Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауылға йәштәр кәрәк
Ауылға йәштәр кәрәкМәғлүм булыуынса, 2016 йылдың
1 июленән 15 авгусына тиклем ауыл хужалығы тармағындағы иҫәп алыу үткәйне. Ошо көндәрҙә “Башстат” уның тәүге һөҙөмтәләрен баҫтырҙы һәм ун йыл арауығындағы үҙгәрештәрҙе иғлан итте.


2006 йыл менән сағыштырғанда, республикала ауыл хужалығы ойошмалары аҙайған, ә крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтар, киреһенсә, артҡан. Был йылдарҙа баҫыуҙар майҙаны һиҙелерлек кәмегән. Ул осорҙа ауыл етештереүселәрендә 6,8 миллион гектар майҙан ер булһа, 2016 йылда – 5,3 миллион гектар. Бының сәбәбен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ерҙәрҙең шәхси йорттар һалыуға, сәнәғәт, юлдар, полигондар төҙөлөшөнә бүлеп бирелеүе менән аңлата.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бер хужалыҡҡа тура килгән дөйөм майҙандар һаны артҡан – ауыл хужалығы ойошмаларына – 11,4 процент, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуар­ҙарға – 1,8 процент. Ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре 3,2 процентҡа артып, 1,8 миллион гектар тәшкил иткән. Техник, иген, ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәре яртылаш тиерлек күбәйеп, 10,8 процент тирәһендә билдәләнгән. Ә бына бәрәңге, йәшелсә ултыртыу 39,1 процентҡа кәмегән.
Республикала һыйыр малы өстән бер өлөшкә юҡҡа сыҡҡан. Шул иҫәптән һыйыр 32,9 процентҡа, сусҡа – 9,7 процентҡа, һарыҡ менән кәзә 13,2 процентҡа ҡыҫҡарған.
Иҫәп алыуҙар тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам иткән. Бөгөн, мәҫәлән, ауылда йәштәр аҙ. Тап шуға ла “Башстат” ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе тыуған ерҙәрендә төпләндереү өсөн яңы программалар булдырыу зарурлығын билдәләй. Бөгөн хужалыҡтарҙа башлыса 60 йәштән өлкәндәр тир түгә. Ауыл хужалығы ойошмаларында даими эшләгәндәр һаны 70 процентҡа аҙайған.
Аграр тармаҡ хеҙмәтсәндәрендә тағы бер проблема – инновацияларға тейешле иғтибар бирелмәй. Барлыҡ ауыл хужалығы ойошмаларында үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлауҙың биологик алымдарын ни бары 6,7 проценты ҡуллана. Малдарҙы туҡландырыу сис­темаһы – 4 процент, малсылыҡ фермалары ҡоролмаларын таҙартыу технологиялары 3,3 процент самаһы тәшкил итә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында был ысулдар тағы ла аҙыраҡ файҙалана.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә