Сит илдәргә шәкәр китә...09.02.2018
Рәсәй шәкәрен тиҙҙән донъяның бихисап төбәктәрендә тәмләй башлаясаҡтар. 2020 йылға тиклем Рәсәй Ҡытай, Япония, Алжир, Марокко, Филиппин менән килешеү төҙөүҙе планлаштыра.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа илдә шәкәр сөгөлдөрө майҙаны арта. 2006 йылда Рәсәй 45 миллион тонна самаһы “татлы тамыр” йыйып алһа, быйыл тағы ла күберәк. Әммә бының икенсе яғы ла бар – саманан тыш етештергән һайын уның хаҡы кәмей. Был иһә ошо тармаҡта тир түккәндәр өсөн файҙаға түгел.
Бөгөн заманса техниканың ни тиклем ҡыйбат торғанлығы һәр кемгә мәғлүм. Орлоҡ һатып алыу, үҫтереү йәһәтенән дә татлы аҙыҡ шаҡтай сығымдар талап итә. Күптән түгел “Руспродсоюз” етәкселәре тап ошо хәүефтән һаҡланыу кәрәклеген белдерҙе. “Эш былай барһа, эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу кәмеүе ихтимал, унан йәнә баҫыуҙар кәмеп, бер нисә йылдан шәкәргә хаҡтың артыуы мөмкин. Бәләнән шәкәрҙе экспортҡа оҙатыу күләмен арттырыу юлы ғына ҡотҡарасаҡ” тигән фекер әйтелде.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә шәкәр сәнәғәте – продукцияны сит илдәргә һатыуға йүнәлеш алыуға үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Бөгөн ул башлыса БДБ, Мысыр, Сербия һәм Монголия илдәренә сығарыла. Хәҙер ошо юҫыҡта илдең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған айырым бойороҡ бар. Был документта киләсәктә шәкәр, шулай уҡ уны эшкәрткән ваҡытта барлыҡҡа килгән һығынты, патока ҡайһы илдәргә һатыласағы хаҡында күрһәтмә билдәләнгән. Уға ярашлы, 2020 йылға тиклем Рәсәй Филиппинға, Ҡытайға, Японияға, Вьетнамға, Алжирға, Мароккоға һәм башҡа илдәргә күпләп ошо төр продукцияны оҙатыу маҡсаты ҡуя.
Һығынты сөгөлдөрҙө эшкәрткән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ул мал өсөн аҙыҡ етештергәндә ҡулланыла. Ә патока иһә лимон һәм һөт кислотаһы, шулай уҡ сүпрә әҙерләгәндә файҙаланыла. Тәү ҡарауға ҡалдыҡ кеүек күренһә лә, был төр продукцияға аграр баҙарҙа ихтыяж ҙур.
Бөгөн Башҡортостанда өс завод шәкәр эшкәртеү менән шөғөлләнә, тәүлегенә 11 мең тонна татлы аҙыҡ етештерелә. Уларҙы 24 район сеймал менән тәьмин итә.
Сөгөлдөр – үҫемлекселектә республикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла сәсеүлектәр майҙанын арттырыуға етди иғтибар бирелә. Былтыр 51 мең 400 гектар майҙанда сәсеп үҫтерелде (былтырғынан өс процентҡа күберәк). Бөтәһе бер миллион 300 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйылды. Башҡортостан был культураны етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урынды биләй. Өс ҙур шәкәр заводынан йыл һайын сауҙа кәштәләренә 160 мең тонна самаһы продукция оҙатыла.
Былтыр тулайым уңыш 1,6 миллион тонна тәшкил иткән, был бынан алдағы йылдан 14,7 процентҡа юғарыраҡ тигән һүҙ. Яҡшы уңыш экспортҡа шәкәр оҙатыу күләмен 10 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, Шишмә шәкәр заводы Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажикстанға, Грузияға, Төркиәгә 7,3 мең тонна шәкәр оҙатты, был – барлыҡ етештерелгән күләмдең 13,5 проценты.