынылыш осорон кисерә. Быға тиклем уның үҫешен башлыса тәбиғи сеймалды сығарыу һәм уны һатыу менән шөғөлләнгән тармаҡтар тәьмин итһә, бөгөн был юл менән генә артабан үҫешеү мөмкин түгел. Ҡатмарлы продукция етештергән һәм күп төрлө яңы хеҙмәт күрһәткән тармаҡтарҙы булдырыу һәм уларҙы үҫтереү мотлаҡ, йәғни ил иҡтисадының структураһын төптән үҙгәртеү талап ителә. Һәр организмдағы кеүек иҡтисадтың да үҙгәреүе уның йәшәү циклдарының алмашыныуы аша бара. Киләсәкке циклдың нигеҙе алдағыһы барышында һалына. Бөтә булған бөгөнгө мөмкинлектәр ни тиклем маҡсатҡа ярашлы һәм тулыраҡ файҙаланыла, тимәк, киләсәк шул тиклем ышаныслыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк.
Әйтәйек, һәр беребеҙҙең йәшәү кимәле һәм тормош сифаты тәү сиратта тәрбиәбеҙгә, белемебеҙгә, һөнәребеҙгә, һаулығыбыҙға бәйле. Иҡтисадсылар һәм социологтар быны “кешелек капиталы” тип атай. Был капиталдың нигеҙе беҙгә ата-әсә һәм йәмғиәт тарафынан бала саҡтан, йәшлек йылдарынан һалына, ә уның сифаты, һөҙөмтәлелеге, файҙаһы тик үҙаллы тормош юлын башлағас ҡына тулыһынса асыла башлай. Был нигеҙ ни тиклем нығыраҡ, тормошобоҙ шул тиклем уңышлыраҡ.
Рәсәй иҡтисадына килгәндә, сәнәғәтте, етештереүсе һәм социаль инфраструктураны заманса технологиялар һәм талаптар нигеҙендә үҙгәртеү, кешелек капиталын үҫтереү өсөн сеймал һатыуҙан килгән килемде маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу кәрәк ине. Әммә беҙ был мөмкинлекте тулыһынса файҙалана алманыҡ. Бының сәбәптәре күп төрлө, иң төп сәбәп – сәйәсәт кимәлендә. Ғөмүмән, иҡтисад менән сәйәсәт бер-береһенә ныҡ бәйләнгән.
1990 йылдарҙа дәүләт органдары башлыса тотош ил һәм халыҡ мәнфәғәттәрен түгел, ә шәхси файҙаны алға ҡуйҙы. Илдәге байлыҡ та күпселек осраҡта шәхси маҡсатта ҡулланылды. Алға киткән сит дәүләттәр ҙә Рәсәйҙең тик сеймал сығанағы булған, үҙаллылығы сикләнгән ил булып ҡалыуын хуп күрҙе, ләкин ниндәй генә көслө ҡаршылыҡтар һәм сикләүҙәр булмаһын, дәүләтебеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр башланды, һәм беҙ яңы иҡтисадҡа күсеү юлына баҫтыҡ. Оборона сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек етештереү комплексы аяҡҡа баҫтырылды. Башҡа өлкәләрҙә лә уңыштар бар, ләкин әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Әгәр ҙә алдағы бер нисә йылда был юҫыҡта тағы ла әүҙемерәк һәм һөҙөмтәлерәк сәйәсәт алып барғанда, Рәсәйҙең оҙайлы иҡтисади үҫеш юлына күсеү мөмкинлеге бар.
Алдан әйтеүебеҙсә, тиҙҙән Сибайҙа “Көньяҡ Урал-2018” иҡтисади форумы үтәсәк. Минеңсә, был программаның ҡабул ителеүе һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең көньяҡ-көнсығыш төбәккә иғтибар биреүе – яҡшы күренеш. Әлбиттә, план буйынса (был осраҡта программа) үҫешеү планһыҙ йәшәүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. План төплө төҙөлгән булһа, уны тормошҡа ашырыу өсөн юғары йоғонтоло ысулдар, финанс базаһы булдырылһа, бигерәк тә яҡшы. Ә форумдар төбәктең билдә­лелеген күтәрә, инвесторҙарҙа, эшҡыуарҙарҙа уға ҡыҙыҡһыныу уята, төбәк тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттыра.
Минеңсә, төбәктең иҡтисадын йылдамыраҡ үҫтереү өсөн төп иғтибарҙы һәм эшмәкәрлекте түбәндәге ике мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтергә кәрәк. Беренсенән, беҙ һаман башлыса сеймал табыусы һәм етештереүсе тармаҡтарға ышаныс бағлайбыҙ һәм моноструктуралы иҡтисадты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ә был мөмкин түгел. Иҡтисадты диверсификациялау тотороҡло үҫештең төп шарттарының береһе булып тора. Комплекслы үҫешкә, кластерҙар булдырыуға, өҫтәлмә хаҡы юғары булған продукцияға хеҙмәт күрһәтеүгә өҫтөнлөк биреү, уларҙы Хөкүмәт һәм урындағы власть яғынан яҡлау һәм дәртләндереү төбәктең киләсәгенә ышаныс менән ҡарарға нигеҙ һаласаҡ. Йәштәр ҙә төбәкте күпләп ташлап китмәйәсәк.
Икенсенән, беҙ урындағы халыҡтың иҡтисади әүҙемлеген күтәреү буйынса етерлек эшләмәйбеҙ. Инвесторҙы, эшҡыуарҙарҙы башлыса ситтән йәлеп итеүҙе хуп күрәбеҙ. Улар беренсе сиратта үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта, ә төбәк халҡының хәле уларҙы борсомай. Эшмәкәрлекте һәм ярҙамды урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, шәхси хужалыҡтарҙы, төрлө тармаҡтарҙа эшләгән кооперативтарҙы үҫтереүгә йүнәлтеү һәр яҡлап күпкә отошлораҡ. Беҙ был проблемаларҙы күптән түгел Сибай институтында үткән “Территорияларҙың тотороҡло үҫеше: теория һәм практика” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында күтәреп, фекер алыштыҡ.
Сибай институтының һәм унда эшләгән ғалимдарҙың төбәк үҫешендәге роленә килгәндә, ул ғәйәт киң һәм күп яҡлы. Фәнни мөхит урындағы йәмғиәткә, уның мәҙәниәтенә, фекерләү ҡеүәһенә, үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ыңғай тәьҫир яһай. Йәштәрҙең фәнгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра, яңы мөмкинлектәр аса. Әгәр ҙә Сибай институты булмаһа, ошо төбәктән йөҙҙән ашыу фән кандидаты һәм фән докторы сығыр инеме?!
Беҙҙең уҡыу йорто төбәктең кешелек капиталын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Уҡып сыҡҡан белгестәрҙең күпселеге үҙ һөнәре буйынса урындағы элита булып тора. Киләсәктә Сибай институтын төбәктә барлыҡҡа киләсәк белем биреү һәм фән кластерының үҙәге итеп күрәбеҙ. Бындай кимәлдәге интеграцияға өлгәшһәк, иҡтисадтың һәм, ғөмүмән, урындағы дөйөм һәм һөнәри белем биреү системаһының төбәктәге иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешкә индергән өлөшө, уның был өлкәләге әһәмиәте нығынасаҡ, тигән уйҙамын. Быға өлгәшеү – беҙҙең стратегик маҡсат.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә