Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күңел тарта “Ашҡаҙар”ға
Күңел тарта “Ашҡаҙар”ғаТәбиғәттә һәр нәмә бер-береһен тултырып тора: көн менән төн, һыуыҡ менән йылы, яҙ менән көҙ, ҡыш-йәй... Кеше тормошонда ла, йәшәйешендә лә шулай: уңыш менән уңышһыҙлыҡ алмашлап йөрөй, күңел көрлөгө менән бушлығы, кәйефле-кәйефһеҙ саҡ сиратлай. Ошоно аңлағандар донъяға башҡа күҙлектән баға — күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй.


Ирекһеҙҙән “Ашҡаҙар” хужалығы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Хәлитов менән һөйләшкәндән һуң башҡа ошондай уйҙар килде. Илдус Тимерхан улы үҙе оптимистар рәтенә инә. Эйе, барыһына хас булғанса, көйәләнә, борсола, ә кешегә белдермәй, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай. Ауыл хужалы­ғында, бигерәк тә ҙур хужалыҡҡа етәкселек иткәндә ундай саҡтарһыҙ булмайҙыр.
Колхоз башлыса малсылыҡ, үҫем­лекселек менән шөғөлләнә. Алда телгә алғанса, хужалыҡ иткәндә һәр ҡайһы тармаҡ бер-береһен тулыландырып тора. Үҙ баҫыуыңда башаҡтар тулышты икән, тимәк, малдарыңа аҙыҡ бар, күпереп үҫкән күп йыллыҡ үләндәр ҙә файҙаға. Етештерелгәндең үҙҡиммәте осһоҙораҡ булған һайын, табышы күберәк. Әммә эшләгәндә ҡаршылыҡтарһыҙ, ауырлыҡ­тарһыҙ ҙа булмай шул...
— Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса йылды яҡшы тамамлағайныҡ. Быйыл да һынатмаҫбыҙ, тим. Былтыр, мәҫәлән, гектарынан уртаса 42 центнер уңыш алдыҡ. Был — хужалыҡ тарихында иң ҙур күрһәткестәрҙең береһе. Көнбағыш та һынатманы — 24 центнерҙан ашыу йыйҙыҡ. Башҡа культуралар ҙа үҫте. Шуныһы, хаҡтар ҡырҡа төштө. Игендең тоннаһы 10 мең ине, 5-кә ҡалды. Көнбағыштың килоһы 25 һумдан 15-кә ҡалды. Етмәһә, ҡыш башланыу менән һөткә хаҡ төшә башланы. Уҙған йыл беҙ физик ауырлығынан иҫәпләгәндә 30 һумға һатһаҡ, бөгөн 20-гә төштө, — тип һөйләй колхоз рәйесе. — Ошо уҡ ваҡытта беҙ һөттөң ҡуйылығын арттырыу, сифатын, мал аҙығын яҡшыртыу буйынса күп эшләйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Техникаһын да алырға кәрәк, тоҡомло малдарһыҙ ҙа баҙар шарттарында йәшәп булмай...
Күңел тарта “Ашҡаҙар”ғаТоҡомло малдар тигәндән, ашҡа­ҙарҙар уҙған йыл 132 баш һатып алһалар, быйыл 64-те — Калининград, 89-ҙы Свердловск өлкәләренән ҡайтарғандар. Германияға барып тағы 102 башҡа килешеү төҙөгәндәр. Кем әйтмешләй, рәйестең урынбаҫары, йәш белгес Илнур Хәлитов башы менән ошо эшкә сумған. Хужалыҡта ветеринария эше юғары кимәлгә ҡуйылған. Шулай булмай ни, барлығы 3 мең баш һыйыр малына өҫтәп, йылҡыны ла ҡарарға кәрәк. Бөгөн 700 баш һауын һыйырҙары иҫәпләнә. Йәйгә табан һауым да, тимәк, килем дә артасаҡ. Әле Стәрлетамаҡ һөт заводына көн һайын 15 тоннанан ашыу оҙатыла.
Хужалыҡта 200-ләгән кеше эшләй. Эш хаҡы даими ваҡытында түләнгәс, колхоздары иҡтисади яҡтан аяғында ныҡлы баҫып торғас, халыҡтың да иртәгәһе көндәренә ышанысы арта. Уртаса эш хаҡының 25 меңгә яҡын булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бында халыҡ тырыш. Рәйес әйтмешләй, уңғандарҙың береһен атаһаң, икенсеһе тороп ҡалыр һымаҡ. Шулай ҙа беҙ үҙ яғыбыҙҙан механизаторҙар Сергей Головинды, Сергей Лактионов, Артур Абдуллин, Сергей Коновалов, Улоҡман Дәүләтов, Олег Максимовтарҙы атамаһаҡ булмаҫ. Нәҡ улар һәм хеҙмәттәштәре бит хужалыҡтың 20 мең гектар һөрөнтө ерен эшкәртә. Уҙған йыл, мәҫәлән, Головин менән Лактионов комбайнда 53-әр мең центнер ашлыҡ һуҡҡан! Водителдәр Тимерхан Кайғолов, Владимир Костин, Вәкил Богданов, Фәнил Рафиҡовтарҙың да йыл буйы руль артынан төшкәне юҡ.
Журналист һуҡмағы ҡыҙыҡ бит ул, ҡасандыр бер барған ергә ҡайтанан да илтеүсән. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күрһәң — ҡыуанаһың, киреһенсә булһа — көйөнәһең. “Ашҡаҙар”ға юл төшкәнен белгәс, күңел үҙенән-үҙе яңылыҡ көтә, сөнки бында яңылыҡҡа ынтылған, заманса ҡарашлы белгестәр эшләй. Баш инженер Зөфәр Йәмилев, баш агроном Солтан Утарбаевтар — колхоз рәйесенең ныҡлы терәге. Ике-өс йыл элек хужалыҡта булған саҡта төҙөлөш майҙанын хәтерләтә ине: иген келәттәре, киптергес төҙөйҙәр, фермалар майҙансығын асфальтлайҙар. Әле килеүебеҙгә Нордовка фермаһында үҙ иҫәптәренә 10 миллион һумлыҡ ферма бинаһы төҙөгәндәр. Һис шаштырыу ҙа, шапыртыу ҙа юҡ — майҙансығындағы асфальтта туфли менән йөрөрлөк! Мал аҫты шунда уҡ алынып, махсус урынға сығарыла ла баҫыу ситенә ташып өйөлә. Тиреҫ өлгөргәс, таратыла.
— Яңыраҡ ун тонна һыйҙырышлы һыуытҡыс ҡуйҙыҡ. Ҡул көсөн машина алыштыра бара инде, һауынсыларға ла, малсыларға ла еңелерәк, — ти ферма мөдире Олег Васильев.
Һауынсылар Валентина Алябьева, Наталья Нестерова, Зоя Горбунова, Гөлнара Рәхмәтуллиналарҙың тырыш­лығын да телгә алмайынса булмай. Азат Хәликәевтең тракторы иһә мал аҙығы ваҡлауҙа, таратыуҙа йыл әйләнәһенә эшләй. Бер туған Олег менән Виктор Васильевтарҙы ”мал йәнле” кеше тиҙәр. Ғөмүмән, был исемлекте теҙер ҙә теҙер инек, тик урыныбыҙ ғына сикле. Алда телгә алғанса, хәбәрсе һуҡмағы бер барған ергә илтеүсән бит. Уңыштары менән ҡыуандырған, оптимистик ҡарашлы кешеләр ҡырына күңел дә тартып тора. Барырбыҙ, яҙырбыҙ. Әлегә барыһына һаулыҡ теләп ҡалайыҡ.

Мәләүез районы.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә