…Фермаға тирмәндән бер арба фураж килде. Тауҙай итеп тейәлгән йөктө “МТЗ-82” тракторы, ҡара төтөндәр сығарып, аҙыҡ һаҡлағысҡа арты менән саҡ этеп индерҙе. “Бер ай ашатырлыҡтыр инде”, – тип үҙемсә шулай күҙалланым, ошо байлыҡты күреп. Тик мал комплексы идарасыһы Александр Леймано: “Бөгөнгә ашатырға булды”, – тип фаразымды юҡҡа сығарып та ҡуйҙы.Райондың иң уңышлы эшҡыуарҙарының береһе Геннадий Лейтерҙың Петровский ауылындағы малсылыҡ фермаһында мең башҡа яҡын һыйыр малы бар, йылҡы иһә – 350 баш. Ысынлап та, был тиклем малға бер йөк он “йоҡмай” ҙа ҡалалыр. Өҫтәүенә, башлыса һимертелергә тотҡан үгеҙҙәр бит, ҡайһы һарайҙа – 200 баш, ҡайһыһында унан да күберәк әле.
– Һауын һыйырҙары бында юҡ. Мал һимертеү өсөн аҫрала. Араларында үҙебеҙҙең һыйырҙарҙың быҙауҙары ла бар, һатып алғандар ҙа етерлек, – тип таныштыра хужалығы менән Геннадий Григорьевич. – Йылҡы ла тәмле ҡаҙылыҡ һәм иткә тотонола.
Шулай ҙа хужаның иң ҙур ғорурлығы – сабыш аттары, район-ара ярыштарҙан призлы урынһыҙ ҡайтмайҙар бит!
Һыйыр һаумайҙар, әммә был эштең самалы икәнлеген аңлатмай әле. Бер баш аҫрап та күпме мәшәҡәт ята ер кешеһе иңендә, ә бында мең тапҡырға күберәк! Бесән һалырға, фураж өҫтәргә, сенаж таратырға, ҡураны таҙартырға… Ғөмүмән, тырыш кешегә эш етерлек. Нисек кенә булмаһын, “һайт-һайтлап” әле был яҡҡа мал ҡыуып киткән, әле теге яҡҡа ат санаһына мал аҙығы тейәп уҙған ағай һәм апайҙар артынан күҙ эйәрмәй тиерлек.
Бер мәлгә генә ошо ике тиҫтә самаһы кешене эшһеҙ итеп күҙ алдына килтерәм. Бик аяныслы күренеш пәйҙә була. Шуға районда ошондай хужалыҡтар барлығына ҡыуанмау мөмкин түгел. Күпме эш урыны, хәл ителгән социаль мәсьәләләр, тыуған яҡтың тереклеге… Бындай комплекстарҙың артабан да дәүләт ярҙамынан ҡалмай, үҫешеүен теләргә генә кәрәктер. Ә егеттәрҙең эшләргә теләктәре бар: малсылар мал ҡарай – үҙ мәшәҡәте, хужаға түшләтә ит һатып алыусы килгән, күмәртәләп заказ биреүсе шылтырата…
Ишембай районы.