Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бай келәте, йәмле баҡсаһы — Етеш йәшәй тырыш Туймазы
Бай келәте, йәмле баҡсаһы — Етеш йәшәй тырыш ТуймазыТуймазы районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү, социаль, спорт объекттарында булды, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Ҡандрала Рөстәм Хәмитов район ауылдарын йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу проекты нигеҙендә төҙөлгән өр-яңы ҡаҙанлыҡты ҡарап сыҡты. Инженерлыҡ объекттарының күпселеге уҙған быуаттың 50 — 60-сы йылдарында төҙөлгән, әле ныҡ иҫкергән. Яңы ҡаҙанлыҡ, Ҡандранан тыш, Серафимовка ауылында сафҡа индерелгән, әле Туймазыла ла ошондай ике объект төҙөлә, инженерлыҡ селтәрҙәренең бер өлөшөн алмаштырыу күҙаллана.
Ҡандра ауылында республика етәксеһе быйыл сафҡа индереләсәк заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлө­шө менән дә танышты. Майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашыу булған объекттың хаҡы — 138 миллион һум. Ул 2016 йылда һалына башлаған. Комплекста ике бассейн, спорт, тренажер, аэробика залдары урынлашасаҡ.
Ошонда уҡ Рөстәм Хәмитов “Юбилей” мәҙәниәт һәм спорт һарайында булды. Объект төҙөкләндереүгә мохтаж. Майҙаны 5 716 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бина 1989 йылда һалынған. 2015 йылда уның ҡыйығы капиталь ремонтланған, былтыр иһә ишектәр төҙөкләндерелгән. Төбәк Баш­лығы ауылдағы башҡа социаль объекттар, шул иҫәптән дөйөм белем биреү һәм музыка мәктәптәре, район дауахана­һының филиалы менән ҡыҙыҡһынды, урын­дағы етәкселек менән уларҙы төҙөк­ләндереү һәм реконструкциялау мәсьәлә­ләрен тикшерҙе.
Егетәк ауылында Рөстәм Зәки улы колбаса ри­зыҡ­тары етештергән “Егетәк” ит комбинатының эше менән танышты. Ул етештереү биналарын ҡарап сыҡ­ты, ит эшкәртеү мөмкинлеге, ризыҡҡа ихтыяж, предприятиеның үҫеш перспективаһы менән ҡыҙыҡ­һынды. Комбинат директоры Олег Удников киләсәктә һыйыр һәм йылҡы итен, уларҙан етештергән ризыҡ­тарҙы һатыу ниәте хаҡында әйтте.
Туймазыла төбәк Башлығы “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ортопедия матрастары фабрикаһының етеш­тереү майҙансығында булды. Предприятие 2005 йылда ойошторолған. Бөгөн ул — матрастар етештереү өсөн заманса ҡора­малдар менән йыһазландырылған ҙур сәнәғәт комплексы.
— Һеҙ — тәжрибәле етештереүселәр, әммә күләм әлегә ҙур түгел. Юғарыраҡ кимәлгә сығырға кәрәк. Кәрәкһә, ярҙам итербеҙ, — тине республика етәксеһе, төбәк лизинг компанияһы мөмкинлеген әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итеп.
Бай келәте, йәмле баҡсаһы — Етеш йәшәй тырыш ТуймазыСәфәр барышында Рөстәм Хәмитов “ТуймазыФрут” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Ул емеш-еләк, йәшел­сә эшкәртеү, төрөү һәм һаҡлау менән шө­ғөл­ләнә. Башҡортостан етәксеһе йәшелсә һаҡла­ғысты, эшкәртеү, йыуыу һәм төргәк­тәргә тултырыу цехын, әҙер продукция келә­тен ҡарап сыҡты, пред­прия­тиелағы ассортимент менән танышты. Ул шулай уҡ урындағы етәкселек менән артабанғы эш планын тикшерҙе. “ТуймазыФрут” йәмғиәте директоры Әбүзәр Мөхәмәҙиев әйтеүенсә, киләсәктә продукция менән тәьмин итеү географияһын киңәйтеү, уны күрше төбәк­тәргә лә сығарыу күҙаллана.
Республика етәксеһе “Туймазы-Арена” универсаль спорт комплексының сиратта­ғы төҙөлөшөн ҡараны. Әле бында сафҡа индереү-көйләү эштәре тамамланып килә. “Туймазы-Арена”ға көн һайын 700-ҙән ашыу кеше килә. Бында ике дөйөм белем биреү мәк­тәбе уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре үткәрелә. Боҙ һарайы нигеҙендә эшләгән спорт мәктәбендә 787 бала шөғөлләнә. Былтыр комплексҡа танылған совет хоккейсыһы һәм тренеры, спорт комментаторы, “Салауат Юлаев” хоккей клубы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сергей Ғимаев исеме бирелгән. Рөстәм Хәмитов бында шөғөлләнгән йәш спортсылар менән аралашты, уларға уҡыуҙа һәм спортта яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләне, шулай уҡ урындағы үҫмерҙәр ко­ман­даларының хоккей уйынын ҡараны.
Туймазылағы 5-се урта мәктәптә республика Башлығы уҡыу бинаһын реконструкциялау мәсьәләһе буйынса фекер алышты. 1952 йылда һалынған бина әле авария хәлендә. Быйыл ғинуарҙан V—ХI класс уҡыусыларының дәрестәре Туймазы индустриаль колледжының ҡуртымға алынған корпустарының береһендә уҙғарыла. Башланғыс кластар иһә әлегә иҫке мәктәп бинаһында уҡый. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бинаны реконструкциялау хаҡы 200 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Рөстәм Хәмитов район хакимиәтенә, демографик хәлде иҫәпкә алып, мәктәп­тәр төҙөүгә, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялауға ихтыяж сағылдырыл­ған мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.

А. ХӘЛИЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә