Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡунаҡханалар “йондоҙ” бүлешәсәк
Рәсәйҙә туристарға фатир тапшырған граждандарға патент системаһын индереүҙәре ихтимал. “Беҙ патент системаһын тәҡдим иттек. Хәҙер ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Кривоносов. Шунһыҙ ил донъя туризмы баҙарында көнәркәшлек итә алмаясаҡ, бындай хеҙмәт күрһәтеүҙә хаҡ һәм сифаттың тейешле нисбәтен булдырыу мөһим, тип иҫәпләй ул.


Әлеге ваҡытта шәхси сектор ме­нән ҡунаҡханалар үҙ-ара конкурент булып тора. Фатир һәм апартаменттар яртылаш законлашты­рылған юл менән тапшырыла, сифатлы хеҙмәт күрһәтелмәй, ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙ­леге лә тәьмин ителмәй. Ҡайһы бер ҡалаларҙа бындай фатирҙар һаны ҡунаҡханалар бүлмәләре күләме ме­нән тиңләшкән. Уйлап ҡараһаң, “кү­ләгә” ысул менән фатирҙы ҡуртымға биреү хеҙмәте осһоҙ булырға тейеш кеүек. Әммә уның киреһе күҙәтелә. Бигерәк тә сит ил туристарын “һауып” ҡалырға тырыша ҡайһы бер йүнсел­дәр.
Быйыл илдә ҙур ваҡиға буласаҡ – футбол буйынса донъя беренселеге. Ошоға бәйле уйындар үтәсәк ҡалаларҙа шәхси торлаҡҡа ҡуртым хаҡы ҡырҡа күтәрелгән. Уларҙың ҡай­һы берҙәре иҫ китмәле. Мәҫәлән, Саранскиҙа ошо мәлдә фатирҙы ике аҙнаға ҡуртымға алам тиһәң, 2,5 мил­лион һум сығарып һалырға тура киләсәк икән.
Был тармаҡтағы проблема туризм үҫешкән сит илдәрҙә лә бар. Ҡайһы берҙәрендә фатирҙы ҡуртымға биреү тыйылған йә сикләнгән. Миҫалға Амс­тердамды алайыҡ: унда торлаҡ 30 көндән дә ашыу ваҡытҡа тапшырыл­маҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта милек хужаһы мотлаҡ теркәлергә бурыслы, дәүләт яғынан да контроль бул­дырылған.
Рәсәйҙә иһә бындай тәртип урынлаштырыу өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителәсәк. Әлеге ваҡытта тәүге аҙым­дар яһала. Ошо маҡсатта яңыраҡ Дәү­ләт Думаһы ҡунаҡханаларҙы классификациялау буйынса закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Унда шәхси фатирҙы ҡуртымға биреү тураһында һүҙ булмаһа ла, киләсәктә уға төҙәтмәләр индерергә була, иң мөһиме – башлап ебәреү, тип иҫәп­ләй эксперттар.
Закон проекты ниндәй яңылыҡтар индерә? 50-нән ашыу бүлмәһе бул­ған отелдәр өсөн – 2019 йылдың 1 июленән, 15-тән ашыу йәшәү урыны булғандары өсөн – 2020 йылдың 1 ғинуарынан, ә башҡалар өсөн 2021 йылдың 1 ғин­уарынан классификациялау мотлаҡ буласаҡ. Әле чемпио­нат үтәсәк ун бер ҡалалағы ҡу­наҡ­ханалар мотлаҡ рәүештә классификация үтергә бурыслы.
“Йондоҙ”ҙар биреү тәртибе закон акт­тарында яҙылған. Тейешле кате­горияға тап килмәгәндәргә штраф һалынасаҡ.
Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер клас­сификацияһы булған ҡунаҡханалар­ҙа хәүефһеҙ хеҙмәт күрһәтеү саралары күрелгән. Йәғни уға иҡтисад хә­үеф­һеҙлеге мәсьәләләре лә ҡағы­ла, туристарҙың әйберҙәре юғал­ған­да йә һөжүм итеү кеүек осраҡ­тарҙа яуап­лылыҡ, көтөлмәгән хәлдәр ваҡытында тиҙ ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр көйләнгән. Законһыҙ ҡуртымға бирелгән фатирҙарҙа был талаптар күҙәтелмәй.
Классификациянан һуң ҡунаҡха­на­ларҙы даими тикшереп торасаҡ­тар. Бының өсөн инспекторҙар институтын да ойоштороуҙары ихтимал. Закон ҡабул ителһә, йәшәү өсөн хаҡтар ҡайһы бер төбәктәрҙә тө­шөүе, ә ҡайһы берҙәрендә күтәре­леүе ихтимал. Шул саҡта шәхси йорт һәм фатирҙарын ҡуртымға биргән­дәр­гә “күләгәнән” сығып, күрһәткән хеҙ­мәттәренең сифатын яҡшыртырға тура киләсәк, тип иҫәпләй депутаттар.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә