Туймазы районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү, социаль, спорт объекттарында булды, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе. Ҡандрала Рөстәм Хәмитов район ауылдарын йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу проекты нигеҙендә төҙөлгән өр-яңы ҡаҙанлыҡты ҡарап сыҡты. Инженерлыҡ объекттарының күпселеге уҙған быуаттың 50 — 60-сы йылдарында төҙөлгән, әле ныҡ иҫкергән. Яңы ҡаҙанлыҡ, Ҡандранан тыш, Серафимовка ауылында сафҡа индерелгән, әле Туймазыла ла ошондай ике объект төҙөлә, инженерлыҡ селтәрҙәренең бер өлөшөн алмаштырыу күҙаллана.
Ҡандра ауылында республика етәксеһе быйыл сафҡа индереләсәк заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән дә танышты. Майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашыу булған объекттың хаҡы — 138 миллион һум. Ул 2016 йылда һалына башлаған. Комплекста ике бассейн, спорт, тренажер, аэробика залдары урынлашасаҡ.
Ошонда уҡ Рөстәм Хәмитов “Юбилей” мәҙәниәт һәм спорт һарайында булды. Объект төҙөкләндереүгә мохтаж. Майҙаны 5 716 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бина 1989 йылда һалынған. 2015 йылда уның ҡыйығы капиталь ремонтланған, былтыр иһә ишектәр төҙөкләндерелгән. Төбәк Башлығы ауылдағы башҡа социаль объекттар, шул иҫәптән дөйөм белем биреү һәм музыка мәктәптәре, район дауаханаһының филиалы менән ҡыҙыҡһынды, урындағы етәкселек менән уларҙы төҙөкләндереү һәм реконструкциялау мәсьәләләрен тикшерҙе.
Егетәк ауылында Рөстәм Зәки улы колбаса ризыҡтары етештергән “Егетәк” ит комбинатының эше менән танышты. Ул етештереү биналарын ҡарап сыҡты, ит эшкәртеү мөмкинлеге, ризыҡҡа ихтыяж, предприятиеның үҫеш перспективаһы менән ҡыҙыҡһынды. Комбинат директоры Олег Удников киләсәктә һыйыр һәм йылҡы итен, уларҙан етештергән ризыҡтарҙы һатыу ниәте хаҡында әйтте.
Туймазыла төбәк Башлығы “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ортопедия матрастары фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Предприятие 2005 йылда ойошторолған. Бөгөн ул — матрастар етештереү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҙур сәнәғәт комплексы.
— Һеҙ — тәжрибәле етештереүселәр, әммә күләм әлегә ҙур түгел. Юғарыраҡ кимәлгә сығырға кәрәк. Кәрәкһә, ярҙам итербеҙ, — тине республика етәксеһе, төбәк лизинг компанияһы мөмкинлеген әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итеп.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов “ТуймазыФрут” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Ул емеш-еләк, йәшелсә эшкәртеү, төрөү һәм һаҡлау менән шөғөлләнә. Башҡортостан етәксеһе йәшелсә һаҡлағысты, эшкәртеү, йыуыу һәм төргәктәргә тултырыу цехын, әҙер продукция келәтен ҡарап сыҡты, предприятиелағы ассортимент менән танышты. Ул шулай уҡ урындағы етәкселек менән артабанғы эш планын тикшерҙе. “ТуймазыФрут” йәмғиәте директоры Әбүзәр Мөхәмәҙиев әйтеүенсә, киләсәктә продукция менән тәьмин итеү географияһын киңәйтеү, уны күрше төбәктәргә лә сығарыу күҙаллана.
Республика етәксеһе “Туймазы-Арена” универсаль спорт комплексының сираттағы төҙөлөшөн ҡараны. Әле бында сафҡа индереү-көйләү эштәре тамамланып килә. “Туймазы-Арена”ға көн һайын 700-ҙән ашыу кеше килә. Бында ике дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре үткәрелә. Боҙ һарайы нигеҙендә эшләгән спорт мәктәбендә 787 бала шөғөлләнә. Былтыр комплексҡа танылған совет хоккейсыһы һәм тренеры, спорт комментаторы, “Салауат Юлаев” хоккей клубы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сергей Ғимаев исеме бирелгән. Рөстәм Хәмитов бында шөғөлләнгән йәш спортсылар менән аралашты, уларға уҡыуҙа һәм спортта яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләне, шулай уҡ урындағы үҫмерҙәр командаларының хоккей уйынын ҡараны.
Туймазылағы 5-се урта мәктәптә республика Башлығы уҡыу бинаһын реконструкциялау мәсьәләһе буйынса фекер алышты. 1952 йылда һалынған бина әле авария хәлендә. Быйыл ғинуарҙан V—ХI класс уҡыусыларының дәрестәре Туймазы индустриаль колледжының ҡуртымға алынған корпустарының береһендә уҙғарыла. Башланғыс кластар иһә әлегә иҫке мәктәп бинаһында уҡый. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бинаны реконструкциялау хаҡы 200 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Рөстәм Хәмитов район хакимиәтенә, демографик хәлде иҫәпкә алып, мәктәптәр төҙөүгә, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялауға ихтыяж сағылдырылған мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.
А. ХӘЛИЛОВ.