Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һыйыр һаумаһаң да, эш етерлек
Һыйыр һаумаһаң да, эш етерлек…Фермаға тирмәндән бер арба фураж килде. Тауҙай итеп тейәлгән йөктө “МТЗ-82” тракторы, ҡара төтөндәр сығарып, аҙыҡ һаҡлағысҡа арты менән саҡ этеп индерҙе. “Бер ай ашатырлыҡтыр инде”, – тип үҙемсә шулай күҙалланым, ошо байлыҡты күреп. Тик мал комплексы идарасыһы Александр Леймано: “Бөгөнгә ашатырға булды”, – тип фаразымды юҡҡа сығарып та ҡуйҙы.

Райондың иң уңышлы эшҡыуарҙа­рының береһе Геннадий Лейтерҙың Петровский ауылындағы малсылыҡ фермаһында мең башҡа яҡын һыйыр малы бар, йылҡы иһә – 350 баш. Ысынлап та, был тиклем малға бер йөк он “йоҡмай” ҙа ҡалалыр. Өҫтәүенә, башлыса һимертелергә тотҡан үгеҙҙәр бит, ҡайһы һарайҙа – 200 баш, ҡайһыһында унан да күберәк әле.
– Һауын һыйырҙары бында юҡ. Мал һимертеү өсөн аҫрала. Араларында үҙебеҙҙең һыйырҙарҙың быҙауҙары ла бар, һатып алғандар ҙа етерлек, – тип таныштыра хужалығы менән Геннадий Григорьевич. – Йылҡы ла тәмле ҡаҙылыҡ һәм иткә тотонола.
Шулай ҙа хужаның иң ҙур ғорурлығы – сабыш аттары, район-ара ярыш­тарҙан призлы урынһыҙ ҡайтмайҙар бит!
Һыйыр һаумайҙар, әммә был эштең самалы икәнлеген аңлатмай әле. Бер баш аҫрап та күпме мәшәҡәт ята ер кешеһе иңендә, ә бында мең тапҡырға күберәк! Бесән һалырға, фураж өҫтәргә, сенаж таратырға, ҡураны таҙартырға… Ғөмүмән, тырыш кешегә эш етерлек. Нисек кенә булмаһын, “һайт-һайтлап” әле был яҡҡа мал ҡыуып киткән, әле теге яҡҡа ат санаһына мал аҙығы тейәп уҙған ағай һәм апайҙар артынан күҙ эйәрмәй тиерлек.
Бер мәлгә генә ошо ике тиҫтә самаһы кешене эшһеҙ итеп күҙ алдына кил­те­рәм. Бик аяныслы күренеш пәйҙә була. Шуға районда ошондай хужалыҡтар бар­лы­ғына ҡыуанмау мөмкин түгел. Күпме эш урыны, хәл ителгән социаль мәсьәләләр, тыуған яҡтың тереклеге… Бындай комплекстарҙың артабан да дәүләт ярҙамынан ҡалмай, үҫешеүен теләргә генә кәрәктер. Ә егеттәрҙең эшләргә теләктәре бар: малсылар мал ҡарай – үҙ мәшәҡәте, хужаға түшләтә ит һатып алыусы килгән, күмәртәләп заказ биреүсе шылтырата…

Ишембай районы.


Автор: Р. ӘРМЕТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә