Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙнаға файҙа, ә ғаиләгә...
Ҡаҙнаға файҙа, ә ғаиләгә...Араҡы, “йәшел йылан”, ағыу... Тормошобоҙҙағы барлыҡ тигәндәй фажиғәнең, күңелһеҙ ваҡиғаларҙың сәбәпсеһе булған был эсемлекте етештереү – әүәлгесә етди тармаҡ һәм иҡтисадтың һиҙелерлек өлөшө булып ҡала. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, былтыр барлыҡ төр иҫерткес эсемлек өсөн илебеҙ халҡы 1,8 триллион һум аҡсаһын сарыф иткән. Был ғәжәп һан, халыҡтың барлыҡ ҡулланған сығымының яҡынса 15-се өлөшө. Сағыштырыу өсөн: халыҡтың фатирға түләү өсөн йылына шундай уҡ күләмдә аҡсаһы китә. Был һан икмәккә, балыҡҡа, шәкәргә һәм башҡа тәм-томға киткән сығымдан 35 тапҡырға күберәк. Белгестәр асыҡлауынса, халыҡ иң ауыр ваҡыттарҙа иҫерткес эсемлектәр менән үҙенең тормошон еңеләйтергә тырыша. Уның ҡарауы, ҡаҙна тулылана бара. Мәҫәлән, былтыр “йәшел йылан”дан килгән табыш бюджетты аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 400 миллиард һум самаһы аҡса менән тулыландырған.


1999 – 2000 йылдарҙа, ауыр көрсөк мәленән һуң, халыҡ күңел бушлығын ошо эсемлек менән йыуатҡан. Ошо ваҡытта һәр кешегә йылына 22,5 литр араҡы тура килгән. Быны белгестәр донъя рекорды тип баһалай. Был күрһәткесте аҙыраҡ кәметеү өсөн генә лә 15 йыл кәрәк булған. Ә рекордлы 2000 йылда эскегә халыҡтың 2,15 триллион һум аҡсаһы сыҡҡан. 2005 йылда ул ике триллион тирәһе булған. 2010 йылға алкоголгә киткән дөйөм сығым үҙгәрмәгән. Йыл һайын уртаса 1,7-18,8 триллион һум.
Дөйөм алғанда, 2018 йылдың яҙына һандар шулай. Былтыр араҡы етештереү 74 миллион декалитр тирәһе тәшкил иткән. Был йылына — 1,48 миллиард ярты литрлыҡ шешә, йәки һәр кешегә 11 шешә тура килә тигән һүҙ. Бер ҡараһаң, айына бер шешәнән аҙыраҡ һымаҡ, шулай ҙа донъяның башҡа илдәре менән сағыштырғанда, барыбер үтә күп. Әйткәндәй, 2,2 мең араҡы заводы хужалары бының менән риза түгел. Улар, хәлде көрсөккә тиклемге 2013 йыл менән сағыштырып, “йәшел йылан” етештереүҙең 25 процентҡа кәмеүенә зарлана. Быуат башы менән сағыштырһаң, араҡы ҡулланыу үтә ныҡ, өс тапҡырға тиерлек кәмегән. Ул саҡта йылына 4,3 миллиард шешә араҡы ҡойолған.
Бында виски, коньяк, кальвадос һәм башҡа юғары градуслы эсемлектәр ҙә әллә ни тәьҫир яһамай. Яртыһы тиерлек — 49 процентын араҡы тәшкил итә. Һыра икенсе урында — 36 процент. Шарап — һигеҙ, коньяк — дүрт, шампан шарабы ни бары 2,6 процент тирәһе. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙә ни бары 70 миллиард һумлыҡ шарап, 30 миллиард һумлыҡ коньяк, 20 миллиард һумлыҡ шампан шарабы һатылған. Күләм буйынса алғанда, Рәсәйҙә коньяк араҡыға ҡарағанда 20 тапҡырға кәмерәк һатыла, шампан шарабы йылына уртаса кешегә 1,5 шешә тура килһә, шарап — етешәр.
Ә бына мискәләп-мискәләп һыра эскән мәлдәребеҙ тарихта ҡалыр, моғайын, Рәсәй халҡын араҡынан ситләштерергә теләү сәйәсәте сит илдәрҙең һыра етештергән ойошмаларына киң юл асҡайны шул. Хәҙер әкренләп һыра һемереүҙе ташлайбыҙ. Был эсемлекте етештереү күләме биш йыл рәттән кәмей барып, былтыр биш процентҡа төшкән һәм 744 миллион декалитрға ҡалған. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда һыра күбеге үтә ныҡ “шиңгән”. 2014 йылда 896 миллион декалитр ҡайнатылһа, унан һуң 810 миллион булған. 2016 йылда иһә күрһәткес 780 миллионға тиклем төшкән.
Был хәл ситтән һыра ташыуҙы үтә ныҡ ҡыҫҡартҡан. Таможня мәғлүмәттәре буйынса, 2014 – 2018 йылдарҙа һыра импорты 75 процентҡа кәмегән. Ә көслө иҫерткес эсемлектәр 40 процентҡа түбәнәйгән.
Һыраға ихтыяждың аҙая барыуы 2000 йылдарҙа төҙөлгән бер нисә ҙур заводты ябыуға мәжбүр иткән. Мәскәүҙә һәм Дондағы Ростовтағы билдәле төрөк компанияһы эшен туҡтатты. Голландия эшҡыуарҙарының Рәсәйҙә һыра сығарған предприятиелары кеүәҫ етештереүгә күсте.
Бөгөн ауылдарҙың киләсәге, үҫеше хаҡында һүҙ йыш ҡуҙғатыла. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, ауылдың киләсәген шарап менән бәйләгән белгестәр ҙә бар. Мәғлүм булыуынса, былтыр Европала уңыш булманы, виноград йыйыу күләме, иленә ҡарап, 20-нән алып 50 процентҡа тиклем түбән төштө. Шуға ла быйыл Евросоюзда шарап етештереү 1982 йылдағынан да аҙыраҡ буласаҡ. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә ситтән килтерелгән шарап ҡыйбатланды, иң арзандары 30-40 процентҡа күтәрелде. Шулай булғас, быйыл уларҙы һатып алыусылар ҙа шаҡтай кәмер тип көтөлә.
Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең виноград плантациялары майҙаны быйыл 87 мең гектарға етте, шуның 20 меңен 2013—2017 йылдарҙа ултырттылар. Тағы Ҡырымдағы 20 мең гектар майҙанды өҫтәйек. Әммә унда әле ташлап ҡуйылған хужалыҡтар бихисап. Ул майҙандарҙы таҙартып, яңынан үҫентеләр ултыртыр кәрәк. Сағыштырыу өсөн: СССР-ҙа 11 совет республикаһында 107 мең гектарҙа виноград баҡсалары бар ине. Бөгөн үҙебеҙҙең виноградтан шарап етештереү һуңғы өс йылда йылына 290 миллион литрҙан 350 миллионға етһә лә, быны күп тип булмай. Шарапҡа ысынбар­лыҡтағы ихтыяж — 800 миллион литрҙан ашыу, шуның 490 миллион литрын импорт һәм килтерелгән сеймалдан ҡойолған эсемлек ҡаплай.
Тырышҡанда булдырып була. Хатта ситтән алыуҙы туҡтатып, үҙебеҙ ҙә экспортҡа оҙата алабыҙ. Бындай миҫалдар бар. Мәҫәлән,Чили һуңғы ун йылда үҙҙәренең шарап индустрияһын юҡтан булдырып, экспортҡа сығыуға өлгәште. Хәҙер ул Европаны, ярты донъя­ны үҙенең продукцияһы менән һыйлай. Һөҙөмтәлә был ил шарап экспортынан ғына йылына 10 миллиард долларҙан ашыу табыш ала. Тимәк, вино буйынса Рәсәйҙең мөмкинлеге бик ҙур. Әлегә тармаҡтың үҫеш планы буйынса 2032 йылға беҙҙә, аҙ тигәндә, 145 мең гектарҙа виноград үҫентеһе булырға тейеш. Уның үҫешенә дүрт миллиард һум аҡса һалынған, киләсәктә был һандың тағы ла үҫеүе көтөлә.
Араҡы, шарап... Тормошобоҙҙағы күп­се­лек бәлә-ҡазаның башы ошо эсем­лек­тәргә барып тоташа. Иренән туҡмалған ҡатындар, етем балалар, ас ғаиләләр. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың башлыса эскегә башын тыҡҡан ғаиләләрҙән йыйылыуы сер түгел. Был юҫыҡта дәүләт сәйәсәте нисек һуң? Һуңғы йылдарҙа ул ябай. Хөкүмәт күҙле­генән спиртлы эсемлектәр — барыһынан элек ҙур һалым сығанағы. Финанс министрлығы рөхсәте менән ҡаты эсемлек хаҡы артыу йәһәтенән ғәжәп рекорд ҡуя. 2014 йылдың ғинуарында араҡының иң осһоҙо 125 – 170 һум торһа, тиҙҙән 199-ға етте. Бер аҙҙан 220-гә күтәрелде. Бөгөн араҡының бер шешәһенең хаҡы 300 һум самаһы.
Әлбиттә, араҡының ҡыйбатланыуы ҡаҙнаны байытыуға һис ҡамасауламай. Әгәр 2009 йылда уға акциз дәүләт ҡаҙнаһын 100 миллиард һумға тултырһа, 2015 йылда 300 миллиард һум йыйылған, ә былтыр 400 миллиард һумға еткән. Был — федераль ҡаҙна өсөн дә һиҙелерлек етди сумма. Шулай булғас, спиртлы эсемлектәргә һалым артасаҡ, уны тәүге мөмкинлектә үк күтәрәсәктәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 17

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 36

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 37

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 50

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 53

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була 31.07.2025 // Иҡтисад

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була...

Тотош уҡырға 52

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған 31.07.2025 // Иҡтисад

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған...

Тотош уҡырға 61

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды 30.07.2025 // Иҡтисад

Асыҡланыуынса, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса йәләммәй....

Тотош уҡырға 59

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла 29.07.2025 // Иҡтисад

2026 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 20,7% артып, 27 093 һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 85