Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Станоктар, роботтар, махсус кейемдәр...
Станоктар, роботтар, махсус кейемдәр...Кисә Өфөлә “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы башланды. “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Ағас эшкәртеү” кеүек махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙе үҙ эсенә алған сара өс көн дауам итәсәк.

Заман технологиялары йылдан-йыл үҫеш кисерә, хатта бер нисә йыл элек кенә киң ҡулланылған станоктың бөгөнгө шарттарға яуап бирмәүе лә ихтимал. Йәнә етештереүселәрҙең, белгестәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеп, бер-береһенә яраҡлы продукция етештереп, яңы бәйләнештәр тыуҙырыу, сауҙа элемтәһен нығытыу – күргәҙмәнең төп маҡсаты.
Әйткәндәй, Рәсәй сәнәғәт форумы йыл һайын илдең башланғыстар һәм аныҡ тәҡдимдәр тупланған төп майҙансыҡ­тарының береһенә әүерелә. Уның эшендә федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, бизнес, ассоциация һәм берекмәләр вәкилдәре ҡатнаша.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең танылған сәнәғәт алдынғылары, машиналар төҙөү тармағындағы “ОДК-УМПО”, “Технодинамика” холдингы, “Концерн-Инмаш”, “Халтек”, “Легато”, “Пегас”, “Интехника”, шулай уҡ Липецк станоктар төҙөү предприятиеһы, Стәрлетамаҡтың “Станкомонтаж”ы, Өфө нефть-газ торбалары ҡорамалдары заводы һәм башҡа коллективтар бар ине. Беларусь Республикаһы, Ҡытай, Япония, Германия һәм башҡа илдәрҙең экспозициялары ла урын алған.
Станоктар, роботтар, махсус кейемдәр...Быйыл экспонаттарҙың составы үҙгәргән. Компанияларҙың яртыһынан күбеһе үҙҙәре етештереп, үҙҙәре файҙа­ланған ҡорамалдарҙы, йыһаздарҙы алып килгән. Уларҙың ҡулланыусылар менән күҙгә-күҙ осрашып, һорауҙарға ихлас яуап биреүенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Үҫмерҙәр, йәштәр – сәнәғәтте, илебеҙ иҡтисадын күтәреүселәр быуыны. Тап шуға ла йыйында уларҙың бөгөнгө белгестәр, етәкселәр менән йәнәш ҡатнашыуы, фәһемле эштәрен тәҡдим итеүе ҡыуаныслы. “Өфөнөң инновация потенциалы” проекты тәүге тапҡыр үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика йәш робот эшләүселәренең әйбер­ҙәре лә күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шуныһы ҡыуаныслы: күпселек кейем­дәр ситтән ташылһа ла, махсус кейемдәр, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә тегелә. Был юҫыҡта ди­зай­нерҙар әүҙем эшләй. “Һаҡланыу саралары” тигән күргәҙмә экспозицияһында сифатлы, зауыҡ менән етештерелгән ошондай тауарҙар менән танышырға мөмкин ине.
Сара “Рәсәйҙә сәнәғәтте үҫтереүҙең дәртләндереүсе һәм тотҡарлаусы фактор­ҙары” тигән пленар ултырыштан башланды. Уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов асып, йыйындың технологик интеграцияға булышлыҡ итеү һәм республика иҡтисадының төп тармаҡтарын инновацион үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә