Мәғлүм булыуынса, 2016 йылдың
1 июленән 15 авгусына тиклем ауыл хужалығы тармағындағы иҫәп алыу үткәйне. Ошо көндәрҙә “Башстат” уның тәүге һөҙөмтәләрен баҫтырҙы һәм ун йыл арауығындағы үҙгәрештәрҙе иғлан итте. 2006 йыл менән сағыштырғанда, республикала ауыл хужалығы ойошмалары аҙайған, ә крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтар, киреһенсә, артҡан. Был йылдарҙа баҫыуҙар майҙаны һиҙелерлек кәмегән. Ул осорҙа ауыл етештереүселәрендә 6,8 миллион гектар майҙан ер булһа, 2016 йылда – 5,3 миллион гектар. Бының сәбәбен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ерҙәрҙең шәхси йорттар һалыуға, сәнәғәт, юлдар, полигондар төҙөлөшөнә бүлеп бирелеүе менән аңлата.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бер хужалыҡҡа тура килгән дөйөм майҙандар һаны артҡан – ауыл хужалығы ойошмаларына – 11,4 процент, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға – 1,8 процент. Ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре 3,2 процентҡа артып, 1,8 миллион гектар тәшкил иткән. Техник, иген, ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәре яртылаш тиерлек күбәйеп, 10,8 процент тирәһендә билдәләнгән. Ә бына бәрәңге, йәшелсә ултыртыу 39,1 процентҡа кәмегән.
Республикала һыйыр малы өстән бер өлөшкә юҡҡа сыҡҡан. Шул иҫәптән һыйыр 32,9 процентҡа, сусҡа – 9,7 процентҡа, һарыҡ менән кәзә 13,2 процентҡа ҡыҫҡарған.
Иҫәп алыуҙар тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам иткән. Бөгөн, мәҫәлән, ауылда йәштәр аҙ. Тап шуға ла “Башстат” ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе тыуған ерҙәрендә төпләндереү өсөн яңы программалар булдырыу зарурлығын билдәләй. Бөгөн хужалыҡтарҙа башлыса 60 йәштән өлкәндәр тир түгә. Ауыл хужалығы ойошмаларында даими эшләгәндәр һаны 70 процентҡа аҙайған.
Аграр тармаҡ хеҙмәтсәндәрендә тағы бер проблема – инновацияларға тейешле иғтибар бирелмәй. Барлыҡ ауыл хужалығы ойошмаларында үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлауҙың биологик алымдарын ни бары 6,7 проценты ҡуллана. Малдарҙы туҡландырыу системаһы – 4 процент, малсылыҡ фермалары ҡоролмаларын таҙартыу технологиялары 3,3 процент самаһы тәшкил итә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында был ысулдар тағы ла аҙыраҡ файҙалана.