Кисә Өфөлә “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы башланды. “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Ағас эшкәртеү” кеүек махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙе үҙ эсенә алған сара өс көн дауам итәсәк. Заман технологиялары йылдан-йыл үҫеш кисерә, хатта бер нисә йыл элек кенә киң ҡулланылған станоктың бөгөнгө шарттарға яуап бирмәүе лә ихтимал. Йәнә етештереүселәрҙең, белгестәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеп, бер-береһенә яраҡлы продукция етештереп, яңы бәйләнештәр тыуҙырыу, сауҙа элемтәһен нығытыу – күргәҙмәнең төп маҡсаты.
Әйткәндәй, Рәсәй сәнәғәт форумы йыл һайын илдең башланғыстар һәм аныҡ тәҡдимдәр тупланған төп майҙансыҡтарының береһенә әүерелә. Уның эшендә федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, бизнес, ассоциация һәм берекмәләр вәкилдәре ҡатнаша.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең танылған сәнәғәт алдынғылары, машиналар төҙөү тармағындағы “ОДК-УМПО”, “Технодинамика” холдингы, “Концерн-Инмаш”, “Халтек”, “Легато”, “Пегас”, “Интехника”, шулай уҡ Липецк станоктар төҙөү предприятиеһы, Стәрлетамаҡтың “Станкомонтаж”ы, Өфө нефть-газ торбалары ҡорамалдары заводы һәм башҡа коллективтар бар ине. Беларусь Республикаһы, Ҡытай, Япония, Германия һәм башҡа илдәрҙең экспозициялары ла урын алған.
Быйыл экспонаттарҙың составы үҙгәргән. Компанияларҙың яртыһынан күбеһе үҙҙәре етештереп, үҙҙәре файҙаланған ҡорамалдарҙы, йыһаздарҙы алып килгән. Уларҙың ҡулланыусылар менән күҙгә-күҙ осрашып, һорауҙарға ихлас яуап биреүенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Үҫмерҙәр, йәштәр – сәнәғәтте, илебеҙ иҡтисадын күтәреүселәр быуыны. Тап шуға ла йыйында уларҙың бөгөнгө белгестәр, етәкселәр менән йәнәш ҡатнашыуы, фәһемле эштәрен тәҡдим итеүе ҡыуаныслы. “Өфөнөң инновация потенциалы” проекты тәүге тапҡыр үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика йәш робот эшләүселәренең әйберҙәре лә күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Шуныһы ҡыуаныслы: күпселек кейемдәр ситтән ташылһа ла, махсус кейемдәр, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә тегелә. Был юҫыҡта дизайнерҙар әүҙем эшләй. “Һаҡланыу саралары” тигән күргәҙмә экспозицияһында сифатлы, зауыҡ менән етештерелгән ошондай тауарҙар менән танышырға мөмкин ине.
Сара “Рәсәйҙә сәнәғәтте үҫтереүҙең дәртләндереүсе һәм тотҡарлаусы факторҙары” тигән пленар ултырыштан башланды. Уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов асып, йыйындың технологик интеграцияға булышлыҡ итеү һәм республика иҡтисадының төп тармаҡтарын инновацион үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.