Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Шундай егеттәр бар саҡта...
Шундай егеттәр бар саҡта...Крәҫтиән өсөн яҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле. Айырыуса, әлеге мәлдәге кеүек, көндәр эҫе торғанда, ерҙә дым булған саҡта. Уҙған аҙнала Федоровка районы игенселәре лә яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. “Нива”, “Азат”, “Родина”, М. Фрунзе исемендәге һәм тағы бер нисә хужалыҡта дым ҡаплауға, тырматыуға, ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыуға төштөләр.
“Родина” ауыл хужалығы кооперативына барып еткәндә, райондың баш агрономы Илнур Хәлитов менән юлдағы әңгәмә барышында сәсеүгә әҙерлек кимәле, атап әйткәндә, орлоҡ, уның сифаты, яғыулыҡ, мөһим агротехник сарала ҡатнашасаҡ техника һаны, механизаторҙар менән тәьмин ителеш, сәселәсәк культураларҙың майҙаны тураһында беҙ бер ни тиклем мәғлүмәткә эйә инек инде. Орлоҡ етерлек, өҫтәп юғары сифатлыһын да алғандар. Яғыулыҡ та хәстәрләнә. Эшсе көс туплана. Ун мең гектарҙан ашыу сәсеүлекте биләгән арыш имен ҡышлаған.
Ҡыҙыу эш мәлендә егәрле хужалар кабинетта ултыра буламы. Кооператив рәйесе Анатолий Русаков үҙенең төп ярҙамсыһы баш агроном Моисей Михайлов менән әле генә баҫыуҙан ҡайтып тора ине.
Шундай егеттәр бар саҡта...— Анатолий Дмитриевич – беҙҙең иң “йәш” етәксе, — тип таныштырҙы уның менән Илнур Зиннур улы. — Рәйес итеп һайланғанына бер нисә ай ғына, уға тиклем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләне.
Идараға инеп торманыҡ, шунда уҡ яланға йүнәлдек. Новоселка ауылынан йыраҡ булмаған Юрка баҫыуына туҡтайбыҙ. Бында бер тракторсы тырмата ине. Хужалыҡтың алдынғы механизаторы Александр Семенов икән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2010 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
— 33 йыл элек тракторға ултырғайным, шунан бирле унан төшкән юҡ, — ти яңы танышыбыҙ.
— Әле ниндәй эш башҡараһығыҙ?
— Кәзә үләне сәсеүлеген тырматам. Был мал аҙығын беҙ күптән үҫтерәбеҙ, әллә ни ҙур көс талап итмәгән культура уңышы менән йыл да һөйөндөрә.
— Бына һеҙҙе универсал тиҙәр. Кәрәк икән, тейәгескә лә ултыраһығыҙ, ҡышҡыһын да ял белмәйһегеҙ. Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырлыҡ йәштәр бармы һуң бергә эшләгән иптәштәрегеҙ араһында?
— Хәҙер йәштәр ауылда ҡаламы ни?! Төп көс шул 70–80-се йылдарҙа хеҙмәт юлын башлаусылар инде.
Александр тракторсылар Николай Федоров (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре), Анатолий Михайлов, Геннадий Караскин, Виктор Русаков, водителдәрҙән Михаил Петровты телгә алып үтте.
— Ошондай егеттәребеҙ бар саҡта “Родина” йәшәйәсәк, ер эшендә лә, малсылыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләр буласаҡ, — тине хужалыҡ рәйесе.
Көн ҡыҙҙыра төштө. Беҙ ҙә бында оҙаҡ торманыҡ, хужаларға рәхмәт әйтеп, уңайлы һауа шарттары, юғары уңыш теләп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ
Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә