Ҡунаҡханалар “йондоҙ” бүлешәсәк06.02.2018
Рәсәйҙә туристарға фатир тапшырған граждандарға патент системаһын индереүҙәре ихтимал. “Беҙ патент системаһын тәҡдим иттек. Хәҙер ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Кривоносов. Шунһыҙ ил донъя туризмы баҙарында көнәркәшлек итә алмаясаҡ, бындай хеҙмәт күрһәтеүҙә хаҡ һәм сифаттың тейешле нисбәтен булдырыу мөһим, тип иҫәпләй ул.
Әлеге ваҡытта шәхси сектор менән ҡунаҡханалар үҙ-ара конкурент булып тора. Фатир һәм апартаменттар яртылаш законлаштырылған юл менән тапшырыла, сифатлы хеҙмәт күрһәтелмәй, ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеге лә тәьмин ителмәй. Ҡайһы бер ҡалаларҙа бындай фатирҙар һаны ҡунаҡханалар бүлмәләре күләме менән тиңләшкән. Уйлап ҡараһаң, “күләгә” ысул менән фатирҙы ҡуртымға биреү хеҙмәте осһоҙ булырға тейеш кеүек. Әммә уның киреһе күҙәтелә. Бигерәк тә сит ил туристарын “һауып” ҡалырға тырыша ҡайһы бер йүнселдәр.
Быйыл илдә ҙур ваҡиға буласаҡ – футбол буйынса донъя беренселеге. Ошоға бәйле уйындар үтәсәк ҡалаларҙа шәхси торлаҡҡа ҡуртым хаҡы ҡырҡа күтәрелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫ китмәле. Мәҫәлән, Саранскиҙа ошо мәлдә фатирҙы ике аҙнаға ҡуртымға алам тиһәң, 2,5 миллион һум сығарып һалырға тура киләсәк икән.
Был тармаҡтағы проблема туризм үҫешкән сит илдәрҙә лә бар. Ҡайһы берҙәрендә фатирҙы ҡуртымға биреү тыйылған йә сикләнгән. Миҫалға Амстердамды алайыҡ: унда торлаҡ 30 көндән дә ашыу ваҡытҡа тапшырылмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта милек хужаһы мотлаҡ теркәлергә бурыслы, дәүләт яғынан да контроль булдырылған.
Рәсәйҙә иһә бындай тәртип урынлаштырыу өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителәсәк. Әлеге ваҡытта тәүге аҙымдар яһала. Ошо маҡсатта яңыраҡ Дәүләт Думаһы ҡунаҡханаларҙы классификациялау буйынса закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Унда шәхси фатирҙы ҡуртымға биреү тураһында һүҙ булмаһа ла, киләсәктә уға төҙәтмәләр индерергә була, иң мөһиме – башлап ебәреү, тип иҫәпләй эксперттар.
Закон проекты ниндәй яңылыҡтар индерә? 50-нән ашыу бүлмәһе булған отелдәр өсөн – 2019 йылдың 1 июленән, 15-тән ашыу йәшәү урыны булғандары өсөн – 2020 йылдың 1 ғинуарынан, ә башҡалар өсөн 2021 йылдың 1 ғинуарынан классификациялау мотлаҡ буласаҡ. Әле чемпионат үтәсәк ун бер ҡалалағы ҡунаҡханалар мотлаҡ рәүештә классификация үтергә бурыслы.
“Йондоҙ”ҙар биреү тәртибе закон акттарында яҙылған. Тейешле категорияға тап килмәгәндәргә штраф һалынасаҡ.
Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер классификацияһы булған ҡунаҡханаларҙа хәүефһеҙ хеҙмәт күрһәтеү саралары күрелгән. Йәғни уға иҡтисад хәүефһеҙлеге мәсьәләләре лә ҡағыла, туристарҙың әйберҙәре юғалғанда йә һөжүм итеү кеүек осраҡтарҙа яуаплылыҡ, көтөлмәгән хәлдәр ваҡытында тиҙ ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр көйләнгән. Законһыҙ ҡуртымға бирелгән фатирҙарҙа был талаптар күҙәтелмәй.
Классификациянан һуң ҡунаҡханаларҙы даими тикшереп торасаҡтар. Бының өсөн инспекторҙар институтын да ойоштороуҙары ихтимал. Закон ҡабул ителһә, йәшәү өсөн хаҡтар ҡайһы бер төбәктәрҙә төшөүе, ә ҡайһы берҙәрендә күтәрелеүе ихтимал. Шул саҡта шәхси йорт һәм фатирҙарын ҡуртымға биргәндәргә “күләгәнән” сығып, күрһәткән хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртырға тура киләсәк, тип иҫәпләй депутаттар.