Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек ташыуҙы сикләү ваҡиғаларынан алда уҡ ил етәксеһе аграр тармаҡтың был юҫыҡта тиҙ арала үҫеш юлына баҫасағын белдергәйне. “Киләһе биш йылда беҙ аҙыҡ-түлектең барлыҡ төп өлөштәре буйынса үҙебеҙҙе тәьмин итергә, ә һуңынан Рәсәй донъяла башҡа дәүләттәргә экспортҡа продукция оҙатҡан ил булырға тейеш”, — тигәйне Владимир Путин. Бындай маҡсат 2020 йылға ҡуйылды. Әйткән һүҙҙең елгә осмауын бөгөн һөҙөмтәләр ҙә күрәбеҙ. Эшләһәң, эш ҡарышмай, тигәндәре хаҡ. Һуңғы йылдарҙа һәр йүнәлештә үҫеш йылдам тиҙлектә алға бара. Мәҫәлән, былтыр йыйып алынған иген күләме барыбыҙҙың да кәйефен күтәрҙе. Хәҙер Рәсәй был юҫыҡта АҠШ-ты, Канаданы, Австралияны уҙып китеп, пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Сит илдәрҙән аҙыҡ ташыу йылдан-йыл кәмей. 2012 йылда Рәсәй 527 мең тонна ҡош итеп һатып алһа, былтыр 210 мең тоннанан кәмерәк булған. Башҡа дәүләттәрҙән продукция килтереү теүәл 2,5 тапҡырға кәмене. Шуныһы ҡыуаныслы: берәү ҙә ас ҡалманы. Ылау-ылау булып ағылған ҡош ите урынына хәҙер үҙебеҙҙең етештереү арта – алты йылда 3,6 миллион тоннанан 4,93 миллион тоннаға еткән.
Сусҡасылыҡтың тиҙ һөҙөмтә биреүе бөтәбеҙгә лә билдәле. Тап шуға һуңғы йылдарҙа “мырҡылдаҡтар”ҙы үрсетеү йылдам төҫ алды. 2012 йылдан сусҡа ите етештереү 2,56 миллион тоннанан 3,5 миллионға етте. Импорт үҙенән-үҙе ҡыҫымға алынып, былтыр 300 мең тоннанан ашманы. Ә бит ун йыл элек ситтән килтерелгән сусҡа ите беҙҙең баҙарҙың өстән бер өлөшөн биләй ине, ә 1990 йылдарҙа — яртыһын тиерлек.
Дөйөм алғанда, барлыҡ ит төрө буйынса ла, һыйыр итен дә иҫәпкә алып, әлегә бөтәһе лә был өлкәлә шыма бара тип әйтеп булмай. 2010 — 2017 йылдарҙа импорт йылына икеләтә – 1,4 миллиондан 600 меңгә ҡәҙәр – ҡыҫҡарҙы. Билдәле: был барыһы ла шаҡтай аҡсаны үҙебеҙҙең кеҫәлә ҡалдырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, хәҙер Рәсәй йылына аҙ тигәндә лә 150 миллиард һум аҡсаны экономиялай. Был сумма иһә, үҙ сиратында, хужалыҡтарҙы тергеҙеүгә тотонола, нисә йылдар буйы ҡый үләндәре хужа булған баҫыуҙар йәнләнә, баҡсалар барлыҡҡа килә, яңы фермалар төҙөлә. Былтыр Рәсәйҙә яңы аграр проекттар өсөн дөйөм аҡса күләме ярты триллиондан ашыу тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә етештереү күләме биш триллиондан артҡан.
Өлгәшкән уңыштарыбыҙҙы күҙ алдына килтерһәң, түбәндәгеләр билдәле булыр. Былтыр Рәсәй донъяла сусҡа ите етештереү буйынса — бишенсе, ә ҡош ите буйынса дүртенсе урынға сыҡҡан. Хәҙер был юҫыҡта халҡын туйындырыр өсөн хатта ең һыҙғанып эшләгән Һиндостан, Ҡытай кеүек күпләп етештереүселәр янында ла хәлебеҙ яҡшы күренә.
Рәсәй күптән үҙенең ҡеүәтен тергеҙҙе, ил күләмендә ит булдырыу эшмәкәрлеге йәнләнде. Бөгөн беҙҙең аграр тармаҡта 500 миллиондан ашыу тауыҡ, 22 миллион һарыҡ, 8,5 миллион һыйыр иҫәпләнә. Дөрөҫ, әлегә бөтә күрһәткестәр ҙә Совет осорондағы иң яҡшы һөҙөмтәләр кеүек үк түгел, шулай ҙа 1995 йылдарҙағынан күпкә яҡшы. Ул мәлдә ауыл хужалыҡтары бөтөнләй “мәрткә” киткәйне. Тап шуға ла өҫтәлебеҙҙе тулыһынса тиерлек килтерелгән аҙыҡ-түлек тәшкил итә ине. 1998 йылдарҙа беҙ ситтән 850 мең тонна сусҡа ите тотонғанбыҙ. Хатта донъяла халҡы буйынса беренсе урында торған Ҡытай ҙа был сама ит һатып алмаған. Әйткәндәй, Рәсәй өсөн иң ауыр йылдарҙа башҡа дәүләттәрҙән ҡайтарылған импорт 1,7 миллион тонна самаһы тәшкил иткән. Санкциялар иғлан ителгәндән һуң дүрт йыл арауығында һуңғы егерме йылда беренсе тапҡыр миллион тоннанан ашыу төрлө ит ризыҡтары килтерелгән.
Сусҡа ите буйынса, ысынлап та, донъя баҙарында әкренләп үҙ урыныбыҙҙы ала барабыҙ. 2016 йылда Рәсәй тәү тапҡыр Иранға, Ҡытайға, Вьетнамға экспортҡа күпләп ит оҙата башланы. Белгестәр раҫлауынса, был шапырыныу түгел, һүҙ бик ҙур күләм хаҡында бара. Әйтәйек, Ҡытайға һуңғы өс йылда сусҡа һәм һыйыр ите һатыу өс тапҡырға артып, алты мең тоннаға етте. Иң мөһиме — был экспорт өсөн ғәжәп файҙалы, сөнки Азия илдәре малдың томшоғон, ҡойроғон икеләтә ҡыйбат хаҡҡа һатып алырға ла риза.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 20 миллиондан ашыу сусҡа иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса беҙ күптән Францияны уҙып киттек. Шулай ҙа алдынғы Германиянан ҡалышабыҙ әле. Ә Бразилия көтөүҙәренең яртыһына тиңләштек. Әгәр ҙә өлгәшелгән тиҙлекте юғалтмаһаҡ, уңышыбыҙ арта барып, донъяла экспортҡа сусҡа ите ебәреү буйынса иң көслө дәүләттәрҙең береһенә әүереләсәк көнгә аҙ ғына ваҡыт ҡалған. Әйткәндәй, алға киткән хужалыҡтарҙа сусҡа ите етештереүҙең хаҡы Бразилияға ҡарағанда ла түбәнәйә барыуы ҡыуандыра. Нимә генә тимә, был ил менән ҡырыҫ тәбиғәтле Рәсәй климатын сағыштырыу мөмкин түгел.
Дөйөм алғанда, сусҡасылыҡ донъя кимәлендә үҫеш ҡеүәте ала. Совет осорондағы тормошобоҙ иҫкә төшә. Колхозыбыҙ иген, ит һатыу буйынса маҡталып, район гәзите битенән төшмәһә лә, колхозсыларға бойҙайы ла, икмәге лә мул эләкмәне. Хатта макаронды ебетеп, әпәй бешергән осраҡтар йыш булды. Был йәһәттән бөгөн хәлдәр нисек? Үҙебеҙ етештереп, ситкә һатып та, ас ултырмайбыҙмы һуң?
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, итте күберәк етештергән һайын мулыраҡ ҡуллана башлағанбыҙ. 2003 йылдан 2013 йылға тиклем Рәсәйҙә был юҫыҡта һандар өҙлөкһөҙ үҫә барған. Ошо осорҙа ул йылына 7,7-нән 10,8 миллион тоннаға еткән. Йәғни 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Әлбиттә, нефткә хаҡ төшөп, бөгөнгө хәлдәр килеп тыуғас, күптәрҙең ҡыйбатлы ит аҙыҡтарын алырға хәленән килмәүе сер түгел. Бәғзеләрҙең хатта яҡшыраҡ сифатлы сосиска алырға ла янсығы йоҡараҡ булыуы мәғлүм.
Һөҙөмтәлә нимә? Белгестәр әйтеүенсә, артабан нефткә һәм башҡа сеймалға хәлдең нисек үҙгәреүе мөһим түгел. Нисек кенә булмаһын, ҡаршылыҡтарҙы еңә-еңә ил иҡтисады алға бара. Тимәк, ит етештереүҙә лә йәнә өлгәшәһе уңыштарыбыҙ үҫер, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ.
Төп өс – һыйыр, сусҡа һәм ҡошсолоҡ – тармаҡтың иң табышлыһы булып “мырҡылдаҡтар” иҫәпләнһә, иң перспективалыһы — һыйыр. Тап уға алдағы ун йылда төп баҫымды яһарға кәрәк, ти белгестәр. Рәсәй һыйыр ите етештереүҙе кәм тигәндә 1,5 тапҡырға арттырырға тейеш. Әлбиттә, мәсьәлә шаҡтай яуаплы, шулай ҙа хәл итмәҫлек түгел. Бер нисә йылда өлгәшкән уңыштарыбыҙҙы барлаһаң, был асыҡ күренә, сөнки был йүнәлештә лә ҡыуанып телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр бар.
Әле биш йыл элек кенә Рәсәй халҡы был төр иттең иң сифатлыһын йылына өс мең тоннанан да кәмерәк ҡуллана ине. Әйткәндәй, уның 80 проценты ситтән килтерелде. Мәҫәлән, АҠШ-тан, Канаданан ташылды. Ул башлыса ресторандарҙа тәҡдим ителде. Әлбиттә, үтә ҡыйбат хаҡҡа. Йәғни халыҡ бығаса яҡшы һыйыр ите күрмәне. 2016 йылдан хәл көйләнә башланы, үҙебеҙ етештергән сифатлы ит 10 мең тоннанан артып китте, былтыр иһә 12 мең тоннаға етте. Шул уҡ ваҡытта был хаҡтар төшөүгә булышлыҡ итте. Әлбиттә, әлегә эш ҡуҙғалып ҡына тора, артабан ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн шаҡтай ҙур сығымдар талап ителә. Иҫәпләүҙәренсә, һуңғы ун йылда бары сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармағы өсөн генә Рәсәйҙә биш триллион һум аҡса һалынған. Аҙ сумма түгел был. Өлгәшелгән һөҙөмтәләр иһә уның бушҡа йүнәлтелмәүен күрһәтә.
Күптән түгел Евросоюз, сусҡа тирәләй шау-шыу ҡуптарып, Рәсәйҙән штраф түләтергә маташып ҡараһа ла, был өлкәлә уңышыбыҙ менән күкрәк һуғып маҡтана алабыҙ. Эйе, сусҡасылыҡ — бик табышлы тармаҡ. Эре аграр компаниялар иң яҡшы йылдарҙа унан алынған табыш хатта 50 проценттан артыуын йәшермәй. Бер ҡараһаң, илдә сусҡа ите етерлек, артабан уны бары экспортҡа ғына сығарырбыҙ кеүек. Шулай ҙа үҙебеҙгә лә кәрәк әле. Белгестәр билдәләүенсә, яҡынса 2025 йылға тиклем был төр иткә ихтыяж арта барасаҡ. Был осорға сифатлы һыйыр ите етештереү ҙә көйләнәсәк.