Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сит илдәргә шәкәр китә...
Рәсәй шәкәрен тиҙҙән донъяның бихисап төбәктәрендә тәмләй башлаясаҡтар. 2020 йылға тиклем Рәсәй Ҡытай, Япония, Алжир, Марокко, Филиппин менән килешеү төҙөүҙе планлаштыра.

Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа илдә шәкәр сөгөл­дөрө майҙаны арта. 2006 йылда Рәсәй 45 миллион тонна самаһы “татлы тамыр” йыйып алһа, быйыл тағы ла күберәк. Әммә бының икенсе яғы ла бар – саманан тыш етештергән һайын уның хаҡы кәмей. Был иһә ошо тармаҡта тир түккән­дәр өсөн файҙаға түгел.
Бөгөн заманса техниканың ни тиклем ҡыйбат торғанлығы һәр кемгә мәғлүм. Орлоҡ һатып алыу, үҫтереү йәһәтенән дә татлы аҙыҡ шаҡтай сығымдар талап итә. Күптән түгел “Руспродсоюз” етәкселәре тап ошо хәүефтән һаҡланыу кәрәклеген белдерҙе. “Эш былай барһа, эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу кәмеүе ихтимал, унан йәнә баҫыуҙар кәмеп, бер нисә йылдан шәкәргә хаҡтың артыуы мөмкин. Бәләнән шәкәрҙе экспортҡа оҙатыу күләмен арттырыу юлы ғына ҡотҡарасаҡ” тигән фекер әйтелде.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә шәкәр сәнәғәте – продукцияны сит ил­дәргә һатыуға йүнәлеш алыуға үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Бөгөн ул башлыса БДБ, Мысыр, Сербия һәм Монголия илдәренә сығарыла. Хәҙер ошо юҫыҡта илдең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған айырым бойороҡ бар. Был документта киләсәктә шәкәр, шулай уҡ уны эшкәрткән ваҡытта барлыҡҡа килгән һығынты, патока ҡайһы илдәргә һатыласағы хаҡында күрһәтмә билдәләнгән. Уға яраш­лы, 2020 йылға тиклем Рәсәй Филиппинға, Ҡытайға, Японияға, Вьетнамға, Алжирға, Мароккоға һәм башҡа илдәргә күпләп ошо төр продукцияны оҙатыу маҡсаты ҡуя.
Һығынты сөгөлдөрҙө эш­кәрт­кән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ул мал өсөн аҙыҡ етеш­тергәндә ҡулланыла. Ә патока иһә лимон һәм һөт кислотаһы, шулай уҡ сүпрә әҙерләгәндә файҙаланыла. Тәү ҡарауға ҡалдыҡ кеүек күренһә лә, был төр продукцияға аграр баҙарҙа ихтыяж ҙур.
Бөгөн Башҡортостанда өс за­вод шәкәр эшкәртеү менән шөғөлләнә, тәүлегенә 11 мең тонна татлы аҙыҡ етештерелә. Уларҙы 24 район сеймал менән тәьмин итә.
Сөгөлдөр – үҫемлекселектә республикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла сәсеүлектәр майҙанын артты­рыуға етди иғтибар бирелә. Былтыр 51 мең 400 гектар май­ҙанда сәсеп үҫтерелде (был­тыр­ғынан өс процентҡа күбе­рәк). Бөтәһе бер миллион 300 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йы­йылды. Башҡортостан был культураны етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урынды биләй. Өс ҙур шәкәр заводынан йыл һайын сауҙа кәштәләренә 160 мең тонна самаһы продукция оҙатыла.
Былтыр тулайым уңыш 1,6 миллион тонна тәшкил иткән, был бынан алдағы йылдан 14,7 процентҡа юғарыраҡ тигән һүҙ. Яҡшы уңыш экспортҡа шәкәр оҙатыу күләмен 10 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводы Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Мон­голияға, Ҡаҙағстанға, Тажик­станға, Грузияға, Төркиә­­гә 7,3 мең тонна шәкәр оҙатты, был – барлыҡ етештерелгән күләмдең 13,5 проценты.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә